"Баязит Бикбайға үҙ талантын поэзияның, прозаның, драматургияның төрлө тармаҡтарында һәм жанрҙарында тулы күрһәтә алыу насип булды, дөрөҫөрәге, тынғыһыҙ хеҙмәт, маҡсатҡа тоғролоҡ, ижади яныу аша ул ошо оло бүләккә өлгәште. Күп һәләтте үҙенә туплаған һүҙ оҫтаһы булыу өҫтөнә ул сәнғәттең тылсымдарын яҡшы тойған рәссам күңелле, тарихты, халыҡ ижадын яҡшы белгән ғалим зиһенле кеше ине", — тип яҙҙы оло әҙип хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Ысынлап та, Баязит Бикбайҙың ижадынан тыш милли әҙәбиәтебеҙҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның "Ер", "Йәшә, тормош" кеүек поэмалары, бихисап йыры башҡорт поэзияһын байытып ебәрһә, "Ҡарлуғас" "Ҡоҙаса", "Шәүрә" кеүек сәхнә әҫәрҙәре театр сәнғәтен күтәреүгә тос өлөш индерҙе. Ә инде "Ҡояшлы көн", "Тере шишмәләр" повестары, "Аҡселән ташҡанда" романы әле булһа ла уҡыусылар күңелен яулай.
Күптән түгел арҙаҡлы әҙиптең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан Баязит Бикбайҙың тыуған төйәгендә — Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрелде. Иҫтәлекле сараға Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, әҙиптәр Зөһрә Ҡотлогилдина, Тимер Ниәтшин, Кинйәғәле Абдуллин, Закир Әҡбәров та килгәйне.
— Баязит ағайҙы изге күңелле, тапҡыр һүҙле, аҡыллы кеше тип беләбеҙ, — тине район Советы секретары Әхәт Исламғолов. — Уның тәрбиәүи, ябай халыҡ тормошон сағылдырған әҫәрҙәре бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эштәрҙе дауам итәбеҙ.
Әйткәндәй, райондағы бик күп урын оло әҙипте хәтерләтеп тора. Яңы Мораптал ауылындағы мәктәп Баязит Бикбай исемен йөрөтә, ошо белем усағы алдында уның бюсы ла ҡуйылған. Ҡалта халҡы ла, арҙаҡлы яҡташын хөрмәтләп, урамға һәм шишмәгә уның исемен биргән. 2011 йылда Көйөргәҙе районы хакимиәте тарафынан әҙәби премия ла булдырылған.
Был кисәлә танылған балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия тапшырылды.
— Беҙгә йыл эсендә Башҡортостанды арҡырыға-буйға йөрөп сығырға тура килә, — тине Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы. — Һәр төбәктә лә әҙәбиәтте яҡын күргән, рухиәтте хәстәрләгән етәкселәр эшләмәй. Был йәһәттән Көйөргәҙе районына үпкәбеҙ юҡ.
Әҙиптең тыуған йылы була, үлгән йылы булмай, тиҙәр. Улар, баҡыйлыҡҡа күсһә лә, һутлы ижад емештәре менән уҡыусылар күңелендә йәшәй. Әҙәбиәтебеҙ классигы Баязит Бикбай — тап шундайҙарҙың береһе. Йылдар үтеү менән уның "Тере шишмәләр" кеүек әҫәрҙәре күңелебеҙҙе һуғарыуҙан туҡтамай.