Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр йортҡа интернет. Башҡортостан ауылдарында һанлы технологиялар нисек үҫешә?
Фото: pravitelstvorb.ru

Һәр йортҡа интернет. Башҡортостан ауылдарында һанлы технологиялар нисек үҫешә?

Бөгөн ябай ауыл кешеһе өйөндә ултырып, бөтә донъя менән бәйләнешкә сыға ала. Интернет төпкөл, халыҡ аҙ йәшәгән урындарға ла үткәрелә башланы. Ауылда йәшәүселәргә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында тауыш биреү ҙә етә, яҡынса ярты йылдан йорттары бөтә донъя селтәренә тоташасаҡ.


Башҡортостан властары 2019 йылдан һанлы инфраструктураны әүҙем үҫтерергә тотондо. Тап республикабыҙҙа илдә иң тәүгеләрҙән булып «Уңайлы интернет» программаһы булдырылды. Уға төбәк Башлығы Радий Хәбиров мөһим бурыстар ҡуйҙы: «Беҙҙең алдыбыҙҙа мөһим маҡсат – бөтә ауыл-ҡалаларҙы интернет менән тәьмин итеү».


Бөгөн һөҙөмтәләрҙе барларға ла мөмкин. 2023 йылда «Уңайлы интернет» 262 ауылға барып етте. Быйыл программаның икенсе өлөшө тормошҡа ашырыла – интернет 14 меңдән ашыу кеше йәшәгән тағы ла 24 ауылға тоташтырылды. Һуңғы проектҡа 63,3 миллион һум аҡса бүленгән.


Программаның файҙаһы шунда: бөгөн тиҫтәләгән мең ауыл кешеһе өйҙә ултырып эшкә урынлаша, белем ала. Был республика иҡтисадының дөйөм үҫешенә яҡшы этәргес бирә. Әйтәйек, ауылдарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә: маркетплейстарҙың таратыу пункттары асыла, яңы эш урындары булдырыла. Шуға ла төпкөл ауылдарҙы интернет менән тәьмин итеү – бик мөһим һәм кәрәкле сара.


Республиканың операторҙарға ярҙамы ҙур

«Уңайлы интернет» программаһы тәүҙә «Ростелеком» компанияһы менән берлектә эшләй башланы, тәүге йылдарҙа Башҡортостан операторға сығымдарының яртыһын компенсацияланы. 2022 йылда иһә властар төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерҙе һәм һалымға ташлама булдырҙы.


Бөгөн ауылдарҙа интернет үткәргән операторҙар хөкүмәткә түләгән һалымының бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Был сара, беренсенән, өҫтәмә аҡса йәлеп итмәйенсә төпкөлдә һанлы инфраструктура булдырыу мөмкинлеген бирә. Икенсенән, операторҙар өсөн яҡшы ярҙам. Әле ошо программа ярҙамында ике проект тормошҡа ашырыла.


«Ковид беҙгә ныҡлы һабаҡтар бирҙе. Башҡортостандың күп кенә ауылдарында юғары тиҙлекле интернет булмауы асыҡланды. Әлбиттә, беҙ хәлде былай ҡалдыра алманыҡ һәм бер нисә сара күрҙек. 2021 йылда Башҡортостанда «Уңайлы интернет» программаһы эшләй башланы. Республиканың күп кенә ауылдарында интернет таратыу селтәрҙәре төҙөнөк, өйҙәрҙе интернетҡа тоташтырҙыҡ. Был процедура халыҡ өсөн бушлай. Был тик беҙҙең республикала булдырылған программа, башҡа төбәктәр беҙҙең тәжрибә менән ҡыҙыҡһына башланы», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә.


Ауыл-ҡалаларҙа мобиль элемтә сифаты бер кимәлдә буласаҡ


Ун йыл самаһы элек ҡалалар, уның янындағы ауылдарҙа ғына мобиль элемтә булһа, хәҙер иһә бер үк уңайлыҡтар булдырыла. Ошо йүнәлештә эшләгән федераль программа шулай атала ла инде — «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0».


«Был проект үҙенсәлекле. Күпселек төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, республикабыҙҙа программала бер түгел, ике оператор ҡатнаша. Һәм был позицияны һаҡлап ҡалыуыбыҙға бик шатмын, сөнки төбәктәрҙә тауышлы элемтә булмаҫ, тик мобиль интернет ҡына булыр тигән хәүефтәр бар ине. Быйыл «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы киңәйтелде һәм 100-ҙән 1000 кешегә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға мобиль элемтә үткәрелә башланы», — тип һөйләне БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.


Үрҙә яҙып үтеүемсә, бөгөн республика халҡы ауылдарға мобиль элемтә үткәреү өсөн тауыш бирергә мөмкин. РФ-тың Һанлы үҫеш министрлығы тауыш биреүҙе «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында үткәрә. Унда тауыштар һаны буйынса Башҡортостан өс йыл рәттән беренсе урынды яулап килә. Халыҡтың әүҙемлеге һөҙөмтә бирә. Һуңғы 5 йылда республикала быға тиклем бәйләнеш булмаған меңгә яҡын ауылда мобиль элемтә үткәрелгән, 6970 станция төҙөлгән. 2025 йылда 1874 станция яңыртыласаҡ, шул иҫәптән 88 яңы объект төҙөү планлаштырыла.


— Бөгөн Башҡортостан — һанлы үҫеш буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбендә. Өс йыл элек 39-сы урында ғына булһаҡ, әле 8-се урындабыҙ, — ти Геннадий Разумикин.


«Тауға күтәрелеп интернет эҙләмәйәсәкбеҙ»

Бер йыл элек Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында йәшәүселәргә яҡындарына шылтыратыу йә башҡа йомош артынан тауға менергә тура килгән. Ауыл халҡы был проблема менән социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. Бөгөн ҡусҡарҙарҙың мәсьәләһе хәл ителгән. Республика власы һәм район хакимиәте тырышлығы менән Тал Ҡусҡары «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» программаһында еңеп сыҡҡан. Былтыр йәй бында мобиль элемтә бағанаһы ҡуйылған.


«Бөтә ауыл тауға менә торғайны. Хатта унда машиналар менән күтәрелделәр. Ә тауға Интернет-тау тип исем бирҙеләр. Бөгөн бер ҡайҙа ла йөрөргә кәрәкмәй, эштә лә, өйҙә лә уңайлы. Мин ауыл китапханаһында эшләйем, әлбиттә, интернет мөмкинлектәрҙе киңәйтте», — тип һөйләне Гөлниса Ниғмәтуллина.


Ысынлап та, интернеттың мөмкинлектәре сикһеҙ. Мәҫәлән, Ауырғазы районының Мәнеү ауылында йәшәүселәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында республика үҙәк дауаханаһы табиптарынан ярҙам алырға мөмкин. 


– Әгәр ҙә диагноз ҡуйырға кәрәк булһа йәки сир ауыр булһа, беҙ пациенттарҙы телемедицина аша Өфө табиптарына күрһәтәбеҙ, – ти Мәнеү ФАП-ы хеҙмәткәре Нина Афанасьева.


Ауырғазы районының Мәҫәле ауыл биләмәһе башлығы Ирина Александрова әйтеүенсә, юғары тиҙлекле интернет ауыл мәктәптәрендә белем биреүҙе камиллаштырыу мөмкинлеген дә бирә.


«Дәрес ваҡытында башлыса Рәсәй электрон мәктәбе менән эшләйбеҙ. Унда әҙер материал күп. «Решу ОГЭ» платформаһы менән дә эшләйбеҙ. Беҙ уны сайттан туранан-тура экранға сығарабыҙ. Сифатлы интернет килеп етмәһә, бындай мөмкинлектәр булмаҫ ине», – ти мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Иванова.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 24

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 25

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 50

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 51

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 51

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 55

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 59

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 53

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 79

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 60