Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Йәнтөйәктең киләсәге өсөн борсолоп
Халыҡ йолаһының “үргенсә” варианты ла бар.

Ейәнсура районының ауыл биләмәләре араһында республиканың 100 йыллығына арналған эстафета-марафоны бара. Сара сиктәрендә һәр биләмә үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра, тыуған ергә дан йырлай. Район етәкселеге халыҡ менән осраша, проблемаларҙы барлай, һорауҙарға яуап бирә. Кешеләрҙең осрашыуҙа әүҙемлеге, ауылдарҙың киләсәге өсөн борсолоуы, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләүе өмөт уята.

Фестиваль Байдәүләт ауыл билә­мәһендә башланып, Һүрәм, Таҙлар, Бикбау, Яңы Себенле биләмәлә­рен­дә дауам итте. Уларҙан һуң Яңы Петровка вәкил­дәре майҙан тотто: Үрген ауылы мәҙәниәт йортон­да әҙерләнгән күргәҙмәлә үҙҙә­ре­нең йәшәйешен кәүҙәләндерҙе. Элек­ке радиотехника, хәреф баҫыу машинаһы, етеле шәм, биҙәнеү әй­бер­ҙәре йәш быуында айырыуса ҡы­­ҙыҡһыныу уятты. Өлкәнерәктәр иһә төрлө йылдар, таныш йөҙҙәр са­ғылған фотоһүрәттәрҙе ҙур ҡәнә­ғәтлек менән ҡарап, хәтирә­ләрен яңырт­ты. Ағинәй Гүзәл Аҡсу­рина­ның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары­ның мил­ли биҙәүестәре, Урал Ейән­бир­ҙиндең аҡсалар коллекция­һы күр­гәҙ­мәгә үҙенсәлек өҫтәне. Әминә Кил­дебаева һәм уның иптәше Юлай Аҡсуриндың күргәҙ­мәгә сығарылған “байлыҡтары” һоҡланмаҫлыҡ түгел: йыйып киптерелгән дарыу үлән-та­мыр­ҙары янына ниндәй сиргә һәм улар­ҙы нисек ҡулланыу кәрәклеге лә яҙылғайны. Ә һунарсы Юлай ағай­ҙың “трофейҙары” – төрлө йән­лек тиреләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеге фотоһүрәттәрҙә генә түгел, ә ауыл уңғандарының ҡул эш­тә­рендә лә сағылыш тапты. Билә­мәнең мәғариф учреждениелары әҙерләгән күргәҙмәләр йөкмәткеле, мәғлүмәткә бай булыуы менән айырылып торҙо. Бигерәк тә “Айгөл” балалар баҡсаһы тормошон сағыл­дырған экспозиция сағыулығы менән һәр кемде үҙенә йәлеп итте.

Ғәҙәттәгесә, Ейәнсура районы, уның социаль-иҡтисади тормошо хаҡындағы ролик күрһәтелгән арала залға тамашасы шығырым тул­ғай­ны. Башҡа ауыл биләмә­ләренән айырмалы, балаларҙың, концертҡа кескәйҙәре менән килгән йәштәрҙең күплеге күҙгә ташланды. Тамашасылар араһында район хакимиәте вәкилдәре, башҡа биләмә баш­лыҡтарының булыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы, Яңы Петровка, Үрген мәктәптә­рендә 40 йылға яҡын директор булып эшләгән шәхестәрҙең, билә­мәнең почетлы граждандары Рәшит Иҙрисов менән Юлай Солтанбаевтың ҡатнашыуы сараның бәҫен күтәрҙе.

Аллаһ Тәғәлә ер бүлгәндә баш­ҡортҡа уның ожмахҡа тиңен биреүе хаҡындағы риүәйәт менән башланып китте концерт. Яңы Петровка ауыл биләмәһендә Яңы Петровка, Башҡорт Үргене һәм Рус Үргене ауылдарында рус, баш­ҡорттарҙың татыу йәшәүе, ауыл­дарҙың һәм халҡының бер быуат­лыҡ тарихы экранда күрһәтелгән фотоһүрәт­тәрҙә асыҡ сағылды. Совет осоронда колхоздың гөрләп торған мәлдәре, ил тарихында ҡан менән яҙылған, биләмә халҡын да урап үтмәгән Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечен һуғыштары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Фотоһүрәттәр сәхнә­ләге тамаша менән үрелеп барҙы.

Өлкән быуын вәкиле 86 йәшлек Хөрмәт Фәхретдиновтың йырын ауылдаштары йылы ҡабул итте. Әкрәм Солтанбаев республикаға танылған шәхес, халыҡ йырсыһы Иншар Солтанбаев хаҡында бәйән итте һәм уның репертуарынан башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙы башҡарҙы. Яңы Петровка, Үрген мәк­тәптәре коллективтары, “Айгөл” һәм “Башаҡ” балалар баҡсалары коллективтары, “Еҙәй”, “Ағинәйҙәр”, “Наследие” һәм ир-егеттәр ансамбл­дәре йырҙары менән һө­йөндөрһә, музыка уйын ҡоралдары ансамбле­нең сығышы концертҡа айырым бер үҙенсәлек бирҙе. “Дуҫлыҡ” һәм уҡыусы ҡыҙҙарҙың “Гөлдәр” ансамблдәренең сығышы байрам сараһын икеләтә байытып, тамашасыларға дәрт өҫтәп ебәрҙе.

Концертты әҙерләүҙә йәмәғәт ойош­маларының әүҙемлеге һиҙе­леп тора: йыр булһынмы, бейеүме – ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ситтә ҡалманы. Борондан килгән йолаларҙың береһе – “Бәпес үҫтереү”ҙең “үргенсә” вариантын күрһәттеләр. Улар байрам уңайынан ҡунаҡтарға табала картуф бәлеше бешерә – үҙенсәлеге шунда икән. Ағинәйҙәр ҙә йырлап ҡына ҡалманы, ауылдаштарына, бигерәк тә ир-егеттәргә әйтер мөрәжәғәтен халыҡ мәҡәлдәренә таянып еткерҙе.

Йөкмәткеле концерттан һуң Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин эстафетаны һәм уның штандартын Муйнаҡ ауыл би­лә­мәһе башлығы Ғәҙел Шәрә­фет­­диновҡа тапшырҙы. Район хаки­миәте башлығының социаль мәсьә­ләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин байрам сараһын йомғаҡ­лап, уны әҙер­ләүгә көс һалған һәр кемгә рәхмәт әйтте.


Автор: Әлмира ӘЙҮПОВА Район: Ейәнсура районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 6

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 6

AY YOLA төркөмө солисткаһы кемгә кейәүгә сыҡҡан

AY YOLA төркөмө солисткаһы кемгә кейәүгә сыҡҡан 06.10.2026 // Мәҙәниәт

Үткән аҙнала республиканың мәҙәни тормошонда яңы ғаилә барлыҡҡа килде. AY YOLA төркөмө солисткаһы ......

Тотош уҡырға 5

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр 01.10.2026 // Мәҙәниәт

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшен билдәләнеләр

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшен билдәләнеләр 30.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса БР халыҡ шағиры, публицист, дәүләт ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан йырсылары халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты

Башҡортостан йырсылары халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты 30.09.2026 // Мәҙәниәт

Ҡаҙағстанда «Каспий — дуҫлыҡ диңгеҙе» халыҡ-ара эстрада йыры фестиваль-конкурсы уҙҙы. Ижади бәйгелә ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне 28.09.2026 // Мәҙәниәт

Киләһе аҙнала, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив ......

Тотош уҡырға 10

Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды

Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды 28.09.2026 // Мәҙәниәт

«Планлаштырығыҙ: 2028 йылдың уртаһына Актерҙар йорто театры әҙер булырға тейеш», – тип белдерҙе ......

Тотош уҡырға 8

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола 24.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола...

Тотош уҡырға 7

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола 24.09.2026 // Мәҙәниәт

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 9

Эстонияла башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале яҡташтарҙы берләштерҙе

Эстонияла башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале яҡташтарҙы берләштерҙе 23.09.2026 // Мәҙәниәт

Эстонияла икенсе тапҡыр Европала Башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале үтте, ул төрлө илдәрҙә ......

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә