Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы Наил Тимербаев (Nail Bashstyle) нейроселтәр ярҙамында башҡорт телендә клип эшләгән. Видео ысын тәбиғи килеп сыҡҡан, әммә унда бер генә «тере кадр» ҙа юҡ. Был башҡорт эстрадаһында нейроселтәр эшләгән тәүге клип, тип хәбәр итте Өфө егете «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында.

Наил Башстайлдың башҡорт телендәге йыры «Ял бир инде» тип атала.

Йырсы заманса технологиялар ярҙамында туған телдәрҙе һәм музыканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләй.

«Мин нейроселтәр ярҙамында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеген күрһәтергә теләнем. Бөгөн ҡайһы бер артистар клип төшөргәндә яһалма зиһен ҡуллана. Улар йырлап видеоға төшә һәм уны нейроселтәр ярҙамында үҙгәртә, матурлай, кадрҙар өҫтәй. Мин иһә үҙемсә эшләнем, яһалма зиһендең үҙен башҡортса йырлаттым. Һәм был килеп сыҡты: ысын кеше йырлаған кеүек. Кадрҙа барған ваҡиғалар тәбиғи, фоторәсемдәргә нигеҙләнеп мине бик оҡшатып төшөргән, — ти Наил Тимербаев. — Элек ошондай кимәлдәге клип төшөрөү ҙур аҡса һәм айырым бер ижади төркөм эшен талап итә ине, хәҙер иһә һәр теләгән йырсы нейроселтәр ярамында үҙенә клип эшләй ала».

Шулай ҙа клипты төшөрөү тулыһынса нейроселтәргә йөкмәтелмәгән. Йырсыға был эште йырып сығырға уның видеомонтажлау өлкәһендәге 12 йыллыҡ эш тәжрибәһе ярҙам иткән.

«Тылсымлы төймәгә баҫтың да, клип килеп сыҡты түгел. Барыһы ла еңел генә эшләнмәй, тәүге тапҡырҙан уҡ нейроселтәр кадрҙарҙы тәбиғи итеп төшөрмәй. Бының өсөн промттар яҙырға, йәғни яһалма зиһенгә бурыстарҙы дөрөҫ ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, бер нисә кадрҙа мине ул илап ултырған итеп күрһәтте һәм ниңәлер кешеләрҙе видеоға өҫтәүҙән баш тартты. Шулай итеп, мин һәр бер кадрҙы айырым йыйып, махсус программала бер видео эшләнем. Бында минең 12 йыллыҡ тәжрибәм ярҙам итте», — тип һөйләне йырсы.

Быға тиклем Башҡортостан йырсыларының халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы хаҡында яҙғайныҡ.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфө моделе студенттар араһында донъяның төп матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы

Өфө моделе студенттар араһында донъяның төп матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы 20.11.2026 // Мәҙәниәт

Көньяҡ Кореяла 1986 йылдан БМО ярҙамында үткәрелгән World Miss University – 2026 конкурсы ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы Шыршыһында балаларға мауыҡтырғыс китап бүләк итергә әҙерләнәләр

Башҡортостан Башлығы Шыршыһында балаларға мауыҡтырғыс китап бүләк итергә әҙерләнәләр 19.11.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Башлығы Шыршыһында балаларға мауыҡтырғыс китап бүләк итергә әҙерләнәләр...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеровтың улы тыуған

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеровтың улы тыуған 18.11.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеровтың улы тыуған...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы ШОС саммитына тиклем тамамларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы ШОС саммитына тиклем тамамларға ҡушты 17.11.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы ШОС саммитына тиклем тамамларға ҡушты...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде

Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде 13.11.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә халыҡ яҙыусыһының «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерелде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың Рус театрында яңы директор менән таныштырҙылар

Башҡортостандың Рус театрында яңы директор менән таныштырҙылар 12.11.2026 // Мәҙәниәт

Бөгөн Рус академия драма театры коллективын яңы художество етәксеһе менән таныштырҙылар. Был ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан активистары Рәсәйҙең «Милләт ғорурлығы — 2026» премияһына лайыҡ булды

Башҡортостан активистары Рәсәйҙең «Милләт ғорурлығы — 2026» премияһына лайыҡ булды 12.11.2026 // Мәҙәниәт

Лилиә Ғүмәрова Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы активистарын ҡотланы....

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы еңеүселәре билдәләнде 10.11.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышланған «Актёр йыры — 2026» республика конкурсы еңеүселәре ......

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда легендар йырсы Фәрит Бикбулатовтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Башҡортостанда легендар йырсы Фәрит Бикбулатовтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде 10.11.2026 // Мәҙәниәт

Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә таҡтаташ ......

Тотош уҡырға 6

Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны

Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны 08.11.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны...

Тотош уҡырға 11

Башҡорт фильмы Истанбулды яулай

Башҡорт фильмы Истанбулды яулай 06.11.2026 // Мәҙәниәт

Режиссёр Булат Йосоповтың Башҡортостан Республикаһында төшөрөлгән «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» нәфис ......

Тотош уҡырға 7

Өфөлә Рәми Ғарипов миҙалы тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды

Өфөлә Рәми Ғарипов миҙалы тәүге тапҡыр эстрада йырсыһына тапшырылды 06.11.2026 // Мәҙәниәт

Яҙыусылар йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Шиғриәт байрамында Башҡортостандың ......

Тотош уҡырға 8