Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илеш һандуғасы
Илеш һандуғасы
Уян, халҡым!
Халыҡ һарыҡ
Түгеллеген
Күрһен ҡоҙғон түрәләр.
Бөгөн улар
Үҙҙәренә
Ау ситлеге үрәләр.

Халҡының ирекһеҙлеге өсөн әрнеп, шиғыр һөйөүселәрҙе уйға һалған был шиғри юлдарҙың авторы — Зәлифә Кашапова. Шиғри камиллыҡҡа өлгәшеү, хис һәм фекер тәрәнлеге...



Шиғриәткә яңы биҙәктәр өҫтәп, киң һулыш менән йырлаусы шағирә Зәлифә Кашапованың шишмә башы ҡайҙарҙа? Әлбиттә, тыуған яғында — Илеш районының матур тәбиғәтле Иштирәк ауылында. Үрге Йәркәйҙең 1-се урта мәктәбен тамамлағас, Аҡкүҙ мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләгәндә лә, Башҡортостан дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡығанда ла, дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен тыуған ауылы балаларына арнап белем һәм тәрбиә биргәндә лә, халҡыбыҙҙың шиғыр-моңдары оҙатып йөрөгән уны.
Зәлифә Кашапованы шиғырҙары, публицистик мәҡәләләре буйынса күптән беләм. Миңә уның ижадҡа үҙ тәбиғилегендә, үҙ ерлегендә, үҙ йөрәгенең бейеклегендә тотоноуы ҡиммәт.
Илеш һандуғасы Илеш тарафтарында йөрөгәндә күрҙем: әҙәбиәт һөйөүселәр Зәлифәне шағирә һәм шәхес итеп таный, хөрмәт итә. Был үҙе үк ҙур баһаға лайыҡ. Шағирәнең ижады тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған. Ысынлап та, ниндәй ижадсыны ла таныу һәм баһалау һәр кем өсөн дә уға моң, һүҙ маһирлығын биргән тыуған еренән башлана бит.
Йәннәткә тиң яҡта үҫкән
Мин бер моңло аҡ ҡайын.
Йырҙарымды һин тыуҙырҙың,
Әй, ғәзиз тупраҡҡайым!

Шағирәнең хыялында яралып, әҫәрҙәрендә йәшәгән лирик геройҙарының өмөттәре яҡты, күңелдәре саф, гражданлыҡ позициялары ышаныслы.
Халҡым йәне бер ҙә һүрелмәһен,
Милли биҙәк булып үрелһен.
Икенсе бер шиғырында:
Үтәр юлымда
Осрай мең алыш.
Ҡайһыһы — табыш,
Ҡайһыһы — салыш?!
Мин шул табышты
Һалайым иңсәмә.
Тормаһын салыш,
Ауыр килһә лә,

тип үҙенең йәшәү һәм ижад итеү маҡсатын билдәләй автор.
Шиғырҙарының күбеһенең исемендә үк табыш бар. Мәҫәлән, "Көҙҙәрҙән яҙҙар эҙләнем", "Йән ҡуҙынан шәмдәл ҡабыҙам", "Араларҙы кистем мин", "Һөйөү еләгем", "Ҡайнар ҡояш керҙе күңелгә" һәм башҡалар. Әлбиттә, фекерләү рәүеше авторҙың ҡатын-ҡыҙ затынан булыуын һиҙҙереп тора. Бәлки, шул яғы менән ул отошлолор ҙа.
Зәлифә Кашапованы кеше тормошо, мәңгелек, йәшәү мәғәнәһе, донъя йәмен күреү, һөйөү телен аңлау, изгелек кеүек төшөнсәләр хисләндерә һәм уйландыра.
Көндән төнгә кереп шәфәҡ эрер,
Ваҡыт һаман алға тәгәрәр.
Киң Ғаләмдә яңы йән яралып,
Тыуып килгән таңды сәләмләр.

Авторҙың образлы фекерләү һәләтен күҙаллау өсөн тағы бер нисә миҫал килтерәйек:
Хыялдарым — елкән киреп
Офоҡта йөҙгән карап.
Мин уларҙан сәйлән теҙәм,
Йондоҙло күккә ҡарап.
Йәки икенсе бер шиғырында:
Ай дуғаһын икәү ҡалпаҡ итеп
Ҡаршылаған инек ул кисте,

тип яңы шиғри биҙәктәр үрә ул.
Шуныһы һөйөнөслө: мөғәллимә исемен ғорур йөрөткән шағирә бәләкәйҙәребеҙҙе лә онотмай. Халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, әкиәт-легендаларын ҡыҙыҡһынып өйрәнеп, һәр даим балалар менән аралашып тороуы, бала күңелен һәм психологияһын яҡшы белеүе уға "Изге аманат" исемле бик матур китап яҙырға этәргес бирҙе. Әлеге йыйынтыҡ — шағирәнең дүртенсе китабы. Гәзит был хаҡта хәбәр иткәйне инде.
Илеш һандуғасы Зәлифә Кашапованың шиғриәттә үҙ фекере, үҙ моңо бар. Уның шиғри һүҙе уйсан, үтемле, күңелгә уйылып ҡала торған. Шағирә һаман ижад юлында, ул илһамлы һуҡмаҡтан яна-көйә алға атлай. Яңынан-яңы ижад үрҙәре теләйек уға!
Хәсән НАЗАР,
шағир, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779