14 августан 15 октябргә тиклем Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проектына конкурс үткәрҙе.
Материалдар электрон төрҙә һәм ҡағыҙҙа ҡабул ителде. Еңеүсегә 40 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк билдәләнде. Конкурсҡа профессиональ рәссамдарҙан, шулай уҡ ябай граждандарҙан 50 эш килде.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова рәйеслегендәге комиссияла билдәле рәссамдар — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире Әмир Мәжитов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы, доцент Тәлғәт Мәсәлимов, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк берекмәһе рәйесе Хәтип Фазылов, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисов эшләне.
Бәйгелә ҡатнашҡандар араһында образлылығы, сағыулығы йәһәтенән “Эврика. Куда пойти учиться” журналы мөхәррире Азат Фәйзиевтең эше иң яҡшыһы тип танылды. Эмблеманың композицияһы һәм элементтары сәнғәт төрҙәрен сағылдыра. Фекер алышыу барышында авторға ҡайһы бер деталдәрҙе анығыраҡ эшләп еткерергә тәҡдим ителде. Эмблеманың яңыртылған проекты Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетына тапшырылды һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тарафынан раҫланды.