Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Музейға төлкө "эйәләгән"
Музейға төлкө "эйәләгән"Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Башлыса был йортта әҙәби-мәҙәни саралар үткәрелә. Был юлы иһә экскурсияға килеүселәр Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ни тиклем хозур икәнлегенә инана ала.

— Республикабыҙҙа иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында беҙ ҙә төрлө саралар үткәреп торабыҙ, — ти ҡурсаулыҡтың экология бүлеге методисы Марат Бәхтийәров. — Тәбиғәтебеҙҙең байлығына хайран ҡалырлыҡ. Әгәр ҙә кешеләр ошо күргәҙмә менән танышһа, бәлки, йәнтөйәгебеҙгә һаҡсылыраҡ булыр тигән өмөттәбеҙ.
Үҙенсәлекле күргәҙмәне мәктәп уҡыусылары оҡшатып та өлгөргән. Шулай булмай ни! Беҙ телевизорҙан йә иһә китаптарҙан ғына күргән кейектәр, ҡоштар менән Музейға төлкө "эйәләгән"ошонда танышырға була. Төлкө, бүре, һыуһар, тейен, бурһыҡ, өйрәк, һуйыр, өкө һәм башҡаларҙың һөлдәһе лә урын алған.
Белорет районында, өлөшләтә Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл мөйөштәренең береһе. Унда һирәк осрай торған үләндәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡурсаулыҡтағы һигеҙ төр үҫемлек Рәсәйҙең, ә инде 62 төрө республикабыҙҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Хайуандар донъяһы ла бай ғына: 260 төр кейек, 189 төр ҡош-ҡорт иҫәпләнә.
Тәбиғәт ҡурсаулығының экологик-ағартыу эшмәкәрлеген дә айырым баһалап үтергә кәрәктер. Мәктәп уҡыусылары өсөн унда мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторола, төрлө акциялар үткәрелеп тора. Шуның менән дә “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.


Автор: А. АБҘАҠОВ.
Фото: Автор фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782