Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны 08.11.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны...
Эстонияла икенсе тапҡыр Европала Башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале үтте, ул төрлө илдәрҙә йәшәгән яҡташтарҙы берләштерҙе. Былтыр фестиваль Барселонала ойошторолдо.
Өс көнлөк программа Эстонияның милли аҙсылыҡ вәкилдәренең фестивалдә ҡатнашыуынан башланды, ә яҡташтар өсөн ҙур байрам менән дауам итте. Концерт программаһында туған телдәрҙә йырҙар, шиғырҙар, милли музыка яңғыраны, бейеүҙәр күрһәтелде.
– Йәштәрҙең тамырҙарына ынтылышын күреү айырыуса ҡыуаныслы, – тип һөйләне байрамды ойоштороусыларҙың береһе Фирүзә Париж. – Эстонияла тыуып үҫкән Мария Луппес «Бөрйән ҡыҙы» бейеүен башҡарҙы. Уның әсәһе Асҡын районынан. «Үҙемде башҡорт ҡыҙы итеп тоям, әсәйемдең тыуған ерен барып күрергә теләйем», — тине Мария.
Таллинда тыуған Илнур Хәйруллин башҡорт, татар, рус, инглиз һәм эстон телдәрендә иркен һөйләшә, ҡурайҙа уйнай һәм яҡташтар өсөн осрашыуҙар ойоштора. Ул әсәһе Флүзә Хәйруллинаның «Салауат Юлаев» китабын эстон теленә тәржемә иткән.
Концертты Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж һәм эстон опера йырсыһы Алар Хаак алып барҙы, тамашасыларҙы үҙҙәренең йырҙары, «Ғәлиәбаныу» спектакленән башҡортса дуэт менән хайран ҡалдырҙы.
Фестивалгә Испания, Италия, Нидерланд, Латвия, Литванан ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар килде. Италиянан Рәфис Хөснөтдинов үҙенең популяр һәм күңелле йырҙары менән концерттың сағыу биҙәге булды. Испаниянан «Самрау» фольклор төркөмө башҡорт халҡының «Килен төшөрөү» йолаһын күрһәтте. Голландиянан Регина Шестакова бейеһә, Рәсүл Ҡадиров ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Тамашасылар күмәкләп Латвия ҡатнашыусыларының гармун көйөнә бейергә төштө.
Фестивалде 2026 йылда Таллиндың почетлы гражданы исеменә лайыҡ булған Флүзә Хәйруллина һәм уның улы Илнур Хәйруллин, Таллиндың «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторҙо.
Башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале Салауат Юлаев һөргөнгә ебәрелгән Палдиски ҡалаһына сәфәр менән тамамланды. Яҡташтар сәскәләр һалды һәм батырҙың исеме менән бәйле урындар буйлап йөрөнө.
– Был осрашыу хис-тойғоларға бай булды һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө, – тине агентлыҡ әңгәмәсеһе. – Ҡатнашыусылар традицияны дауам итергә һәм киләһе йылда Европаның икенсе илендә осрашырға тип һүҙ ҡуйышты. Киләһе фестивалде үткәреү урыны һуңыраҡ билдәле була. Бындай осрашыуҙар яҡташтарҙы берләштерә, телде, мәҙәниәтте һәм ғөрөф-ҫәҙәттәрҙе һаҡларға, йәш быуында тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.
Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны 08.11.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны...
Башҡорт фильмы Истанбулды яулай 06.11.2026 // Мәҙәниәт
Режиссёр Булат Йосоповтың Башҡортостан Республикаһында төшөрөлгән «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» нәфис ......
Өфөлә Рәми Ғарипов миҙалы тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды 06.11.2026 // Мәҙәниәт
Яҙыусылар йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Шиғриәт байрамында Башҡортостандың ......
Өфөнән «Салауат» бейеү академияһы Халыҡ-ара конкурста Гран-при яуланы 03.11.2026 // Мәҙәниәт
«Салауат» өлгөлө бейеү академияһы XI «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ ......
Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар 02.11.2026 // Мәҙәниәт
Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар вафат 02.11.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Хәсән Назар 85-се йәшендә донъя ҡуйған. Был хаҡта ......
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Тотош уҡырға 10
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...