Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олуғ ғалимдың юбилейынан һуң тыуған уйҙар
Былтыр республика йәмәғәтселеге профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 100 йыллығын билдәләне, гәзит һәм журналдарҙа уның хаҡында төрлө мәҡәләләр баҫылды, халыҡ-ара конференция үтте, “Башҡортостан” редакцияһында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Был сараларҙа бер фекер сағылып үтте: ғалимдың эшен бөгөн бер кем дә дауам итмәй, уның асыштарын, ҡаҙаныштарын, яңы теорияларын таратмайҙар, аңлатмайҙар, бөгөнгө ғалимдар, яңы мәҡәләләр, китаптар, диссертациялар яҙғанда, профессорҙың хеҙмәттәренә таянмай, һөҙөмтәлә ғалимыбыҙ фән донъяһында онотола бара.
Ысынлап та, был фекерҙәрҙең ниндәйҙер нигеҙе бар: әйтәйек, ғалимдың иң әһәмиәтле, яңы иң ҙур асыштарға, теорияларға бай булған ике хеҙмәте хаҡында (“Введение в урало-алтайское языкознание”, “Основы исторической грамматики урало-алтайских языков” исемле хеҙмәттәре тураһында һүҙ бара) республика матбуғатында бер генә лә етди рецензия булманы. Ләкин ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәрендә, хатта докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларында Жәлил Кейекбаевтың һуңғы иң мөһим хеҙмәттәренә һылтанғандары күренмәй.
Һәр ҡағиҙәнең иҫкәрмәһе булған кеүек, әйтелгән өлкәлә лә ыңғай иҫкәрмә бар. Ул да булһа үҙем менән бергә, бер факультетта, тик күрше кафедрала эшләп йөрөгән профессор Әхмәр Аҙнабаевҡа ҡайтып ҡала. Үҙ ғүмеренең иң емешле 17 йылын партия өлкә комитетында үткәрһә лә, ул фән өлкәһендә лә өлгөрлөк күрһәтте. Докторлыҡ диссертацияһы яҡламаһа ла, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, яҙған хеҙмәттәренә ҡарап, уға профессор исемен бирҙе. Шуныһын айырып әйтергә кәрәк: Әхмәр Аҙнабаев, Жәлил Кейекбаевтың студенты һәм аспиранты булараҡ, үҙенең байтаҡ ваҡытын һәм көсөн уҡытыусыһының ҡаҙаныштарын, асыштарын, яңы теорияларын аңлатыу-таратыу, уҡыу-уҡытыу эшенә индереүгә һалды. Бының өсөн бик күп мәҡәлә, дәреслектәр яҙҙы, төрлө ғилми конференцияларҙа сығыш яһаны.
Икенсе яҡтан, Әхмәр Аҙнабаев, уҡытыусыһының эшен дауам итеп, юғары уҡыу йорттары өсөн күп кенә дәреслектәр яҙып баҫтырҙы. Әйтәйек, Жәлил Кейекбаев оҙаҡ ҡына йылдар “Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы” һәм “Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы” тигән курстарҙы уҡытты, шуға ла 1967 йылда ошо курстар буйынса уҡыу-уҡытыу программаларын баҫтырып сығартҡайны: беренсеһе “Программа по исторической грамматике башкирского и татарского языков” (башҡорт һәм татар төркөмдәрен бергә ҡушып уҡытты — татар кафедраһында был курс буйынса уҡытыусы юҡ ине); икенсеһе — “Сравнительная грамматика тюркских языков”, өсөнсөһө “Введение в урало-алтайское языкознание” тип атала ине. Программалар 1967 йылдың аҙағында донъя күрҙе. Уларға таянып дәреслектәрен дә яҙырға хыяллана ине, әммә, үкенескә ҡаршы, 1968 йылдың мартында вафат булды. Шулай ҙа ул “Введение в урало-алтайское языкознание” исемле хеҙмәтен ҡараламала ғына булһа ла яҙып өлгөргән, уны 1972 йылда Башҡортостан китап нәшриәте баҫып сығарҙы. Хеҙмәттең алдында урынлаштырылған бәләкәй генә иҫкәрмәлә былай тип яҙылған: “Был хеҙмәтте, авторы үлгәс, Ә. Бейешев, Р. Халиҡова һәм Ә. Аҙнабаев баҫмаға әҙерләне, ә библиографияһын З. Кейекбаева төҙөнө”.
Хәҙерге көндә был курстарҙы беҙҙең университетта Әхмәр Аҙнабаев уҡыта. Шуғалыр ҙа ул 2002 йылда “Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы”, 2011 йылда “Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы” тигән дәреслектәр баҫтырып сығарҙы. Студенттар бөгөн шул дәреслектәр буйынса уҡый, зачет йә имтихан бирә. Беренсе дәреслеген ул бағыусылар ярҙамында 1 мең дана менән сығарғайны, шуға ла уны республиканың юғары уҡыу йорттары, хатта Силәбе, Ырымбур университеттары ла алдырҙы. Ә икенсе дәреслеге университет типографияһында 100 дана менән генә сыҡты, ә факультеттың китапханаһына 70 дана ғына килеп инде. Башҡа уҡыу йорттарына 1 дана ла бирелмәне. Нисек кенә булмаһын, Әхмәр Аҙнабаев Жәлил Кейекбаевтың “студенттың ҡулында дәреслек булырға тейеш” тигән изге хыялын тормошҡа ашырҙы.
Был курстарҙы дәреслектәргә таянып уҡытыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә: быйыл апрель айында Алтай университетында төрки телдәр һәм әҙәбиәттәр буйынса үткәрелгән олимпиадала беҙҙең студенттар 20-ләп юғары уҡыу йорто командалары араһында икенсе урынды, ә Булат Зиннуров, шәхси беренселектә шулай уҡ икенсе урынды яулап, 30 мең һум аҡса менән бүләкләнде (беренсе урындарҙы, әлбиттә, Алтай университеты студенттары алған, сөнки олимпиада мәсьәләләрен ошо университеттың уҡытыусылары төҙөнө).
Был дәреслектәрҙән башҡа Әхмәр Аҙнабаев “Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы”, “Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр” (махсус курс өсөн ҡулланма), “Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков” (проф. Р. Хәйруллина менән берлектә) тигән дәреслектәрҙе яҙып нәшер итте. Уларҙы әҙерләгәндә лә ул үҙ уҡытыусыһының фекерҙәрен, ҡараштарын файҙаланырға тырышҡан. Әйтәйек, һуңғы дәреслектә Жәлил Кейекбаевтың хеҙмәттәренә, бигерәк тә уның бөйөк билдәлелек-билдәһеҙлек теорияһына ун-ун бишкә яҡын һылтанма бар. Шулай ҙа Әхмәр Аҙнабаевтың үҙ уҡытыусыһының эшен дауам иткән иң мөһим хеҙмәте булып 1976 йылда нәшер ителгән “Башҡорт теленең тарихи морфологияһы” һанала. Уны Вәли Псәнчин менән берлектә яҙған. Китаптың 6-сы битендә түбәндәге һүҙҙәрҙе уҡырға мөмкин: “Был тикшеренеүҙәрҙә сағыштырма-тарихи метод билдәлелек-билдәһеҙлек теорияһына нигеҙләнә. Ул теория, үҙ сиратында, телдең билдәлелек һәм билдәһеҙлек грамматик категорияһына таянып, профессор Жәлил Кейекбаев тарафынан эшләнгәйне”. Йәғни, Аҙнабаев менән Псәнчин был монографияны яҙғанда профессорҙың яңы теорияһына таянған, уларҙы киң уҡыусыға, бигерәк тә студенттарға һәм аспиранттарға еткерергә тырышҡан.
Ә. ДӘҮЛӘТҠОЛОВ,
БДПУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779