Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдарҙы ысын итеү еңел
Хыялдарҙы ысын итеү еңел
— Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә хыялым тормошҡа ашҡан урынды күрһәтәм! – тине Азамат Хәмитйән улы. Булһа була бит үҙ эшенә мөкиббән киткән кешеләр! Дүртөйлө район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе — үҙ вазифа- бурыстарына ғашиҡ кеше. Ә ундай шәхестәрҙең күрһәтерлек ҡаҙаныштары ла етерлек. Ҡыҫҡа командировкала район буйлап иркенләп йөрөргә форсат булмауы ғына йәл. Хәйер, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова күптән түгел тап беҙ барасаҡ урындарҙы ҡарап китергә ваҡыт тапҡан...


Хыялдарҙы ысын итеү еңел Уларҙың беренсеһен — райондың Шишмә ауылындағы модель клубын ҡараныҡ. Бындай атамаларҙы йыш осратырға тура килмәй. Модель, тимәк, өлгөлө. Ошо бәләкәй генә ауылда өлгөлө клубмы? Ҡәҙимге ҙур булмаған бинаны күрербеҙ тиһәк, ауыл өсөн мөһабәт һаналған клуб ҡаршы алды. Тышы бер хәл, эстә лә һоҡландырған күренештәр күп. Беренсенән, һәр төрлө түңәрәктәрҙең күплеге, икенсенән, улар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләрҙең зауыҡ менән биҙәлеше. Хатта стеналарының төҫө, биҙәү әйберҙәре ҡулланылышы буйынса ла бер бүлмә икенсеһен ҡабатламай. Йыһаздар тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
— Нисек, тәьҫир итәме? — тип һорай Азамат Ғилманов. “Ныҡ тәьҫир итә!” – тип уның һымаҡ өҙә яуап бирергә тырышам.
Бөтә был ҡорамал һәм йыһаздар күрһәтер өсөн генәлер тигән уй башҡа ла инеп сыҡмай, сөнки һәр ҡайҙа – балаларҙың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе: ҡул эштәре, төшөргән һүрәттәре, йыр һәм бейеү коллективтарының сығыш яһағандағы фотолары... Ниндәй генә һын юҡ та ниндәй генә шөғөл ҡыҙыҡһындырмай бәләкәстәрҙе... Был түңәрәктәргә Шишмә урта мәктәбе уҡыусыларының 80 проценты самаһы йөрөй икән (ә мәктәптә 76 бала уҡый тинеләр). Үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ғына ла бында бишәү, балаларҙыҡы ла, ололарҙыҡы ла.
Шишмә модель клубы — Дүртөйлө районында өлгөлө учреждение. Район етәкселеге тап ошо клубта кластер алымын һынап ҡарарға булған. Муниципаль мәҙәниәт учреждениеларына ҡарата кластер алымы нимәнән ғибәрәт? Ул бер урында бөтә кәрәкле хеҙмәтләндереү төрҙәренең тупланыуын аңлата. Һүҙ мәҙәни хеҙмәт күрһәтеү тураһында бара, әлбиттә.
Хыялдарҙы ысын итеү еңел Маҡсат — халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороуҙы махсуслашҡан белгестәр ҡарамағына тапшырыу. Шишмә ауыл мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау һәм эске яғын биҙәү өсөн 1 миллион 300 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса тотонғандар. Ижади кадрҙар һаны бында туғыҙ берәмеккә етәсәк, түңәрәктәр үткәрергә күрше Исмаил ауылындағы сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары ла йәлеп ителгән.
Ә ниңә өлгө итеп Шишмә ауылы һайланған? Мәҙәниәт йортоноң ял саралары ойоштороу өсөн майҙаны етерлек, тышҡы биләмәһе лә спорт һәм уйын майҙансыҡтары булдырыу мөмкинлеген бирә. Китапханаһы ла бай, ул да модель учреждениеһы итеп үҙгәртелә.
— Фойе әле, күрәһегеҙ, буш — бында ғаиләләр ҡыш көнө килеп ял итә алһын өсөн балалар майҙансығы, “йәнле тәбиғәт” мөйөшө буласаҡ, күтәрмә милли стилдә үҙгәртеп ҡороласаҡ. Белгестәрҙең эш хаҡын арттырыу юлдарын да эҙләйһе бар әле, — ти Азамат Хәмитйән улы. — Бында халыҡ та бик дәртле, модель клубы өсөн урын һайлағанда шуны ла иҫәпкә алдыҡ. Ә хыялым тулыһынса тормошҡа ашҡан урын – Йәштәр үҙәге, әйҙәгеҙ, барып ҡарайыҡ.
Дүртөйлө ҡалаһындағы Йәштәр үҙәге был яҡта мәҙәниәт өлкәһенә иғтибарҙың юғары кимәлдә булыуына тағы бер ҡат инандырҙы. Күп йүнәлешле үҙәктә өс үлсәмле (3D форматында) фильмдар күрһәтерлек заманса аппаратура ҡуйғандар. Элек кинотеатр булған бина уҙған йыл май айында ғына үҙгәртеп эшләнгән.
Был төбәктең мәҙәни ҡаҙаныштары тураһында күп һөйләргә була. Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән этно-экотуризм үҙе генә лә ни тора! Тағы ла шуныһы: бөтә нәмәнең иҡтисади нигеҙгә ҡоролоуын иҫәптә тотоп, райондың мәҙәниәт учреждениелары табыш алыу юлдарын эҙләү һәм файҙаланыу мөмкинлектәрен дә онотмай. Былтыр улар халыҡҡа 8 миллион 548 мең һумлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәткән. Килемдең төп өлөшө түңәрәктәр, дискотекалар үткәреүгә, кинофильмдар күрһәтеүгә, төрлө күмәк сараларға тура килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779