Башҡорт балалар әҙәбиәтендә сит ил яҙыусыларының, урыҫ классиктарының әҫәрҙәре тәржемә ителеп, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәр ваҡыт өйрәнелеп килде. Был ижади күренеш уҡытыу программалары тарафынан мотлаҡ талап ителә ине. Һуңғы йылдарҙа ла ошо йәһәттән байтаҡ китап сыҡты. 2008 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә француз яҙыусыһы Шарль Перроның әкиәттәре башҡорт телендә баҫылды. Әммә был китап бығаса күҙ өйрәнгән башҡаларынан айырылып тора. Тәржемәсеһе лә, рәсемдәр авторы ла бер үк кеше – Алһыу Хамматова.
Элегерәк батша балалары өсөн махсус бер генә бөртөк уҡыу һәм тәрбиә биреү китаптары сығарғандар. Алһыу ҙа башта китабын берәү генә итеп үҙ балалары өсөн ижад иткән. Уны биҙәү өсөн уйынсыҡтар яһаған, фотолар төшөргән, композициялар уйлап сығарған.
“Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре уның хеҙмәт емешен хуплап ҡаршы алды. Тиражлы китап итеп баҫтырҙылар. Миңә Алһыу менән балалар әҙәбиәте мәсьәләләренә арналған телевизион бәхәстә ҡатнашырға тура килде. Ул яңы ғына сыҡҡан китабын алып килгәйне. Табип булып эшләүсе нәзәкәтле ханымдың был илаһи ынтылышы мине һоҡландырҙы.
Беренсе тәжрибә уңышлы булғас, Алһыу тағы ла дәртләнеберәк икенсе китабын әҙерләне. Был юлы ул бер туған атаҡлы немец яҙыусылары Якоб менән Вильгельм Гриммдарҙың өс әкиәтен тәржемә итте: “Тәмле бутҡа”, “Һензель менән Гретель”, “Барҡылдаҡ ҡушаматлы батша”.
2012 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте өс мең данала яңы тәржемәләрҙе нәшерләне. Алһыу Хамматованың үҙ уҡыусылары өсөн был көтөлгән бүләк булһа, беренсеһен алып өлгөрмәгәндәргә шатлыҡлы яңылыҡ ине. “Күмәс өй” китабы биҙәлешендәге яңы зауыҡ нисектер уны Европа менән бәйләй. Әкиәттәр башҡортсанан урыҫсаға, урыҫсанан немец теленә күсеү тәртибендә урынлашҡан. Рәсемдәр ҙә мауыҡтырғыс итеп бирелгән.
Бер туған Гриммдарҙың әкиәттәре бөгөнгө көн өсөн дә әһәмиәтле. Авторҙар мифологик образдарҙы ябай кеше геройҙары менән алмаштырып, уларҙың социаль, эмоциональ донъяһын аса. Ғәҙеллек, изгелек, яҡшылыҡтың яманлыҡты еңеүе һәр кемдең хыялы тормошҡа аша тигән хәҡиҡәтте нығыта. Ғалим булараҡ, Гриммдарҙың халыҡ ижадын бөртөкләп йыйыуы, әҙәби яҡтан эшкәртеүе бар донъяға билдәле. Улар әкиәттәрен замандары өсөн аңлайышлы әҙәби телдә тәҡдим иткән, халыҡ ижадына бик һаҡсыл ҡағылған. Алһыу Хамматованың да тәржемәләрендә һүҙгә шундай нескә мөнәсәбәтте тоябыҙ.
Әлбиттә, башҡорт балалары, башҡорт телен өйрәнеүселәр мәктәп программаһы буйынса был әкиәттәр менән таныш. Шулай ҙа уларҙың бер юлы өс телдә баҫылыуы (төрлө телдәр өйрәнеүгә иғтибар артҡанда) бик тә отошло һәм тормош, тәрбиә талаптарына яуап бирә. Был – беренсенән. Икенсенән, башҡорт балалар әҙәбиәте үҫешендә ошондай китап яңылыҡ булып тора. Был һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел! Китап – балалар, ата-әсәләр өсөн дә, телдәр белгән, илдәр гиҙгәндәргә лә (уны сувенир итеп бирергә була), телде өйрәткән уҡытыусылар өсөн дә ҙур табыш, ярҙамсы.
Алһыу Хамматованың “Күмәс өй” китабы республикабыҙҙың абруйлы Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип һанайым.