Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Башлыса был йортта әҙәби-мәҙәни саралар үткәрелә. Был юлы иһә экскурсияға килеүселәр Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ни тиклем хозур икәнлегенә инана ала.
— Республикабыҙҙа иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында беҙ ҙә төрлө саралар үткәреп торабыҙ, — ти ҡурсаулыҡтың экология бүлеге методисы Марат Бәхтийәров. — Тәбиғәтебеҙҙең байлығына хайран ҡалырлыҡ. Әгәр ҙә кешеләр ошо күргәҙмә менән танышһа, бәлки, йәнтөйәгебеҙгә һаҡсылыраҡ булыр тигән өмөттәбеҙ.
Үҙенсәлекле күргәҙмәне мәктәп уҡыусылары оҡшатып та өлгөргән. Шулай булмай ни! Беҙ телевизорҙан йә иһә китаптарҙан ғына күргән кейектәр, ҡоштар менән
ошонда танышырға була. Төлкө, бүре, һыуһар, тейен, бурһыҡ, өйрәк, һуйыр, өкө һәм башҡаларҙың һөлдәһе лә урын алған.
Белорет районында, өлөшләтә Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл мөйөштәренең береһе. Унда һирәк осрай торған үләндәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡурсаулыҡтағы һигеҙ төр үҫемлек Рәсәйҙең, ә инде 62 төрө республикабыҙҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Хайуандар донъяһы ла бай ғына: 260 төр кейек, 189 төр ҡош-ҡорт иҫәпләнә.
Тәбиғәт ҡурсаулығының экологик-ағартыу эшмәкәрлеген дә айырым баһалап үтергә кәрәктер. Мәктәп уҡыусылары өсөн унда мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторола, төрлө акциялар үткәрелеп тора. Шуның менән дә “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.