Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте22.09.2026

Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Яҙыусылар союзының элекке рәйесе Риф Тойғоновты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Быйыл көҙ уға 80 йәш тулыр ине.

Фото: Искандәр Хәсәнов | БР Яҙыусылар союзы

— Риф Ғәлим улы республиканың мәҙәни тормошонда сағыу эҙ ҡалдырҙы. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән, ул ошо ерҙә тыуып үҫкән Сәғит Агиш, Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Рауил Бикбаев кеүек билдәле башҡорт әҙиптәре сафын тулыландырҙы. Беҙ Риф Тойғондо онотмайбыҙ. Юбилей уңайынан Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның рус телендә «Непостижима жизни суть» тигән фәлсәфәүи китабы донъя күрҙе. Уның ижады һәр ваҡыт көнүҙәк, — тип билдәләне БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Ул шағирҙың тормош иптәше – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйсә Тойғоноваға Риф Тойғондоң хәтерен мәңгеләштереүгә индергән өлөшө өсөн Рәми Ғарипов миҙалын тапшырҙы.

Шағирҙың ҡәләмдәштәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, шағирә һәм тәржемәсе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Риф Ғәлим улының ижадын һөйөүселәр алдында йәш яҙыусылар — Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзалары Заһиҙә Мусина, Кристина Андрианова-Книга, Таңсулпан Рәсүл, Айбулат Сәсәнбаев, шулай уҡ иң йәш әҙип Илмир Ҡотлогилдин сығыш яһаны. Тойғон үҙе уҡыған шиғырҙарының видеояҙмалары ла күңелгә үтеп инде.

Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов Риф Тойғон шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡарҙы. Байрам Ырымбур өлкәһенең музыкаль коллективтары сығыштары менән дауам итте.

Фото: Искандәр Хәсәнов | БР Яҙыусылар союзы


Вернуться назад