Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөгәнсе...
Ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөгәнсе... – Эштә етешһеҙлектәрһеҙ, минустарһыҙ ғына булмай, улар — беҙҙең потенциал, — ти “Иртөбәк” хужалығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Олег Николаев. — Тимәк, ошоларҙы еңәһе бар тип йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Шулай ғына алға барып була.

Йәшермәйем, күптәрҙең уңышы тура­һында ғына яҙыуҙы һорағаны бар, ә бына “минустар”ҙы мөмкинлеккә тиңләгән­дә­рен беренсе тапҡыр ишетәм. Ә бит, уйлап ҡараһаң, “Иртөбәк”тә нәҡ уңыштар хаҡын­да ғына һөйләрлек. Булмаһа, ошо юҫыҡта һүҙебеҙҙе тотайыҡ та алда күҙалланған эштәргә туҡталайыҡ.
Агрофирма 1996 йылда бөлгөнлөккә дусар булған “Сеятель” колхозы ниге­ҙен­дә төҙөлә. Бар техниканы, мал-тыуарҙы таратмайынса, яңыларын ҡушып, өҫтәп, бөгөн аяғына ныҡлап баҫып торған хужалыҡты ойошторғандар. Етәксеһе – Николаевтың бер туған ағаһы Александр – ҡағыҙ, документ мәшәҡәттәре менән йөрөһә, урында бар эште Олег Геннадьевич алып бара. Үҙе әйтмешләй, ошо Семен-Петровский ауылында тыу­ғас, барыһы ла таныш, һәр береһен белә. Шуға эшләүе лә еңел. Хужалыҡҡа тағы Түлебай, Ялсы, Гавриловка ауылдары ер биләмәләре инә. Урындағы халыҡҡа төп эш биреүсе булып торалар.
Бөгөн “Иртөбәк”тә 700 баш һыйыр малы иҫәпләнһә, шуның 230-ы һауыла. Киләсәктә мең башҡа еткермәкселәр. Мал аҙығына иғтибар ҙур. Һалам, бесән артығы менән әҙерләнә, фураж етерлек. Барыһы 6 мең гектар ерҙең 4 меңе һөрөп сәселә. Башлыса ошо ике йүнәлештә, йәғни малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнәләр.
Ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөгәнсе...Беҙ барғанда яҙҙың иң сағыу мәле — ҡояш нурҙарын аҡ ҡар һындырып, күҙҙәрҙе ҡамаштыра, “тышта ҡалдырта” торған сағы — ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ферма эстәре яҡты, урам яғынан әллә ни айырылмай. Бында “500 ферма” республика махсус програм­маһына ҡушылып, биналарҙы заманса итеп үҙгәртеп ҡорғандар.
– Программа сыҡҡас, уны бер йыл тирәһе өйрәндек. Уҙған йыл яҙҙан уҡ ике һыйыр торлағын, быҙауҙар тотҡан бина­ларҙы һүттек, — ти хужалыҡ етәксе­һе. — Шунда уҡ 15 миллион һумлыҡ оҙайлы кредит юллай башланыҡ...
Йәй эсендә генә лә иртөбәктәр быҙауҙар үҫтерелгән бинаны, һыйыр фермаһын тулыһынса әҙерләп бөтә. Тыштағы япманы йүнәтәләр, бетон менән бәйле башҡа эштәрен башҡаралар. Көҙгә иһә бер һыйыр фермаһы ғына тороп ҡалып, ҡыш буйы унда эш туҡталмай. Шулай итеп, иҫкеләре урынына өр-яңы ҡорамалдар ҡуйылған корпустар барлыҡҡа килә.
– Эшләүе дан, — ти ферма мөдире Рәшит Ишдәүләтов. — Яҡты, йылы. Күп нәмә техника менән башҡарыла...
Баҙар, иҡтисад ҡанундары өҫтөнлөк иткән саҡта алдан күрә белеүселәр, эҙләнеүселәр генә хужалыҡтарын алып бара ала. Бигерәк тә ауыл хужалығында, сөнки байтаҡ “аҡыллы баштар” ил хәүеф­һеҙлегенең мөһим тармағы булған яҡты “ҡара соҡорға” тиңләп килеп, булғанын да тарата башланы. Ә бына “Иртөбәк” агро­фирмаһы һымаҡ хужалыҡтар, киреһенсә, үҙ көсөңә эшләп, үҙ тауарыңды етештереп кенә лә төрлө шарттарҙа йәшәп булғанлығын иҫбат итте.
– Эше булғас, ашы бар инде уның, — ти һауынсы Флүзә Кинйәбаева. — Хәҙер ни элекке һымаҡ көс етмәҫ феләктәр күтәреп, ҡул менән тиреҫ сығарып йөрөмәйбеҙ. Ҡайҙа ла эшләргә инде...
Ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөгәнсе...Эйе, ауыл хужалығында сәнәғәттәге һымаҡ “емертеп” эш хаҡы алмайҙар, әммә, төп хеҙмәттән тыш, бында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы алып барып була.
– Беҙ бигерәк тә йорт-ҡаралтыһында мал-тыуар тотоусыларға ярҙам итергә тырышабыҙ, — ти Олег Геннадьевич. — Кеше хужалыҡта эшләй икән, уның өйөндә лә барыһы һәйбәт. Тик йортонда ла ҡул ҡыбырлатмағандарҙы, дөйөм эшкә лә сыҡмағандарҙы ғына аңламайым. Ауылда йәшәп эшләп тә, ял итеп тә була. Уның өсөн әллә ҡайҙа ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөргә кәрәкмәй...
Ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөгәнсе...Хаҡ һүҙҙәр. Хеҙмәт, йәшәү шарттарына ҡағылған мәғәнәлә лә, ғаилә мөнә­сәбәттәре яғынан да... Ҡуй, һуңғыһына ҡағылмайыҡ, уныһы башҡа тема. Шулай ҙа бер-береһенә бәйле...


Район: Семен-Петровский ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 6

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә