Башҡорт дәүләт университетында Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуы айҡанлы хәтер кисәһе уҙғарылды. Илһөйәрлек рухын нығытыу маҡсатындағы сарала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, билдәле прозаик Сабир Шәрипов, шулай уҡ арҙаҡлы ғалимдар, юғары уҡыу йортонда белем алыусылар ҡатнашты.
Ҡаһарман яугир Белорет районының Баҡый ауылында тыуған, Ишембай районының Маҡар ауылындағы мәктәптә, һуңынан Өфөлә институтта уҡыған. Салауат районының Арҡауыл, Мәләүез районының Юлдаш ауылы мәктәптәрендә белем биргән. Шуға ла оло шәхес иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһенә ошо төбәктәрҙән дә уҡыусылар, уҡытыусылар килгәйне.
— Геройҙың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарылған, — тине Башҡортостан Фәндәр академияһының мәхбир ағзаһы, БДУ-ның кафедра мөдире Ғиниәт Ҡунафин. — Ростов өлкәһендә — һәйкәл, Белоретта — бюст, ә инде ул уҡытҡан мәктәптәрҙә таҡтаташ ҡуйылған. Шуны ла оноторға ярамай: Зөбәй Үтәғолов — беҙҙең университетты тамамлаған берҙән-бер герой. Тик ниңәлер БДУ-ла уға, исмаһам, таҡтаташ та ҡуйылмаған. Беҙгә ошо хаҡта уйланырға кәрәк.
Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иһә сығышында йәш быуынды илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләү проблемаһына туҡталып китте. "Күп уҡыусылар хәҙер үҙ районынан сыҡҡан геройҙарҙы белмәй. Илһөйәрлек буш һүҙ булып ҡына ҡала. Шуға ла мәктәптәрҙә, университеттарҙа был мәсьәләгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк", — тине аҡһаҡал яҙыусыбыҙ.
Танылған прозаик, Зөбәй Үтәғоловтың туғаны Сабир Шәрипов иһә Геройҙың биографияһына бәйле ҡайһы бер аныҡлыҡтар индереп китте. Ә инде Белореттан килгән һәүәҫкәр композитор Мөхәррәм Сәлимов дәртле сығышы менән тамашасыларҙы ҡуҙғатып ебәрҙе. Заманында ул Рәшит Шәкүрҙең "Башҡорт телендә һөйләшәм" шиғырына көй яҙған. Хәҙер уны бөтә мәктәптәрҙә лә яратып йырлайҙар. Был юлы залдағылар ошо йырҙы бергәләшеп башҡарҙы.
Геройҙың яҡташы Хәмзә хажи Ғәлләмов та сараға шатлыҡлы хәбәр алып килгән. Уны студенттар һөйөнөп ҡабул итте. Ошо йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уңышлы уҡыған өс студент Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия менән бүләкләнәсәк. Алдынғы студенттарға был премияны Хәмзә хажи үҙе тапшырасаҡ.
Профессор Зәйтүнә Шәрипова етәкселегендәге "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге ағзаларының сығышы ла күптәрҙе һөйөндөрҙө. Тимәк, ижадҡа ынтылыусы, әҙәбиәтте яратыусы йәштәребеҙ етерлек икән...
"Яҡты күңел һәм батырлыҡ
Ҡәрҙәш икән йәмлелектә.
Автоматын тотҡан килеш
Атлай Зөбәй мәңгелеккә!"
— тип яҙған шағир Хәниф Кәрим. Ысынлап та, ҡаһарман яугир Зөбәй Үтәғолов халыҡ хәтерендә мәңгелек яҡты эҙ ҡалдырҙы.