Уян, халҡым!
Халыҡ һарыҡ
Түгеллеген
Күрһен ҡоҙғон түрәләр.
Бөгөн улар
Үҙҙәренә
Ау ситлеге үрәләр.
Халҡының ирекһеҙлеге өсөн әрнеп, шиғыр һөйөүселәрҙе уйға һалған был шиғри юлдарҙың авторы — Зәлифә Кашапова. Шиғри камиллыҡҡа өлгәшеү, хис һәм фекер тәрәнлеге...
Шиғриәткә яңы биҙәктәр өҫтәп, киң һулыш менән йырлаусы шағирә Зәлифә Кашапованың шишмә башы ҡайҙарҙа? Әлбиттә, тыуған яғында — Илеш районының матур тәбиғәтле Иштирәк ауылында. Үрге Йәркәйҙең 1-се урта мәктәбен тамамлағас, Аҡкүҙ мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләгәндә лә, Башҡортостан дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡығанда ла, дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен тыуған ауылы балаларына арнап белем һәм тәрбиә биргәндә лә, халҡыбыҙҙың шиғыр-моңдары оҙатып йөрөгән уны.
Зәлифә Кашапованы шиғырҙары, публицистик мәҡәләләре буйынса күптән беләм. Миңә уның ижадҡа үҙ тәбиғилегендә, үҙ ерлегендә, үҙ йөрәгенең бейеклегендә тотоноуы ҡиммәт.
Илеш тарафтарында йөрөгәндә күрҙем: әҙәбиәт һөйөүселәр Зәлифәне шағирә һәм шәхес итеп таный, хөрмәт итә. Был үҙе үк ҙур баһаға лайыҡ. Шағирәнең ижады тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған. Ысынлап та, ниндәй ижадсыны ла таныу һәм баһалау һәр кем өсөн дә уға моң, һүҙ маһирлығын биргән тыуған еренән башлана бит.
Йәннәткә тиң яҡта үҫкән
Мин бер моңло аҡ ҡайын.
Йырҙарымды һин тыуҙырҙың,
Әй, ғәзиз тупраҡҡайым! Шағирәнең хыялында яралып, әҫәрҙәрендә йәшәгән лирик геройҙарының өмөттәре яҡты, күңелдәре саф, гражданлыҡ позициялары ышаныслы.
Халҡым йәне бер ҙә һүрелмәһен,
Милли биҙәк булып үрелһен.
Икенсе бер шиғырында:
Үтәр юлымда
Осрай мең алыш.
Ҡайһыһы — табыш,
Ҡайһыһы — салыш?!
Мин шул табышты
Һалайым иңсәмә.
Тормаһын салыш,
Ауыр килһә лә, —
тип үҙенең йәшәү һәм ижад итеү маҡсатын билдәләй автор.
Шиғырҙарының күбеһенең исемендә үк табыш бар. Мәҫәлән, "Көҙҙәрҙән яҙҙар эҙләнем", "Йән ҡуҙынан шәмдәл ҡабыҙам", "Араларҙы кистем мин", "Һөйөү еләгем", "Ҡайнар ҡояш керҙе күңелгә" һәм башҡалар. Әлбиттә, фекерләү рәүеше авторҙың ҡатын-ҡыҙ затынан булыуын һиҙҙереп тора. Бәлки, шул яғы менән ул отошлолор ҙа.
Зәлифә Кашапованы кеше тормошо, мәңгелек, йәшәү мәғәнәһе, донъя йәмен күреү, һөйөү телен аңлау, изгелек кеүек төшөнсәләр хисләндерә һәм уйландыра.
Көндән төнгә кереп шәфәҡ эрер,
Ваҡыт һаман алға тәгәрәр.
Киң Ғаләмдә яңы йән яралып,
Тыуып килгән таңды сәләмләр. Авторҙың образлы фекерләү һәләтен күҙаллау өсөн тағы бер нисә миҫал килтерәйек:
Хыялдарым — елкән киреп
Офоҡта йөҙгән карап.
Мин уларҙан сәйлән теҙәм,
Йондоҙло күккә ҡарап.
Йәки икенсе бер шиғырында:
Ай дуғаһын икәү ҡалпаҡ итеп
Ҡаршылаған инек ул кисте, —
тип яңы шиғри биҙәктәр үрә ул.
Шуныһы һөйөнөслө: мөғәллимә исемен ғорур йөрөткән шағирә бәләкәйҙәребеҙҙе лә онотмай. Халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, әкиәт-легендаларын ҡыҙыҡһынып өйрәнеп, һәр даим балалар менән аралашып тороуы, бала күңелен һәм психологияһын яҡшы белеүе уға "Изге аманат" исемле бик матур китап яҙырға этәргес бирҙе. Әлеге йыйынтыҡ — шағирәнең дүртенсе китабы. Гәзит был хаҡта хәбәр иткәйне инде.
Илеш һандуғасы Зәлифә Кашапованың шиғриәттә үҙ фекере, үҙ моңо бар. Уның шиғри һүҙе уйсан, үтемле, күңелгә уйылып ҡала торған. Шағирә һаман ижад юлында, ул илһамлы һуҡмаҡтан яна-көйә алға атлай. Яңынан-яңы ижад үрҙәре теләйек уға!
Хәсән НАЗАР,
шағир, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.