Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы, республикала ойошторолған күп сараға биҙәк өҫтәүҙән тыш, Рәсәй киңлектәренә лә сыға, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә йәш ғәскәровсылар, Ҡаҙағстанда балалар һәм үҫмерҙәрҙең "Илһам киңлектәре" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, I урынды алды, ә иң кескәй бейеүсе – өс йәшлек Сабина Нуриманова махсус диплом менән бүләкләнде.
– Малай һәм ҡыҙҙарҙы ҙур сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, күп көс талап ителә, бигерәк тә бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәтеү еңел түгел, – ти ансамблдең балалар студияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова. – Еңеүҙәр нигеҙендә ҙур хеҙмәт ятыуын балалар үҙҙәре генә белә. Уның өсөн ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылабыҙ, еңеүебеҙ хаҡында ишеткәндә һәр беребеҙҙең хис-тойғоһон һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Быға тиклем Санкт-Петербург, Әстрхан халҡына башҡорт һәм донъя бейеүҙәрен күрһәткәйнек, унда ла призлы урындар яуланыҡ.
Рәсәйҙең профессиональ хореография сәнғәтендә өлгө һаналған ансамбль ҡарамағында балалар студияһы төҙөү тураһында күптән хыялланғандар. Әле әҙерлек төркөмөндә төрлө йәштәге ике йөҙгә яҡын бала бейеү серҙәренә төшөнә. Тәүҙәрәк ҡамыр кеүек йомшаҡ булған ҡыҙ һәм малайҙар хәҙер тура, текә баҫып йөрөй, аҙымдары ла ышаныслы. Әйткәндәй, бәләкәстәр һәр төрлө концертта ҡатнаша, шулай уҡ алыҫтан килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы милли кейемдә сәскәләр менән ҡаршы алыу бурысы ла уларға ышанып тапшырылған.
Репертуарҙары бик бай, ул төрлө халыҡтың әллә күпме ижад емеше менән тулыланған. Иҫ киткес күркәм бейеүҙәрҙә Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә тотош донъя мәҙәниәте сағылыш таба. Бөгөн балаларға отоп алыуға еңел һаналған бейеүҙәр менән бергә ҡатмарлыларҙы ла өйрәтә хореографтар. Айырыуса "Ҡурай"ҙы, "Ирәндек", "Птичий двор", "На полянке", "Тарантелла", "Сюрприз", "Гопак" һымаҡтарҙы оҫта башҡара улар. Әйткәндәй, был юлы "Бөркөт иле" һәм "Урыҫ каруселе" бейеүҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарғандар.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев билдәләүенсә, алмашты һәм киләсәкте уйлағанда, балаларға ваҡытында иғтибар итергә кәрәк. Шул осраҡта ғына мәҙәни үҫеш һәм сәнғәттең юғарылығы хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ, ти ул.
Альбина Радик ҡыҙы белдереүенсә, мәртәбәле ярышта илленән ашыу илдән конкурсанттар сығыш яһаған, жюри һәр береһенә ғәҙел баһа биргән. Үҙенсәлекле костюмдар тегеүсе Гөлнара Чукинаның да хеҙмәтен юғары баһалау зарур. Ғөмүмән, бындай саралар үҙеңде күрһәтеп яңы бейеүҙәр өлгөһөн алыу өсөн бигерәк тә әһәмиәтле.
Балалар һаман да сәфәрҙән алған бай тәьҫораттар һәм, әлбиттә, еңеү рухы менән йәшәй. Мәҫәлән, Астананың символы иҫәпләнгән «Астана – Байтирәк» комплексы иҫтәрен китәргән (97 метр бейеклектәге конструкцияның иң өҫтөндә – Ер шары, унан ҡала ус төбөндәгеләй күренә). Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусыларға ҡуйылған һәйкәл, Мәңгелек ут, Тыныслыҡ һәм Килешеү һарайы, дин үҙәге – Пирамидаға барғандар. Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаевтың музейын ҡарағандар, Азия тәбиғәтенә һоҡланғандар, урамдарҙың һәм проспекттарҙың иркен генә түгел, ә үҙенсәлекле булыуы оҡшаған. Йәнә ҡаҙаҡ дуҫтарҙың ҡунаҡсыллығы хайран ҡалдырған, үҙ-ара еңел аралашҡандар.