Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Тере шишмәләр" ҡоромай
"Тере шишмәләр" ҡоромай
"Баязит Бикбайға үҙ талантын поэзияның, прозаның, драматургияның төрлө тармаҡтарында һәм жанрҙарында тулы күрһәтә алыу насип булды, дөрөҫөрәге, тынғыһыҙ хеҙмәт, маҡсатҡа тоғролоҡ, ижади яныу аша ул ошо оло бүләккә өлгәште. Күп һәләтте үҙенә туплаған һүҙ оҫтаһы булыу өҫтөнә ул сәнғәттең тылсымдарын яҡшы тойған рәссам күңелле, тарихты, халыҡ ижадын яҡшы белгән ғалим зиһенле кеше ине", — тип яҙҙы оло әҙип хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

Ысынлап та, Баязит Бикбайҙың ижадынан тыш милли әҙәбиәтебеҙҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның "Ер", "Йәшә, тормош" кеүек поэмалары, бихисап йыры башҡорт поэзияһын байытып ебәрһә, "Ҡарлуғас" "Ҡоҙаса", "Шәүрә" кеүек сәхнә әҫәрҙәре театр сәнғәтен күтәреүгә тос өлөш индерҙе. Ә инде "Ҡояшлы көн", "Тере шишмәләр" повестары, "Аҡселән ташҡанда" романы әле булһа ла уҡыусылар күңелен яулай.
Күптән түгел арҙаҡлы әҙиптең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан Баязит Бикбайҙың тыуған төйәгендә — Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрелде. Иҫтәлекле сараға Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, әҙиптәр Зөһрә Ҡотлогилдина, Тимер Ниәтшин, Кинйәғәле Абдуллин, Закир Әҡбәров та килгәйне.
"Тере шишмәләр" ҡоромай — Баязит ағайҙы изге күңелле, тапҡыр һүҙле, аҡыллы кеше тип беләбеҙ, — тине район Советы секретары Әхәт Исламғолов. — Уның тәрбиәүи, ябай халыҡ тормошон сағылдырған әҫәрҙәре бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эштәрҙе дауам итәбеҙ.
Әйткәндәй, райондағы бик күп урын оло әҙипте хәтерләтеп тора. Яңы Мораптал ауылындағы мәктәп Баязит Бикбай исемен йөрөтә, ошо белем усағы алдында уның бюсы ла ҡуйылған. Ҡалта халҡы ла, арҙаҡлы яҡташын хөрмәтләп, урамға һәм шишмәгә уның исемен биргән. 2011 йылда Көйөргәҙе районы хакимиәте тарафынан әҙәби премия ла булдырылған.
Был кисәлә танылған балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия тапшырылды.
"Тере шишмәләр" ҡоромай — Беҙгә йыл эсендә Башҡортостанды арҡырыға-буйға йөрөп сығырға тура килә, — тине Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы. — Һәр төбәктә лә әҙәбиәтте яҡын күргән, рухиәтте хәстәрләгән етәкселәр эшләмәй. Был йәһәттән Көйөргәҙе районына үпкәбеҙ юҡ.
Әҙиптең тыуған йылы була, үлгән йылы булмай, тиҙәр. Улар, баҡыйлыҡҡа күсһә лә, һутлы ижад емештәре менән уҡыусылар күңелендә йәшәй. Әҙәбиәтебеҙ классигы Баязит Бикбай — тап шундайҙарҙың береһе. Йылдар үтеү менән уның "Тере шишмәләр" кеүек әҫәрҙәре күңелебеҙҙе һуғарыуҙан туҡтамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779