Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте

Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Яҙыусылар союзының элекке рәйесе Риф Тойғоновты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Быйыл көҙ уға 80 йәш тулыр ине.

Фото: Искандәр Хәсәнов | БР Яҙыусылар союзы

— Риф Ғәлим улы республиканың мәҙәни тормошонда сағыу эҙ ҡалдырҙы. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән, ул ошо ерҙә тыуып үҫкән Сәғит Агиш, Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Рауил Бикбаев кеүек билдәле башҡорт әҙиптәре сафын тулыландырҙы. Беҙ Риф Тойғондо онотмайбыҙ. Юбилей уңайынан Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның рус телендә «Непостижима жизни суть» тигән фәлсәфәүи китабы донъя күрҙе. Уның ижады һәр ваҡыт көнүҙәк, — тип билдәләне БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Ул шағирҙың тормош иптәше – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйсә Тойғоноваға Риф Тойғондоң хәтерен мәңгеләштереүгә индергән өлөшө өсөн Рәми Ғарипов миҙалын тапшырҙы.

Шағирҙың ҡәләмдәштәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, шағирә һәм тәржемәсе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Риф Ғәлим улының ижадын һөйөүселәр алдында йәш яҙыусылар — Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзалары Заһиҙә Мусина, Кристина Андрианова-Книга, Таңсулпан Рәсүл, Айбулат Сәсәнбаев, шулай уҡ иң йәш әҙип Илмир Ҡотлогилдин сығыш яһаны. Тойғон үҙе уҡыған шиғырҙарының видеояҙмалары ла күңелгә үтеп инде.

Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов Риф Тойғон шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡарҙы. Байрам Ырымбур өлкәһенең музыкаль коллективтары сығыштары менән дауам итте.

Фото: Искандәр Хәсәнов | БР Яҙыусылар союзы


Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны

Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны 08.11.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны...

Тотош уҡырға 4

Башҡорт фильмы Истанбулды яулай

Башҡорт фильмы Истанбулды яулай 06.11.2026 // Мәҙәниәт

Режиссёр Булат Йосоповтың Башҡортостан Республикаһында төшөрөлгән «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» нәфис ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Рәми Ғарипов миҙалы тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды

Өфөлә Рәми Ғарипов миҙалы тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды 06.11.2026 // Мәҙәниәт

Яҙыусылар йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Шиғриәт байрамында Башҡортостандың ......

Тотош уҡырға 3

Өфөнән «Салауат» бейеү академияһы Халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы

Өфөнән «Салауат» бейеү академияһы Халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы 03.11.2026 // Мәҙәниәт

«Салауат» өлгөлө бейеү академияһы XI «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ ......

Тотош уҡырға 9

Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар

Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар 02.11.2026 // Мәҙәниәт

Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар вафат

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар вафат 02.11.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Хәсән Назар 85-се йәшендә донъя ҡуйған. Был хаҡта ......

Тотош уҡырға 7

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 5

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 9

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 8

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы