Халыҡ йолаһының “үргенсә” варианты ла бар.
Ейәнсура районының ауыл биләмәләре араһында республиканың 100 йыллығына арналған эстафета-марафоны бара. Сара сиктәрендә һәр биләмә үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра, тыуған ергә дан йырлай. Район етәкселеге халыҡ менән осраша, проблемаларҙы барлай, һорауҙарға яуап бирә. Кешеләрҙең осрашыуҙа әүҙемлеге, ауылдарҙың киләсәге өсөн борсолоуы, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләүе өмөт уята.
Фестиваль Байдәүләт ауыл биләмәһендә башланып, Һүрәм, Таҙлар, Бикбау, Яңы Себенле биләмәләрендә дауам итте. Уларҙан һуң Яңы Петровка вәкилдәре майҙан тотто: Үрген ауылы мәҙәниәт йортонда әҙерләнгән күргәҙмәлә үҙҙәренең йәшәйешен кәүҙәләндерҙе. Элекке радиотехника, хәреф баҫыу машинаһы, етеле шәм, биҙәнеү әйберҙәре йәш быуында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Өлкәнерәктәр иһә төрлө йылдар, таныш йөҙҙәр сағылған фотоһүрәттәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡарап, хәтирәләрен яңыртты. Ағинәй Гүзәл Аҡсуринаның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре, Урал Ейәнбирҙиндең аҡсалар коллекцияһы күргәҙмәгә үҙенсәлек өҫтәне. Әминә Килдебаева һәм уның иптәше Юлай Аҡсуриндың күргәҙмәгә сығарылған “байлыҡтары” һоҡланмаҫлыҡ түгел: йыйып киптерелгән дарыу үлән-тамырҙары янына ниндәй сиргә һәм уларҙы нисек ҡулланыу кәрәклеге лә яҙылғайны. Ә һунарсы Юлай ағайҙың “трофейҙары” – төрлө йәнлек тиреләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеге фотоһүрәттәрҙә генә түгел, ә ауыл уңғандарының ҡул эштәрендә лә сағылыш тапты. Биләмәнең мәғариф учреждениелары әҙерләгән күргәҙмәләр йөкмәткеле, мәғлүмәткә бай булыуы менән айырылып торҙо. Бигерәк тә “Айгөл” балалар баҡсаһы тормошон сағылдырған экспозиция сағыулығы менән һәр кемде үҙенә йәлеп итте.
Ғәҙәттәгесә, Ейәнсура районы, уның социаль-иҡтисади тормошо хаҡындағы ролик күрһәтелгән арала залға тамашасы шығырым тулғайны. Башҡа ауыл биләмәләренән айырмалы, балаларҙың, концертҡа кескәйҙәре менән килгән йәштәрҙең күплеге күҙгә ташланды. Тамашасылар араһында район хакимиәте вәкилдәре, башҡа биләмә башлыҡтарының булыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы, Яңы Петровка, Үрген мәктәптәрендә 40 йылға яҡын директор булып эшләгән шәхестәрҙең, биләмәнең почетлы граждандары Рәшит Иҙрисов менән Юлай Солтанбаевтың ҡатнашыуы сараның бәҫен күтәрҙе.
Аллаһ Тәғәлә ер бүлгәндә башҡортҡа уның ожмахҡа тиңен биреүе хаҡындағы риүәйәт менән башланып китте концерт. Яңы Петровка ауыл биләмәһендә Яңы Петровка, Башҡорт Үргене һәм Рус Үргене ауылдарында рус, башҡорттарҙың татыу йәшәүе, ауылдарҙың һәм халҡының бер быуатлыҡ тарихы экранда күрһәтелгән фотоһүрәттәрҙә асыҡ сағылды. Совет осоронда колхоздың гөрләп торған мәлдәре, ил тарихында ҡан менән яҙылған, биләмә халҡын да урап үтмәгән Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечен һуғыштары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Фотоһүрәттәр сәхнәләге тамаша менән үрелеп барҙы.
Өлкән быуын вәкиле 86 йәшлек Хөрмәт Фәхретдиновтың йырын ауылдаштары йылы ҡабул итте. Әкрәм Солтанбаев республикаға танылған шәхес, халыҡ йырсыһы Иншар Солтанбаев хаҡында бәйән итте һәм уның репертуарынан башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙы башҡарҙы. Яңы Петровка, Үрген мәктәптәре коллективтары, “Айгөл” һәм “Башаҡ” балалар баҡсалары коллективтары, “Еҙәй”, “Ағинәйҙәр”, “Наследие” һәм ир-егеттәр ансамблдәре йырҙары менән һөйөндөрһә, музыка уйын ҡоралдары ансамбленең сығышы концертҡа айырым бер үҙенсәлек бирҙе. “Дуҫлыҡ” һәм уҡыусы ҡыҙҙарҙың “Гөлдәр” ансамблдәренең сығышы байрам сараһын икеләтә байытып, тамашасыларға дәрт өҫтәп ебәрҙе.
Концертты әҙерләүҙә йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге һиҙелеп тора: йыр булһынмы, бейеүме – ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ситтә ҡалманы. Борондан килгән йолаларҙың береһе – “Бәпес үҫтереү”ҙең “үргенсә” вариантын күрһәттеләр. Улар байрам уңайынан ҡунаҡтарға табала картуф бәлеше бешерә – үҙенсәлеге шунда икән. Ағинәйҙәр ҙә йырлап ҡына ҡалманы, ауылдаштарына, бигерәк тә ир-егеттәргә әйтер мөрәжәғәтен халыҡ мәҡәлдәренә таянып еткерҙе.
Йөкмәткеле концерттан һуң Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин эстафетаны һәм уның штандартын Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Ғәҙел Шәрәфетдиновҡа тапшырҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин байрам сараһын йомғаҡлап, уны әҙерләүгә көс һалған һәр кемгә рәхмәт әйтте.