Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тойғоларға бай ижад
Тойғоларға бай ижадШағир Тойғондоң “Беҙҙе һөйөү йөрөтә” исемле шиғырында шундай юлдар бар:
Ҡоштар юлын беҙ ҙә күп
тапайбыҙ —
Күңел күтәрергә йыр етә.
Кешеләргә һөйөү йөрөткәнгә,
Шул һөйөү бит беҙҙе йөрөтә.
Кешеләргә һөйөү йөрөткән шағирҙың Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үткән уҡыусылар менән осрашыуы ошо ҡанатлы һүҙҙәрҙең хаҡлығын тағы бер ҡат раҫланы. Сараға халыҡ байтаҡ килгәйне. Улар араһында республика ауылдары мәктәптәренең уҡытыусылары күпселекте тәшкил итте.
Өфө районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса методист Илүзә Яхина әйтеүенсә, ысын шиғриәт бер кемде лә битараф ҡалдырмай, был йәһәттән Тойғон ижады беҙгә, уҡытыусыларға, бигерәк тә яҡын. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә быйыл сыҡҡан “Мөхәббәттән донъя ҡотайыр” тигән сувенир йыйынтығында ла уның бөгөнгө менән мәңгелектең аҫыл ҡиммәттәрен һыйҙырған кинәйәле фәлсәфәһе күңелгә хуш килә.Тойғоларға бай ижад
Китапхана директоры Азат Ибраһимов, ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, артабан “дилбегәне” алып барыусыларға — бүлек хеҙмәткәрҙәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Айгөл Буранбаеваға тапшырҙы. Шағирҙың заман рухын сағылдырған шиғырҙары уларҙың башҡарыуында аһәңле яңғыраны. Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән консультанты Рәшит Низамов, яҙыусы Ринат Камал, шағирҙар Николай Грахов менән Лилиә Һаҡмар һәм башҡалар, Тойғон ижады хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Йәш шағирҙарҙан Зиниә Байназарова менән Фәрит Әхмәт тә, шиғырҙарына ҡушып, үҙҙәре башҡарыуында моңло йырҙар бүләк итте. Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашевтың милли музыка ҡоралында уйнауы ла, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының ХI класс уҡыусыһы Ләйсән Фәттәхованың “Нимфа” бейеүен башҡарыуы ла, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының III курс студенттары Лиана Байназарованың думбырала, Айрат Шакировтың баянда өҙҙөрөп уйнауы ла кисәне йәнләндереп ебәрҙе.
Йыр-моң, бейеү һәм шиғыр менән һуғарылған сарала шағир Тойғондоң тормошона, ижад юлына ҡағылышлы слайд-шоу, “Тойғоларға бай ижад” тигән китаптар күргәҙмәһе биҙәк өҫтөнә биҙәк өҫтәне.
Б. МӨХӘРРӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779