Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Туйға һарыҡты дуҫымдан алығыҙ...
Башҡортостан телевидениеһы төшөргән бер сюжетта үҙемдең күптәге танышым Мөнир Шәймөхәмәтовтың фермер булып, һарыҡсылыҡ менән шөғөллән­гә­нен күреп, әллә ни аптыраманым. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Тәүҙә Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында, һуңынан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында төплө белем алып, артабан милицияла эшләгәндә, Өфө юридик институтында юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Тура һүҙлелеге арҡа­һында милициянан киткәс, ул юғалып ҡалманы. Төрлө ойошмаларға юридик яр­ҙам күрһә­теп, “Ергән” МТС-ында комбайнсы булып та эшләне, ауылдарында һөт тә йыйып тапшырҙы. Үҙенең холҡона хас авантюризм арҡаһында бер финанс пирамида­һында “уйнап”, киң рекламаланған Мария Дюваль тоҙағына эләгеп, “ауыҙын беше­рергә” лә өлгөрҙө. Ҡыҫҡаһы, ысын эшҡыуарға хас дыуамаллыҡ унда етерлек ине.
Ошо танышымдың хәл-әхүәлен белергә тип Әлшәй районының Ҡармыш ауылына юл тоттом. Яңы ҙур өй туйлаған Мөнир менән ҡатыны Зилә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.

– Ни өсөн һарыҡ аҫрарға булдың? Баш­ҡортостанда был кәсепте һайлаған эшҡы­уар­ҙар­ҙы бармаҡ менән генә һанар­лыҡ.
– Электән башҡорт туйҙарында кеше йәш­тәргә инселәп һарыҡ бүләк итә торғайны. Һуң­ғы ваҡыт­та был йола урынына аҡсалата бүләк менән сикләнә башланылар. Ауыл хужалығы белгесе булараҡ, халҡыбыҙҙың йолаһы­ның мәғәнәһен яҡшы аңлай инем: алыҫ төбәктәр­ҙән алып киленгән һарыҡ малы генетик яҡтан урын­дағы тоҡомдоң сифатын яҡшыр­­тыуға булышлыҡ иткән. Иғтибар иткән­һеңдер, шәхси хужалыҡтағы һарыҡ малы бик ваҡланды, перәник ҙурлыҡ ҡына – уҙа барһа, бер 15-20 килограмм ит сыға. Сәбәбе – генофонд яңырмау. Ошо тармаҡта уңышҡа өлгә­шергә иҫәп тотоп, тәүәккәлләнем дә инде. Халыҡ юҡҡа ғына “Йылҡы – данлыҡ, ҡуй – байлыҡ”, “Арыҡ булһа ла, һарыҡ аҫра” тип әйтмәгәндер.
– Яҡшы тоҡомло һарыҡты ҡайҙан тап­тың? Ғөмүмән, эште нимәнән башланың?
– Бынан бер нисә йыл элек ҡәйнешем ҡаҙаҡ һарыҡтары алып ҡайтҡайны. Интернеттан Өфө районындағы Шемәк ауылында тексель тоҡомло шәп һарыҡ һатып алыу мөмкинлеген белештем. Ҡулда аҡса булмағас, дәүләт тарафынан булдырылған махсус программаға инеү маҡсатында район хакимиәтенә мөрә­жәғәт иттем. Унда бизнес-план төҙөргә ҡуш­тылар. Районда бер белгес табып, уға ике мең һум түләп, эшләтеп алғайным, уныһы сифат­һыҙ булып сыҡты. Аптырап торманым, үҙем ултырып, бер ағай ярҙамында төҙөнөм. Район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Моста­финға рәхмәт – башланғысымды хуплап, 250 мең һум субсидия бүлделәр. Шул аҡсаға 30 баш һарыҡ алып ҡайттым, улар өсөн ҡура төҙөнөм.
– Бизнес-планға килгәндә, бөгөнгө күҙ­лек­тән уның ниндәй етешһеҙлектәрен әй­терһең?
– Күп сығым талап иткән ҡайһы бер нәмә­ләр күрһәтелмәгән булып сыҡты. Быныһы тәжрибә етешмәүҙән инде. Мәҫәлән, һарыҡ­тарға даими вакцинация үткәреп тороу, талпан, төрлө эсәк паразиттарынан укол яһау, бәрәстәргә витамин-фәлән алыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк булды.
– Был саралар мотлаҡмы ни?
– Әлбиттә. Шул талпандарҙы ғына алып ҡара­йыҡ. Ауыл халҡы улар менән көрәшмәй тиерлек. Ә бит талпан йәй буйы һарыҡтарҙың ҡанын һурып, йонсотоп бөтөрә. Минекеләр, йылына ике тапҡыр укол алып, был тал­пан­дарҙан ҡотолғас, көр, һимеҙ була. Төрлө паразит ҡорттар менән дә шул уҡ хәл. Былтыр, мәҫә­лән, 15 йәш бәрәсем үлде. Ярҙырып ҡара­ғас, рационда көкөрт етешмәү сәбәпле, улар башҡа һарыҡтарҙың йөнөн ашарға мәжбүр булыуы асыҡланды. Ошо йөн уларҙың аш­ҡаҙанына уҡмашып, тегеләрҙе үлтергән. Шун­лыҡ­тан составында көкөрт булған концентраттар һатып алырға тура килде. Был нескәлектәрҙең бизнес-планда ҡаралмауына аптырарға кәрәкмәй.
– Ишетеүемсә, һинән был кәсепкә өйрә­нергә теләгән халыҡ өҙөлмәй. Бизнеста коммерция сере тигән төшөнсә бар. Был серҙәрҙе йәшереп тотоу һинең холҡоңа тап килмәй түгелме?
– Өйрәнергә төрлө төбәктән киләләр. Бер нәмәне лә йәшермәй өйрәтергә тырышам. Тоҡом яҡшыртыу маҡсатында миңә бындай кеше­ләрҙең күберәк булыуы отошлораҡ та. Малсы­лыҡта яҡшы уңыш өсөн ҡанды даими ал­маш­тырып тороу бик мөһим. Минең үҙем­дең дә ике тоҡом һарыҡтары үҙ-ара ҡатнашып тора. Ҡаҙаҡ һарыҡтары ҡойроҡ майы, тексель тоҡомлоһо үҙенең мәрмәр ите менән айырыла. Тәкәләрҙең уртаса ауырлығы 90-140, инәләренеке 65-125 килограмм тәшкил итә. Бәрәстәр ошо ауырлыҡҡа йыл ярымда етә. Һарыҡ йылына уртаса 1,5-2,3 бәрәс бирә. Йөнө лә арыу ғына сыға. Ике тоҡом да беҙҙең һауа шарттарына һәйбәт яраҡлашҡан.
– Табышты башлыса нимә килтерә?
– Төрлө байрамдарға – ҡорбан, бала туйлау, әрме хеҙмәтенә оҙатыу, туй, тыуған көн һ.б. – халыҡ үҙе килеп, башлыса тереләй һа­тып ала. Стәрлетамаҡ, Раевка баҙарҙарына ла алып барып һатам. Үрсетергә тип алғандар ҙа күбәйә. Пермь крайынан быйма баҫырға тип йөн килеп алалар.
– Һинең крәҫтиән (фермер) хужалығың­дың башҡа йүнәлештәрендә эш нисек бара һуң?
– Ауылда беренсе булып һинд өйрәктәрен үрсетә башланым. Инкубаторҙа тауыҡ себеш­тәре, ҡаҙ бәпкәләре сығарып һатам. Автосервис өсөн гараж төҙөп, ҡорамалдар алып ҡуйғайным – эшләргә кеше табып булмай. Һа­рыҡтарҙы тағы ла ишәйтһәм – 100 баштан артып киттеләр инде – ҡарашырға кемделер яллар­ға тура киләсәк. Ауылда малды яратҡан, уны ҡәҙерләп ҡараған кеше етмәүе бәкәлгә һуға. Эсмәгәндең үҙенең дә эше күп, ә эскәне шешә төбөнә ҡарап малды онота. Яҙ ҡырҡҡан йөн­дө быйма баҫыу өсөн ярамай тип алмай­ҙар. Ул әрәм булмаһын өсөн, уны эшкәр­теп, түшәк эшләү, тула баҫыу юлдарын өй­рәнәм.

Берәүҙең мең ҡуйы булһа, икенсенең мең уйы була. Тынғы белмәгән Мөнир Самат улы һарыҡтарына сөгөлдөр һығындыһы (жом) бирергә ашыҡты.








Автор: И. МИҘХӘтов. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә