– Эштә етешһеҙлектәрһеҙ, минустарһыҙ ғына булмай, улар — беҙҙең потенциал, — ти “Иртөбәк” хужалығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Олег Николаев. — Тимәк, ошоларҙы еңәһе бар тип йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Шулай ғына алға барып була.Йәшермәйем, күптәрҙең уңышы тураһында ғына яҙыуҙы һорағаны бар, ә бына “минустар”ҙы мөмкинлеккә тиңләгәндәрен беренсе тапҡыр ишетәм. Ә бит, уйлап ҡараһаң, “Иртөбәк”тә нәҡ уңыштар хаҡында ғына һөйләрлек. Булмаһа, ошо юҫыҡта һүҙебеҙҙе тотайыҡ та алда күҙалланған эштәргә туҡталайыҡ.
Агрофирма 1996 йылда бөлгөнлөккә дусар булған “Сеятель” колхозы нигеҙендә төҙөлә. Бар техниканы, мал-тыуарҙы таратмайынса, яңыларын ҡушып, өҫтәп, бөгөн аяғына ныҡлап баҫып торған хужалыҡты ойошторғандар. Етәксеһе – Николаевтың бер туған ағаһы Александр – ҡағыҙ, документ мәшәҡәттәре менән йөрөһә, урында бар эште Олег Геннадьевич алып бара. Үҙе әйтмешләй, ошо Семен-Петровский ауылында тыуғас, барыһы ла таныш, һәр береһен белә. Шуға эшләүе лә еңел. Хужалыҡҡа тағы Түлебай, Ялсы, Гавриловка ауылдары ер биләмәләре инә. Урындағы халыҡҡа төп эш биреүсе булып торалар.
Бөгөн “Иртөбәк”тә 700 баш һыйыр малы иҫәпләнһә, шуның 230-ы һауыла. Киләсәктә мең башҡа еткермәкселәр. Мал аҙығына иғтибар ҙур. Һалам, бесән артығы менән әҙерләнә, фураж етерлек. Барыһы 6 мең гектар ерҙең 4 меңе һөрөп сәселә. Башлыса ошо ике йүнәлештә, йәғни малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнәләр.
Беҙ барғанда яҙҙың иң сағыу мәле — ҡояш нурҙарын аҡ ҡар һындырып, күҙҙәрҙе ҡамаштыра, “тышта ҡалдырта” торған сағы — ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ферма эстәре яҡты, урам яғынан әллә ни айырылмай. Бында “500 ферма” республика махсус программаһына ҡушылып, биналарҙы заманса итеп үҙгәртеп ҡорғандар.
– Программа сыҡҡас, уны бер йыл тирәһе өйрәндек. Уҙған йыл яҙҙан уҡ ике һыйыр торлағын, быҙауҙар тотҡан биналарҙы һүттек, — ти хужалыҡ етәксеһе. — Шунда уҡ 15 миллион һумлыҡ оҙайлы кредит юллай башланыҡ...
Йәй эсендә генә лә иртөбәктәр быҙауҙар үҫтерелгән бинаны, һыйыр фермаһын тулыһынса әҙерләп бөтә. Тыштағы япманы йүнәтәләр, бетон менән бәйле башҡа эштәрен башҡаралар. Көҙгә иһә бер һыйыр фермаһы ғына тороп ҡалып, ҡыш буйы унда эш туҡталмай. Шулай итеп, иҫкеләре урынына өр-яңы ҡорамалдар ҡуйылған корпустар барлыҡҡа килә.
– Эшләүе дан, — ти ферма мөдире Рәшит Ишдәүләтов. — Яҡты, йылы. Күп нәмә техника менән башҡарыла...
Баҙар, иҡтисад ҡанундары өҫтөнлөк иткән саҡта алдан күрә белеүселәр, эҙләнеүселәр генә хужалыҡтарын алып бара ала. Бигерәк тә ауыл хужалығында, сөнки байтаҡ “аҡыллы баштар” ил хәүефһеҙлегенең мөһим тармағы булған яҡты “ҡара соҡорға” тиңләп килеп, булғанын да тарата башланы. Ә бына “Иртөбәк” агрофирмаһы һымаҡ хужалыҡтар, киреһенсә, үҙ көсөңә эшләп, үҙ тауарыңды етештереп кенә лә төрлө шарттарҙа йәшәп булғанлығын иҫбат итте.
– Эше булғас, ашы бар инде уның, — ти һауынсы Флүзә Кинйәбаева. — Хәҙер ни элекке һымаҡ көс етмәҫ феләктәр күтәреп, ҡул менән тиреҫ сығарып йөрөмәйбеҙ. Ҡайҙа ла эшләргә инде...
Эйе, ауыл хужалығында сәнәғәттәге һымаҡ “емертеп” эш хаҡы алмайҙар, әммә, төп хеҙмәттән тыш, бында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы алып барып була.
– Беҙ бигерәк тә йорт-ҡаралтыһында мал-тыуар тотоусыларға ярҙам итергә тырышабыҙ, — ти Олег Геннадьевич. — Кеше хужалыҡта эшләй икән, уның өйөндә лә барыһы һәйбәт. Тик йортонда ла ҡул ҡыбырлатмағандарҙы, дөйөм эшкә лә сыҡмағандарҙы ғына аңламайым. Ауылда йәшәп эшләп тә, ял итеп тә була. Уның өсөн әллә ҡайҙа ғаиләңде ҡалдырып, Себер йөрөргә кәрәкмәй...
Хаҡ һүҙҙәр. Хеҙмәт, йәшәү шарттарына ҡағылған мәғәнәлә лә, ғаилә мөнәсәбәттәре яғынан да... Ҡуй, һуңғыһына ҡағылмайыҡ, уныһы башҡа тема. Шулай ҙа бер-береһенә бәйле...