Шағир Тойғондоң “Беҙҙе һөйөү йөрөтә” исемле шиғырында шундай юлдар бар:
Ҡоштар юлын беҙ ҙә күп
тапайбыҙ —
Күңел күтәрергә йыр етә.
Кешеләргә һөйөү йөрөткәнгә,
Шул һөйөү бит беҙҙе йөрөтә.
Кешеләргә һөйөү йөрөткән шағирҙың Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үткән уҡыусылар менән осрашыуы ошо ҡанатлы һүҙҙәрҙең хаҡлығын тағы бер ҡат раҫланы. Сараға халыҡ байтаҡ килгәйне. Улар араһында республика ауылдары мәктәптәренең уҡытыусылары күпселекте тәшкил итте.
Өфө районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса методист Илүзә Яхина әйтеүенсә, ысын шиғриәт бер кемде лә битараф ҡалдырмай, был йәһәттән Тойғон ижады беҙгә, уҡытыусыларға, бигерәк тә яҡын. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә быйыл сыҡҡан “Мөхәббәттән донъя ҡотайыр” тигән сувенир йыйынтығында ла уның бөгөнгө менән мәңгелектең аҫыл ҡиммәттәрен һыйҙырған кинәйәле фәлсәфәһе күңелгә хуш килә.
Китапхана директоры Азат Ибраһимов, ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, артабан “дилбегәне” алып барыусыларға — бүлек хеҙмәткәрҙәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Айгөл Буранбаеваға тапшырҙы. Шағирҙың заман рухын сағылдырған шиғырҙары уларҙың башҡарыуында аһәңле яңғыраны. Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән консультанты Рәшит Низамов, яҙыусы Ринат Камал, шағирҙар Николай Грахов менән Лилиә Һаҡмар һәм башҡалар, Тойғон ижады хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Йәш шағирҙарҙан Зиниә Байназарова менән Фәрит Әхмәт тә, шиғырҙарына ҡушып, үҙҙәре башҡарыуында моңло йырҙар бүләк итте. Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашевтың милли музыка ҡоралында уйнауы ла, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының ХI класс уҡыусыһы Ләйсән Фәттәхованың “Нимфа” бейеүен башҡарыуы ла, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының III курс студенттары Лиана Байназарованың думбырала, Айрат Шакировтың баянда өҙҙөрөп уйнауы ла кисәне йәнләндереп ебәрҙе.
Йыр-моң, бейеү һәм шиғыр менән һуғарылған сарала шағир Тойғондоң тормошона, ижад юлына ҡағылышлы слайд-шоу, “Тойғоларға бай ижад” тигән китаптар күргәҙмәһе биҙәк өҫтөнә биҙәк өҫтәне.
Б. МӨХӘРРӘМОВ.