Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эшләгәндәр әмәлен таба

“Сабата кейгән дә, окопта ятҡан да әҙәм юҡ хәҙер”

Иҫке Байыш ауылындағы “Рәсәй” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Рәфил Ғүмәров менән әңгәмә барышында хәҙерге заман фольклорында урын алырлыҡ йор һүҙҙәр, заманса афоризмдар менән осрашырға яҙҙы. “Емереү өсөн аҡыл кәрәкмәй”, “Һығылмалылыҡ — заман стратегияһы”, “Пенсионерҙар — беҙҙең киләсәк”, “Рухи байлығың булмауы — фәҡирлек билдәһе”, “Емерергә өйрәнгәс, төҙөй ҙә бел” һәм башҡалар.

Һәр яңғыраған һүҙ нигеҙендә — мул тормош тәжрибәһе, күңелде өйкәгән һорауҙар, борсолоуҙар, 22 йыл буйы тартҡан етәкселек “дилбегәһе”нең ауырлығы, еңеү шатлыҡтары...

— Иҫке Байыш халҡының тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә хаҡы бар, тиһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең идара итеү оҫталығын, белемегеҙҙе тулыһынса ҡуллана алдығыҙмы?

— Өсөнсө класта уҡығанда атайымдың мине эшкә өйрәтергә тырышыуын әле лә хәтерләйем. Үҙе ғүмер буйы иген иккәс, өйрәтәһе шөғөлдәре етерлек булғандыр, күрәһең. Тәүҙәрәк тағылма трактор арбаһында, аҙаҡ комбайнда эшләнем. Элегерәк уның йыш ҡына ҡабатлаған һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлап та етмәгәнмендер, ахыры, хәҙер килеп уның тәрән аҡыл менән һуғарылған “рухи байлыҡ кәрәк, улым, шунһыҙ бай булып булмай” тигән фекеренең айышына төшөндөм. Ысынлап та, нимә һуң ул — рухи байлыҡ?

Заманында (әлеге ваҡытта ла) күптәр, тыуған төйәген ташлап, ҡайҙалыр алыҫта йәшеренгән бәхетен эҙләп, сит-ят яҡтарға юлланды. Бәлки, тапҡандарҙыр ҙа... Донъя күреп, аҡылға ултырып, тыуған яҡта ла кешесә йәшәп булыуын аңлап, әйләнеп ҡайтҡан йәштәр ҙә бар. Бына шундай типһә тимер өҙөрҙәй, әммә әлегә беҙҙең ярҙамға мохтаж йәш-елкенсәккә юл күрһәтәһе ине. Улар үҙҙәрен тормошта ышаныслы тойһон өсөн шарттарҙы беҙ тыуҙырырға тейешбеҙ.

Бөгөн хужалыҡта ике меңдән ашыу һыйыр малы бар, һөт һауабыҙ, продукция етештерәбеҙ, иген үҫтерәбеҙ. Алтмыш берәмеккә яҡын техника алынған. Һөрөнтө еребеҙ дүрт мең ярым гектар биләй. Бөтә ауыл хужалығы эштәрен үҙ көсөбөҙ менән еңеп сығабыҙ. Әлегә хужалыҡта йөҙгә яҡын кеше эшләй, мин уларҙың миҙгел осоронда ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә хеҙмәт хаҡы алып эшләүен теләр инем. Тимәк, ошо йүнәлештә әлегә бөтә мөмкинлектәр файҙаланылмаған.

— Ҡыҙыҡ фекер, әлегә ауыл хужалығы етәкселәренән ундай һүҙҙе ишетергә тура килмәгәйне.

— Бына һеҙ ҡалала эшегеҙҙе тамамлағас, йортоғоҙға ҡайтып, күңел тартҡан шөғөлдәрегеҙ менән булаһығыҙ, эйеме? Бәлки, тура театрға, концертҡа, баҡсаға барыуығыҙ ҙа ихтимал. Ә ниңә ауыл кешеһенең тормошон шулай ойоштормаҫҡа? Һәр кем үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға тейеш. Эштән ҡайтҡас, баҡсаһында ҡаҙынырға ла, ял итергә лә ваҡыты ҡалһын. Иң мөһиме — кеҫәһе “таҡыр” булмаһын.

Элек колхозсылар ғүмер буйы “трудодень” өсөн эшләгән, аҡсаның төҫөн дә, рәхәт тә күрмәгән. Бөтә һаулығын, көсөн илде ашатып-эсереүгә биргән. Ни өсөн был хаҡта иҫегеҙгә төшөрәм һуң? Кем хәҙер сабата кейеп эшкә йөрөй ҙә кем ил именлеген һаҡлап окопта ята? Юҡ бит бөгөн ундайҙар. Әйҙә, иркенләп шәхси хужалығыңды үҫтер, һыйыр һау, ҡош-ҡорт аҫра — ошо беҙҙең изге бурыс. Һәр эш, бәләкәйме-ҙурмы, табыш килтерәсәк, бары ялҡаулыҡ тигән сирҙән ҡотолорға кәрәк.

— “Пенсионер — беҙҙең киләсәк” тигән һүҙегеҙгә лә аңлатма бирһәгеҙ ине.

— Хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветерандарына бөгөнгө мөнәсәбәтебеҙ — киләсәгебеҙҙе билдәләйәсәк дәүмәл ул. Урыҫтар әйтмешләй, “как аукнется, так и откликнется”. Шуға күрә уларҙың тормош хәстәрҙәрен уртаҡлашып, хәлдәрен белешеп, ярҙам итеп йәшәү мөһим. Яңы йыл алдынан өлкәндәр һәм инвалид балалар тәрбиәләнгән йортта булып, бүләктәр менән һөйөндөрөүебеҙ ҙә юҡҡа түгел. Кешегә ҡанат ҡуйырлыҡ һүҙ кәрәк. Бының өсөн һиҙгер йөрәгең, үткер күҙең булыу шарт. Мохтажлыҡтары булмаһа ла, ололарҙы иҫкә төшөрөп, ихтирам күрһәтеү — халҡыбыҙға хас йола. Бөгөн беҙҙең ауыл биләмәһендә генә 300 пенсионер иҫәпләнә.

Шуға күрә элек ябай халыҡтың нужаһын белеп, үтенестәрен хәстәрләп йәшәгән хужалыҡтарҙың юҡҡа сығарылыуына йәнем көйөүенең сәбәбен аңлайһығыҙҙыр. Нисек теләйһең, шулай тип ата уны: колхозмы, совхозмы, берекмә-берләшмәме — әммә ауылдар күмәк хужалыҡ ҡанаты аҫтында, яҡланғанлыҡ тойоп донъя көтөргә тейеш.

Һеҙҙең ҡаланың да эре-эре предприятиелары, ҡаланы ҡала иткән ҡеүәтле хужалыҡтары булғанға күрә борсолмай йәшәй бирәһегеҙ. Ауылды ауыл иткән, хеҙмәт хаҡы алыр урыны булған сәнәғәт предприятиелары ла бик кәрәк беҙгә тиеүем.

— “Һығылмалылыҡ — заман стратегияһы” тигән ҡанатлы һүҙҙәрегеҙҙең дә төбөнә төшәһе ине, Рәфил Нәзиф улы.

— Кемдеңдер аҡылы, оҫта ҡулдары менән төҙөлгәнде емереп ташлағанға ҡәҙәр һалҡын ҡанлылыҡ менән ете ҡат уйлап, бер тапҡыр ҡарарға килергә кәрәк, тип әйтмәксемен.

Бөгөн беҙҙең балаларға хоккей ­майҙансығы төҙөргә лә, уҡыусыларға кейем алырға ла, спорт ярыштарында бағыусы булырға ла хәлебеҙҙән килә. Ике километрлыҡ трассаға ут үткәрҙек, ике мәсет төҙөлөшөндә ҡатнаштыҡ. Балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, мәктәп эштәренән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Йорт күтәрергә уйлашҡан йәштәргә техникаһы ла, башҡа кәрәк-ярағы ла йәл түгел. Беҙ бөгөн табыш алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, ауылдарҙы һаҡлау, эш урындары менән тәьмин итеү буйынса ырамлы аҙымдар яһайбыҙ, тип әйтә алам.

— Әңгәмәнең башында яңғыраған фекерҙе ослап ҡуйырға ине: халыҡты йыл әйләнәһенә эш, хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү хыял ғына түгелме?

— Бөтә һөйләгәндәр ҙә ысынбарлыҡ, Ер йөҙөндә ундай миҫалдар тулып ята. “Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта”, тиһәләр ҙә, быйыл үҙебеҙ күңел һалып ҙур теләк һәм өмөт менән асҡан яңы йүнәлеш тураһында әйтеп үтәйем. Мини-завод, йәғни дүрт кеше эшләгән етештереү цехы асып ебәрҙек. Бер тонна һөттән төрлө аҙыҡ етештереп һатырға өйрәндек. Һигеҙ сауҙа нөктәһен ойошторҙоҡ. Мәшәҡәттәр артһа ла, хыялға табан тағы бер аҙым яһалды тип, хәләл ефетем Фәрзәнә (бухгалтер булып эшләй), улым, уң ҡулым Марсель менән ҡыуанабыҙ. Яҡташтарымдың рухын күтәреү, ауыл яҙмышы — бөтәбеҙҙең дә яуаплылыҡ даирәһе. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары булдырыу ҙа, биләмәләребеҙҙе уңайлыраҡ, күркәмерәк итеү ҙә. Тап ошоға ҡарап, етәкселәрҙең эшен баһалаясаҡтар.

Радий ХӘБИРОВ:
“Бөгөн иһә беҙ 170 миллиард һумлыҡ продукция, йәғни ҡеүәтебеҙҙең яртыһынан аҙыраҡ, етештерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта әҙер аҙыҡ-түлек түгел, нигеҙҙә, сеймал тәҡдим итәбеҙ, өҫтәмә хаҡтан байтаҡ табышты юғалтабыҙ. Үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү — агросәнәғәт комплексы алдында торған тәү сираттағы бурыс”.

(Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).


Радий ХӘБИРОВ:
“Иң мөһиме — уңышлы агробизнес һәм саф табыш түгел, ә агросәнәғәт комплексында килемдең артыуының ауылды социаль үҫтереүгә, ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелеүе. Сөнки улар — 1,5 миллион кеше, республика халҡының 40 проценты тиерлек”.

(Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә