Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарманлыҡҡа тиң ижад
Китапты уҡый башлағас та ҡулыма ҡәләм алғайным, әммә фекер туплау оҙаҡҡа китте. Шул саҡ авторҙың үҙе менән һөйләшеп алыу теләге тыуҙы, сөнки бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ, ваҡытында ихлас аралашып йәшәнек, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштыҡ, әҙәбиәт, ижад хаҡында ла һүҙ күп булды. Өҫтәүенә уның тәүге күләмле әҫәренә башлап рецензия яҙған кеше мин булдым, ахыры.
Белеүебеҙсә, Азат Мағазовтың "Шоңҡар юлы" тигән беренсе повесы 1972 йылда "Ағиҙел" журналында (6-7-се һандар) донъя күрҙе, уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Әҫәргә ҡарата яҙылған рецензиям иһә "Шоңҡарҙар күге ниңә монарлана?" тигән исем менән "Башҡортостан" гәзитенең ике һанында баҫылды. Аҙаҡ инде танылыу яулаған яҙыусының 1986 йылда нәшерләнгән "Тыуған ил хаҡына" тигән повестар йыйынтығына ла ҙур теләк менән инеш һүҙ яҙҙым.
Әле килеп, Азат Мағазовтың "Үрге Димдә ай ҡойона" трилогияһын ҡулыма алдым. Тәүге китап "Әйләнә тирмән ташы" тигән исем менән донъя күрһә, ҡалған икәүһе "Аға һыуҙар" һәм "Әй, был донъя!" тип аталған. Һәр береһе күп планлы, илебеҙ кисергән төрлө дәүерҙе үҙ эсенә ала. Автор әйтеүенсә, әҫәрҙәрҙең донъяға килеүе араһында бишәр йыл ижади ғүмер ята. Трилогия әллә күпме осорҙағы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған: Беренсе донъя һуғышы, 1917 йылғы революция, граждандар һуғышы, ауыл хужалығын коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан кисерелгән көсөргәнеш... Быларҙың барыһы ла трилогия геройҙары яҙмышында сағылыш тапҡан. Ваҡиғалар йырҙарҙа данланған йәмле Димдең үрге өлөшөндә, Өйәҙе йылғаһы үҙәнендәге бер нисә ауылда бара. Әҫәрҙең төп геройы — Сәлихйән Баязитов.


— Азат дуҫ, һәр әҫәрҙең донъяға килеүенә сәбәпсе булған эске мотивы, яҙыусының күңелен ҡытыҡлап торған тынғыһыҙ бер "сире" бар. Ошондай тәрән тарихи тема күңелеңә ҡасандан тынғылыҡ бирмәй башланы?
— Бының сәбәбе берәү генә түгел. Күреүебеҙсә, әҫәрҙең темаһы XX быуаттан XXI быуатҡа күсеү осорона ғына түгел, мең йыллыҡтар алмашынған дәүергә тура килде — был үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: был тема тормошомдан айырылғыһыҙ. Яҙмышымдағы фронт этабы миңә шәфҡәтле булды. Һуғыштан һуң реактив самолеттарҙы үҙләштереү осоронда авиация штурманы булараҡ төрлө хәлдәрҙе баштан үткәрергә тура килде.
1955 йылдың йәйендә полк командиры урынбаҫары менән реактив "Ил-28" самолетында сираттағы осоу күнекмәһенән ҡайтып киләбеҙ. Аэродромға ултырыр алдынан экипаж командиры кинәт аңын юғалтты. Шул хәтәр осраҡтан һуң үҙемдә ниндәйҙер эске уяныу, һиҙемләү тойҙом, хәрби хеҙмәттән бушаған саҡтарҙа ҡулыма ҡәләм ала башланым, полкташтарым тураһында ниндәйҙер һүҙ әйтергә йөрьәт иттем. Тәүәккәлләүем бушҡа булманы: бер нисә йылдан хәрби гәзит биттәрендә тәүге повесым донъя күрҙе һәм хәүефле ғүмер юлымда мине ҡотҡарып ҡалды. Врачтарҙың ҡотолғоһоҙ диагнозын ауыр кисерһәм дә, юғалып ҡалманым, Башҡортостанға ҡайттым. Сиргә бөркәнеп, аулаҡ урын, тыныс тормош эҙләмәнем.
Ләкин әйтергә ниәтләгән төп һүҙемә һаман да барып етә алмайым. Хоҙай Тәғәлә, атай-олатайым, әсәй-өләсәйем, уҡытыусыларым, яҡташтарым алдында бурысым үтәлмәгән әле. Иҫәбем буйынса, миңә ауырыуым тарафынан бирелгән ваҡыт ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара. Ошо күңелемде айырыуса борсоно, әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал, тип тынғы бирмәне. Фашистарға ҡаршы ҡанлы һуғышта ҡорбан булған ватандаштарҙы, туғандар һәм яҡындарҙы, полкташтарҙы һүҙ көсө менән булһа ла, ҡайтанан терелтеп, изге һынында уҡыусыға ҡайтарып биреү теләге көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Өҫтәүенә Совет осорона, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына яла яғыуҙы, уларҙы ҡара буяуҙар менән һүрәтләүҙе яуапһыҙ ҡалдырыу ғәҙел түгел. Был туранан-тура намыҫыма ҡағыла, выжданымды ғазаплай, шул сәбәпле ҡулыма ҡәләм алмайынса булдыра алманым.
Трилогияның тәүге китабына тотонғанда, беләһең, башлап яҙыусы түгел инем, күпмелер тәжрибәм булды. Яҡташтарым араһында йәшәү, башҡорт, татар яҙыусылары менән аралашыу һүҙ байлығын арттырыу, тормош үҙенсәлектәрен нескә тойоу, һиҙемләүҙе көсәйтеү мөмкинлеген бирҙе.
— Трилогияла бихисап кеше яҙмышы һүрәтләнә, Димдең ҡушылдығы булған Өйәҙе үҙәнендәге ауылдарҙың йөҙө, халыҡтың холоҡ-фиғеле, уй-өмөтө, үҙ-ара мөнәсәбәте, көндәлек хәстәрлеге асыҡ сағылыш таба. Әҫәрҙә һәр персонаждың үҙ урыны бар. Әйтәйек, бәхетһеҙ Мөслим, ауыл йылъяҙмасыһы Сәмиғулла, зәғиф романтик Хәким, зимагор Солтан, шаталаҡ Кәлимулла, уҡытыусы Сәбилә, мулла Мөтәуалла, агроном Ғалим Боголюбов...
— Өс романдың да төп геройҙары бар: Ғәлимә һәм Сәлихйән Баязитовтар, Мулләхмәт Ғабдрафиҡов, Кәрим Ғәйнетдинов, Ислам Сакаев, Савелий-Сафа Гавриков, Рабиға менән Фәтхелислам Алаҡаровтар, Сиражетдин Карнаев. Ваҡиғалар тап улар ҡатнашлығында бара. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, әҫәрҙәге барлыҡ персонаждар Баязитовтар ғаиләһенә ни яғы менәндер бәйләнгән булып сыға. Шуныһы ла билдәле булһын: уларҙың күбеһенең прототибы бар. Әммә туранан-тура күсермә түгел һәм улай була ла алмай. Улар — яҙыусының әҫәрҙең идеяһына ярашлы фантазияһы, уй-хыялы аша тыуҙырылған, башҡасараҡ тормош юлы үткән образдар.
— Трилогияла ошондай шәхестәрҙең формалашыуы аша ил халҡы кисергәндәргә шаһит булабыҙ. Ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышына килеп туҡтала. Шуға ҡәҙәр барған хәлдәрҙең үҙәгенә мәғрифәткә ҡағылышлы мәсьәләләр, ғаилә тәрбиәһе алға ҡуйыла.
— Һынылыш кисергән осор, һәр төрлө ваҡиға бер ҡасан да кеше яҙмышына ҡағылмай ҡалмай. Шул саҡта әҙәм балаһындағы ыңғай һәм кире сифаттар асылып китә. Әҫәрҙә тәрбиә темаһының, мәғрифәт мәсьәләләренең иғтибар үҙәгенә ҡуйылыуы шуның менән аңлатылалыр ҙа. Ысын мәғрифәтсе, ауыл уҡытыусыһы Сәлихйән Баязитов — ошо юлда ауыр һынауҙар үткән шәхес. Уны ҡулға алалар, икенсе эшкә күсергә лә димләп ҡарайҙар, ғаиләһе тормош ауырлыҡтарына дусар ителә, әммә ябай ауыл уҡытыусыһы тәрбиәсе булып ҡалыу бурысынан ситләшмәй, үҙенең тоғро юлдан барғанына шикләнмәй, эшен намыҫлы башҡарыуын дауам итә.
Юғары тәрбиәнең ғаиләнән башланыуы бәхәсһеҙ. Үҙен шәхес итеп танытасаҡ бала тәүге аҙымын шунда яһай. Был йәһәттән әҫәрҙә Ғәлимә менән Сәлихйән Баязитовтар, Ғәлиә менән Абдрахман Сакаевтар, уларҙың дуҫтары өлгө булып тора.
— Күреүебеҙсә, әҫәрҙә тәрбиә мәсьәләһе ғаиләлә бикләнеп ҡалмай. Никах, туй йолаларының халыҡсан итеп һүрәтләнеүе, бала саҡтың, үҫмерлектең үҙенсәлекле йәме, һөнәр алыуға, түҙемһеҙ мөхәббәткә бәйле күренештәр трилогияның үҙәгендә торған проблемаларҙы тағы ла тәрәнәйтә һәм киңәйтә төшә. Әҫәр хаҡындағы һөйләшеүгә йәнә бер күҙлектән яҡын килеү, унда рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙең ҡуйылышы хаҡында айырым әйтеп китеү кәрәктер, тип уйлайым. Был йәһәттән Ғаләм Илсеһенең эпизодик образы айырым иғтибарға лайыҡ.
— Ғаләм Илсеһе әҙәм балаһының донъяға килеү сәбәбен, йәшәү мәғәнәһен аныҡлай. Икһеҙ-сикһеҙ донъя вәкиле образы "Аллаһ — Ғаләм ул" тигән гипотезаға нигеҙләнгән. Әҫәрҙә һүрәтләнеүенсә, ул иң элек — кешенең асылы, Йыһандағы урыны хаҡындағы һүҙ.
Трилогияла әҙәм балаһы менән тирә-йүн араһындағы мөнәсәбәт алғы планға бер тапҡыр ғына сыҡмай. Ғаләм Илсеһе — тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө, уның ижадсыһы. Уның бер көн килеп фән менән диндең ҡушыласағы тураһындағы һүҙҙәре донъяла матди һәм рухи башланғыстарҙың бер бөтөн итеп танылыуынан килә. Трилогияла әхлаҡи ҡиммәттәргә ҙур урын бирелеүе шуның менән аңлатыла. Шуға ла халыҡ мәғарифының һәм ауыл уҡытыусыһының әҫәрҙең төп образы итеп һүрәтләнеүе үтә тәбиғи. Уҡытыусы — халҡының хеҙмәтсеһе, уның айырылғыһыҙ өлөшө.
Шуныһы хаҡ: автор тарафынан ҡаһарманлыҡҡа тиң ижади эш башҡарылған. Китап хаҡында бер ултырыуҙа һөйләшеп бөтөү ҙә, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ғына ваҡытта күҙаллау ҙа еңел түгел. Иң мөһиме — яҙыусы әйтер һүҙен аҙағына еткерә алған, геройҙары алдында уның йөҙө яҡты, выжданы саф. Уға яңы ижади уңыштар теләйһе ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781