Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Астананы таң ҡалдырҙы йәш ғәскәровсылар
Астананы таң ҡалдырҙы йәш ғәскәровсыларФәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы, республикала ойошторолған күп сараға биҙәк өҫтәүҙән тыш, Рәсәй киңлектәренә лә сыға, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә йәш ғәскәровсылар, Ҡаҙағстанда балалар һәм үҫмерҙәрҙең "Илһам киңлектәре" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, I урынды алды, ә иң кескәй бейеүсе – өс йәшлек Сабина Нуриманова махсус диплом менән бүләкләнде.
– Малай һәм ҡыҙҙарҙы ҙур сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, күп көс талап ителә, бигерәк тә бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәтеү еңел түгел, – ти ансамблдең балалар студияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова. – Еңеүҙәр нигеҙендә ҙур хеҙмәт ятыуын балалар үҙҙәре генә белә. Уның өсөн ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылабыҙ, еңеүебеҙ хаҡында ишеткәндә һәр беребеҙҙең хис-тойғоһон һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Быға тиклем Санкт-Петербург, Әстрхан халҡына башҡорт һәм донъя бейеүҙәрен күрһәткәйнек, унда ла призлы урындар яуланыҡ.
Рәсәйҙең профессиональ хореография сәнғәтендә өлгө һаналған ансамбль ҡарамағында балалар студияһы төҙөү тураһында күптән хыялланғандар. Әле әҙерлек төркөмөндә төрлө йәштәге ике йөҙгә яҡын бала бейеү серҙәренә төшөнә. Тәүҙәрәк ҡамыр кеүек йомшаҡ булған ҡыҙ һәм малайҙар хәҙер тура, текә баҫып йөрөй, аҙымдары ла ышаныслы. Әйткәндәй, бәләкәстәр һәр төрлө концертта ҡатнаша, шулай уҡ алыҫтан килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы милли кейемдә сәскәләр менән ҡаршы алыу бурысы ла уларға ышанып тапшырылған.
Репертуарҙары бик бай, ул төрлө халыҡтың әллә күпме ижад емеше менән тулыланған. Иҫ киткес күркәм бейеүҙәрҙә Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә тотош донъя мәҙәниәте сағылыш таба. Бөгөн балаларға отоп алыуға еңел һаналған бейеүҙәр менән бергә ҡатмарлыларҙы ла өйрәтә хореографтар. Айырыуса "Ҡурай"ҙы, "Ирәндек", "Птичий двор", "На полянке", "Тарантелла", "Сюрприз", "Гопак" һымаҡтарҙы оҫта башҡара улар. Әйткәндәй, был юлы "Бөркөт иле" һәм "Урыҫ каруселе" бейеүҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарғандар.
Астананы таң ҡалдырҙы йәш ғәскәровсыларФәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев билдәләүенсә, алмашты һәм киләсәкте уйлағанда, балаларға ваҡытында иғтибар итергә кәрәк. Шул осраҡта ғына мәҙәни үҫеш һәм сәнғәттең юғарылығы хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ, ти ул.
Альбина Радик ҡыҙы белдереүенсә, мәртәбәле ярышта илленән ашыу илдән конкурсанттар сығыш яһаған, жюри һәр береһенә ғәҙел баһа биргән. Үҙенсәлекле костюмдар тегеүсе Гөлнара Чукинаның да хеҙмәтен юғары баһалау зарур. Ғөмүмән, бындай саралар үҙеңде күрһәтеп яңы бейеүҙәр өлгөһөн алыу өсөн бигерәк тә әһәмиәтле.
Балалар һаман да сәфәрҙән алған бай тәьҫораттар һәм, әлбиттә, еңеү рухы менән йәшәй. Мәҫәлән, Астананың символы иҫәпләнгән «Астана – Байтирәк» комплексы иҫтәрен китәргән (97 метр бейеклектәге конструкцияның иң өҫтөндә – Ер шары, унан ҡала ус төбөндәгеләй күренә). Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусыларға ҡуйылған һәйкәл, Мәңгелек ут, Тыныслыҡ һәм Килешеү һарайы, дин үҙәге – Пирамидаға барғандар. Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаевтың музейын ҡарағандар, Азия тәбиғәтенә һоҡланғандар, урамдарҙың һәм проспекттарҙың иркен генә түгел, ә үҙенсәлекле булыуы оҡшаған. Йәнә ҡаҙаҡ дуҫтарҙың ҡунаҡсыллығы хайран ҡалдырған, үҙ-ара еңел аралашҡандар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779