Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде 13.11.2026 // Мәҙәниәт
Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде...
Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса БР халыҡ шағиры, публицист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог Һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ҡәҙим Аралбайҙың юбилейына арналған саралар бара.

Әҙип 85 йәшлек тыуған көнөн 1 сентябрҙә билдәләне, ә 29 сентябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Сал далалар йырсыһы» исемле ижад кисәһе үтте.
Кисә эпик пролог менән асылды. Азат Айытҡолов етәкселегендәге Дәүләт ҡурайсылар ансамбле башҡорт халҡының иң билдәле йыры «Урал»ды башҡарҙы. Башҡорт драма театрының дүрт актеры — шағирҙың яҡташтары, Хәйбулла районында тыуып үҫкән Хөрмәтулла Үтәшев, Фәнис Рәхмәтов, Айҙар Шәмсетдинов һәм Морат Рафиҡов Ҡәҙим Аралбайҙың башҡорт мәҙәниәте символдарының береһенә әүерелгән «Аҡ тирмә» шиғырын һөйләне.
БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов юбилярҙы ҡотлап, хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, Ҡәҙим Аралбайҙың яҙмышы тыуған ере яҙмышынан айырылғыһыҙ, ә мәҙәниәттәр, телдәр һәм быуындар осрашҡан Өфө өсөн шағирҙың ижады айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың видеоҡотлауы күрһәтелде, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов тәбрикләне. Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд (фонд ярҙамында шағирҙың юбилейы уңайынан «Рухи атай» китабы баҫылып сыҡты) йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Юбилярға байтаҡ ҡотлау телеграммалары килде. Уларҙың береһе — Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы секретары, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы Николай Ивановтан.
Юғары шиғри һүҙ кисәнең төп асышы булды. Ҡәҙим Аралбай тыуған төйәгенә һәм ата-әсәһенә арналған «Кеше менән бергә йәшә, балам!», «Кендегемде ураҡ киҫкән ер», «Атай йәшен йәшәгәндә», үҙенең остаздары Мостай Кәримгә һәм Рәми Ғариповҡа бағышланған «Имән менән шағир», «Ҡаратау тотҡоно» тигән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов шағирҙы коллегалары исеменән ҡотланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина, шағирәләр Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм Зөлфиә Ханнанова, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова өлкән ҡәләмдәшенә рәхмәт һүҙҙәрен һәм ихлас теләктәрен еткерҙе.
Кисәлә шағирҙың ғаиләһе әүҙем ҡатнашты. Сараны шағирҙың ҡыҙы – журналист, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева һәм ейәне, телевидение алып барыусыһы Ильяс Ҡарабулатов үткәрҙе. Кейәүе, популяр йырсы һәм ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов, Милли йәштәр театры актрисаһы Зөлмәрә Ҡарабулатова ҡотлау һәм ижади номер менән сығыш яһаны. Шағирҙың күп йылдар буйына мәҙәниәт тармағында эшләгән ҡыҙы Айгөл Ҡарабулатова ғаилә исеменән йылы һүҙҙәр әйтте. Ейәнсәре Гөлнур Ҡарабулатова үҙенең видеоҡотлауында олатаһының шиғырына ижад ителгән йырҙы башҡарҙы.

Шағирҙың яҡташтары, хәйбуллалар, кисәгә йәм һәм дәрт өҫтәне. Юбилярҙы яҡташтары исеменән район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев ҡотланы. Билдәле ҡурайсы Ишморат Илбәков, артистар Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилев һәм «Йомаҡ» этно-төркөмөнөң сығыштары сараның биҙәге булды. Программаны режиссер Франгизә Илбакова әҙерләгән. Ижад кисәһе «Ҡәнифә юлы» фольклор ансамбле башҡарыуында «Хәйбулла» халыҡ ҡобайыры менән тамамланды.
Юбилей тантаналары 14-16 октябрҙә шағирҙың тыуған яғында — Хәйбулла районында дауам итә.

Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде 13.11.2026 // Мәҙәниәт
Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде...
Башҡортостандың Рус театрында яңы директор менән таныштырҙылар 12.11.2026 // Мәҙәниәт
Бөгөн Рус академия драма театры коллективын яңы художество етәксеһе менән таныштырҙылар. Был ......
Башҡортостан активистары Рәсәйҙең «Милләт ғорурлығы — 2026» премияһына лайыҡ булды 12.11.2026 // Мәҙәниәт
Лилиә Ғүмәрова Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы активистарын ҡотланы....
Өфөлә Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы еңеүселәре билдәләнде 10.11.2026 // Мәҙәниәт
Өфөлә Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышланған «Актёр йыры — 2026» республика конкурсы еңеүселәре ......
Башҡортостанда легендар йырсы Фәрит Бикбулатовтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде 10.11.2026 // Мәҙәниәт
Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә таҡтаташ ......
Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны 08.11.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны...
Башҡорт фильмы Истанбулды яулай 06.11.2026 // Мәҙәниәт
Режиссёр Булат Йосоповтың Башҡортостан Республикаһында төшөрөлгән «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» нәфис ......
Өфөлә Рәми Ғарипов миҙалы тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды 06.11.2026 // Мәҙәниәт
Яҙыусылар йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Шиғриәт байрамында Башҡортостандың ......
Өфөнән «Салауат» бейеү академияһы Халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы 03.11.2026 // Мәҙәниәт
«Салауат» өлгөлө бейеү академияһы XI «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ ......
Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар 02.11.2026 // Мәҙәниәт
Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар вафат 02.11.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Хәсән Назар 85-се йәшендә донъя ҡуйған. Был хаҡта ......
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......