Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батша балалары уҡырлыҡ китап
Батша балалары уҡырлыҡ китапБашҡорт балалар әҙәбиәтендә сит ил яҙыусыларының, урыҫ классиктарының әҫәрҙәре тәржемә ителеп, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәр ваҡыт өйрәнелеп килде. Был ижади күренеш уҡытыу программалары тарафынан мотлаҡ талап ителә ине. Һуңғы йылдарҙа ла ошо йәһәттән байтаҡ китап сыҡты. 2008 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә француз яҙыусыһы Шарль Перроның әкиәттәре башҡорт телендә баҫылды. Әммә был китап бығаса күҙ өйрәнгән башҡаларынан айырылып тора. Тәржемәсеһе лә, рәсемдәр авторы ла бер үк кеше – Алһыу Хамматова.

Элегерәк батша балалары өсөн махсус бер генә бөртөк уҡыу һәм тәрбиә биреү китаптары сығарғандар. Алһыу ҙа башта китабын берәү генә итеп үҙ балалары өсөн ижад иткән. Уны биҙәү өсөн уйынсыҡтар яһаған, фотолар төшөргән, композициялар уйлап сығарған.
“Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре уның хеҙмәт емешен хуплап ҡаршы алды. Тиражлы китап итеп баҫтырҙылар. Миңә Алһыу менән балалар әҙәбиәте мәсьәләләренә арналған телевизион бәхәстә ҡатнашырға тура килде. Ул яңы ғына сыҡҡан китабын алып килгәйне. Табип булып эшләүсе нәзәкәтле ханымдың был илаһи ынтылышы мине һоҡландырҙы.
Беренсе тәжрибә уңышлы булғас, Алһыу тағы ла дәртләнеберәк икенсе китабын әҙерләне. Был юлы ул бер туған атаҡлы немец яҙыусылары Якоб менән Вильгельм Гриммдарҙың өс әкиәтен тәржемә итте: “Тәмле бутҡа”, “Һензель менән Гретель”, “Барҡылдаҡ ҡушаматлы батша”.
2012 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте өс мең данала яңы тәржемәләрҙе нәшерләне. Алһыу Хамматованың үҙ уҡыусылары өсөн был көтөлгән бүләк булһа, беренсеһен алып өлгөрмәгәндәргә шатлыҡлы яңылыҡ ине. “Күмәс өй” китабы биҙәлешендәге яңы зауыҡ нисектер уны Европа менән бәйләй. Әкиәттәр башҡортсанан урыҫсаға, урыҫсанан немец теленә күсеү тәртибендә урынлашҡан. Рәсемдәр ҙә мауыҡтырғыс итеп бирелгән.
Бер туған Гриммдарҙың әкиәттәре бөгөнгө көн өсөн дә әһәмиәтле. Авторҙар мифологик образдарҙы ябай кеше геройҙары менән алмаштырып, уларҙың социаль, эмоциональ донъяһын аса. Ғәҙеллек, изгелек, яҡшылыҡтың яманлыҡты еңеүе һәр кемдең хыялы тормошҡа аша тигән хәҡиҡәтте нығыта. Ғалим булараҡ, Гриммдарҙың халыҡ ижадын бөртөкләп йыйыуы, әҙәби яҡтан эшкәртеүе бар донъяға билдәле. Улар әкиәттәрен замандары өсөн аңлайышлы әҙәби телдә тәҡдим иткән, халыҡ ижадына бик һаҡсыл ҡағылған. Алһыу Хамматованың да тәржемәләрендә һүҙгә шундай нескә мөнәсәбәтте тоябыҙ.
Әлбиттә, башҡорт балалары, башҡорт телен өйрәнеүселәр мәктәп программаһы буйынса был әкиәттәр менән таныш. Шулай ҙа уларҙың бер юлы өс телдә баҫылыуы (төрлө телдәр өйрәнеүгә иғтибар артҡанда) бик тә отошло һәм тормош, тәрбиә талаптарына яуап бирә. Был – беренсенән. Икенсенән, башҡорт балалар әҙәбиәте үҫешендә ошондай китап яңылыҡ булып тора. Был һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел! Китап – балалар, ата-әсәләр өсөн дә, телдәр белгән, илдәр гиҙгәндәргә лә (уны сувенир итеп бирергә була), телде өйрәткән уҡытыусылар өсөн дә ҙур табыш, ярҙамсы.
Алһыу Хамматованың “Күмәс өй” китабы республикабыҙҙың абруйлы Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип һанайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779