Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәниәт йылы эмблемаһы раҫланды
Мәҙәниәт йылы эмблемаһы раҫланды14 августан 15 октябргә тиклем Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проектына конкурс үткәрҙе.

Материалдар электрон төрҙә һәм ҡағыҙҙа ҡабул ителде. Еңеүсегә 40 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк билдәләнде. Конкурсҡа профессиональ рәссамдарҙан, шулай уҡ ябай граждандарҙан 50 эш килде.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова рәйеслегендәге комиссияла билдәле рәссамдар — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире Әмир Мәжитов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы, доцент Тәлғәт Мәсәлимов, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк берекмәһе рәйесе Хәтип Фазылов, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисов эшләне.
Бәйгелә ҡатнашҡандар араһында образлылығы, сағыулығы йәһәтенән “Эврика. Куда пойти учиться” журналы мөхәррире Азат Фәйзиевтең эше иң яҡшыһы тип танылды. Эмблеманың композицияһы һәм элементтары сәнғәт төрҙәрен сағылдыра. Фекер алышыу барышында авторға ҡайһы бер деталдәрҙе анығыраҡ эшләп еткерергә тәҡдим ителде. Эмблеманың яңыртылған проекты Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетына тапшырылды һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тарафынан раҫланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Дамир
    Дамир от 20.11.2013, 13:49
    Оҡшаманы эмблема. Ғөмүмән, йәйғор төҫө башҡа ориентацияларҙың билдәһе ул. Органға оҡшатылған, ә уның Башҡортостанға бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Хәйер, бер орган ултыра филармонияла. "Скрипичный ключ" билдәһе булһа, аңлайышлыраҡ булыр ине, ә былай - нота тиһәң - баштүбән...






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779