Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атлай Зөбәй мәңгелеккә!
Атлай Зөбәй мәңгелеккә!Башҡорт дәүләт университетында Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуы айҡанлы хәтер кисәһе уҙғарылды. Илһөйәрлек рухын нығытыу маҡсатындағы сарала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, билдәле прозаик Сабир Шәрипов, шулай уҡ арҙаҡлы ғалимдар, юғары уҡыу йортонда белем алыусылар ҡатнашты.

Ҡаһарман яугир Белорет районының Баҡый ауылында тыуған, Ишембай районының Маҡар ауылындағы мәктәптә, һуңынан Өфөлә институтта уҡыған. Салауат районының Арҡауыл, Мәләүез районының Юлдаш ауылы мәктәптәрендә белем биргән. Шуға ла оло шәхес иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһенә ошо төбәктәрҙән дә уҡыусылар, уҡытыусылар килгәйне.
— Геройҙың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарылған, — тине Башҡортостан Фәндәр академияһының мәхбир ағзаһы, БДУ-ның кафедра мөдире Ғиниәт Ҡунафин. — Ростов өлкәһендә — һәйкәл, Белоретта — бюст, ә инде ул уҡытҡан мәктәптәрҙә таҡтаташ ҡуйылған. Шуны ла оноторға ярамай: Зөбәй Үтәғолов — беҙҙең университетты тамамлаған берҙән-бер герой. Тик ниңәлер БДУ-ла уға, исмаһам, таҡтаташ та ҡуйылмаған. Беҙгә ошо хаҡта уйланырға кәрәк.
Атлай Зөбәй мәңгелеккә!Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иһә сығышында йәш быуынды илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләү проблемаһына туҡталып китте. "Күп уҡыусылар хәҙер үҙ районынан сыҡҡан геройҙарҙы белмәй. Илһөйәрлек буш һүҙ булып ҡына ҡала. Шуға ла мәктәптәрҙә, университеттарҙа был мәсьәләгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк", — тине аҡһаҡал яҙыусыбыҙ.
Танылған прозаик, Зөбәй Үтәғоловтың туғаны Сабир Шәрипов иһә Геройҙың биографияһына бәйле ҡайһы бер аныҡлыҡтар индереп китте. Ә инде Белореттан килгән һәүәҫкәр композитор Мөхәррәм Сәлимов дәртле сығышы менән тамашасыларҙы ҡуҙғатып ебәрҙе. Заманында ул Рәшит Шәкүрҙең "Башҡорт телендә һөйләшәм" шиғырына көй яҙған. Хәҙер уны бөтә мәктәптәрҙә лә яратып йырлайҙар. Был юлы залдағылар ошо йырҙы бергәләшеп башҡарҙы.
Геройҙың яҡташы Хәмзә хажи Ғәлләмов та сараға шатлыҡлы хәбәр алып килгән. Уны студенттар һөйөнөп ҡабул итте. Ошо йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уңышлы уҡыған өс студент Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия менән бүләкләнәсәк. Алдынғы студенттарға был премияны Хәмзә хажи үҙе тапшырасаҡ.
Профессор Зәйтүнә Шәрипова етәкселегендәге "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге ағзаларының сығышы ла күптәрҙе һөйөндөрҙө. Тимәк, ижадҡа ынтылыусы, әҙәбиәтте яратыусы йәштәребеҙ етерлек икән...
"Яҡты күңел һәм батырлыҡ
Ҡәрҙәш икән йәмлелектә.
Автоматын тотҡан килеш
Атлай Зөбәй мәңгелеккә!"
— тип яҙған шағир Хәниф Кәрим. Ысынлап та, ҡаһарман яугир Зөбәй Үтәғолов халыҡ хәтерендә мәңгелек яҡты эҙ ҡалдырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779