Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәйҙең иң яҡшы китап учреждениелары иҫәбенә инде
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәйҙең иң яҡшы китап учреждениелары иҫәбенә инде

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте беренсе тапҡыр 2024 йылда дөйөм тираж күләме буйынса Рәсәйҙең 50 нәшриәте иҫәбенә инде. Был турала Рәсәйҙең китап палатаһы мәғлүмәттәренән билдәле булды. «Китап»тың тиражы – 609,46 мең дана.


Республика нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында «Китап»тың абруйлы федераль рейтингка ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәт булыуы хаҡында һөйләне.


«Былтыр беҙҙә 151 китап баҫылып сыҡты, бүләк баҫмалары ныҡ күп булды. Шулай уҡ беҙ төбәк һәм ил күләмендә 16 награда алдыҡ, икенсе йыл рәттән «Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары» һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары» билдәһенә эйәһе булдыҡ. Республиканан ситтә лә башҡорт китаптарына ҡыҙыҡһыныу бар – маркетплейстарға сығарғас, һатыу ҡырҡа артты, баҫмалар Ҡаҙағстанға, Белоруссияға һәм башҡа илдәргә оҙатылды», — ти мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.


Нәшриәт 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә бик күп ҡыҙыҡлы саралар планлаштыра, тип билдәләне Эльмира Хәйретдинова.


«Китап байрамы алдынан һәм күргәҙмәлә уҙған йылдың аҙағында донъя күргән ҡыҙыҡлы китаптарҙың исем туйы үткәрелә. Шулай уҡ бында Рәсәй нәшриәттәре араһында «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы ойошторола. Күп нәшриәттәр беҙгә килергә тырыша, сөнки Китап байрамында баҫмалар яҡшы һатыла, беҙ башҡа төбәктәр менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ, авторлыҡ хоҡуҡтары менән эш итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашабыҙ. Ә 9 майға аудиоҡушымта менән бергә башҡорт телендә «Геройҙар юлы менән» китабын әҙерләйбеҙ. Унда Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция хаҡында хикәйәләр туплана», – тине ул.


Ҡағыҙ баҫмаларҙан тыш, «Китап» аудиокитаптар йүнәлешен дә үҫтерә.


«2023 йылдан әҫәрҙәребеҙҙең аудиоверсиялары сыға, улар айырыуса йәштәр араһында бик популяр. Шулай уҡ китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн кино тураһында лекциялар циклын башланыҡ», — тип һөйләне Эльмира Хәйретдинова.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 14 сентябрендә баш ҡаланың тарихи үҙәгендә «Китап» нәшриәтенең фирма магазины асылды. Унда башҡорт, рус, татар, удмурт, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә баҫылған китаптар һатыла.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-12/bashkirskoe-izdatelstvo-kitap-voshlo-v-top-knizhnyh-uchrezhdeniy-rossii-4153959



Автор: Иван Вавилов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр 01.10.2026 // Мәҙәниәт

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшен билдәләнеләр

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшен билдәләнеләр 30.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса БР халыҡ шағиры, публицист, дәүләт ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан йырсылары халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты

Башҡортостан йырсылары халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты 30.09.2026 // Мәҙәниәт

Ҡаҙағстанда «Каспий — дуҫлыҡ диңгеҙе» халыҡ-ара эстрада йыры фестиваль-конкурсы уҙҙы. Ижади бәйгелә ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне 28.09.2026 // Мәҙәниәт

Киләһе аҙнала, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив ......

Тотош уҡырға 7

Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды

Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды 28.09.2026 // Мәҙәниәт

«Планлаштырығыҙ: 2028 йылдың уртаһына Актерҙар йорто театры әҙер булырға тейеш», – тип белдерҙе ......

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола 24.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола...

Тотош уҡырға 5

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола 24.09.2026 // Мәҙәниәт

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 7

Эстонияла башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале яҡташтарҙы берләштерҙе

Эстонияла башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале яҡташтарҙы берләштерҙе 23.09.2026 // Мәҙәниәт

Эстонияла икенсе тапҡыр Европала Башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале үтте, ул төрлө илдәрҙә ......

Тотош уҡырға 9

Башҡортостан Башлығы Заһир Исмәғилевтың 110 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Заһир Исмәғилевтың 110 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 23.09.2026 // Мәҙәниәт

21 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күренекле композитор, СССР-ҙың халыҡ ......

Тотош уҡырға 5

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде 22.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте

Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте 22.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт ......

Тотош уҡырға 4

МХО яугире тураһында «Герой бейеүе» фильмы наградаға лайыҡ булды

МХО яугире тураһында «Герой бейеүе» фильмы наградаға лайыҡ булды 18.09.2026 // Мәҙәниәт

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге» темаһына иң ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә