Туйға һарыҡты дуҫымдан алығыҙ...04.02.2015
Башҡортостан телевидениеһы төшөргән бер сюжетта үҙемдең күптәге танышым Мөнир Шәймөхәмәтовтың фермер булып, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күреп, әллә ни аптыраманым. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Тәүҙә Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында, һуңынан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында төплө белем алып, артабан милицияла эшләгәндә, Өфө юридик институтында юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Тура һүҙлелеге арҡаһында милициянан киткәс, ул юғалып ҡалманы. Төрлө ойошмаларға юридик ярҙам күрһәтеп, “Ергән” МТС-ында комбайнсы булып та эшләне, ауылдарында һөт тә йыйып тапшырҙы. Үҙенең холҡона хас авантюризм арҡаһында бер финанс пирамидаһында “уйнап”, киң рекламаланған Мария Дюваль тоҙағына эләгеп, “ауыҙын бешерергә” лә өлгөрҙө. Ҡыҫҡаһы, ысын эшҡыуарға хас дыуамаллыҡ унда етерлек ине.
Ошо танышымдың хәл-әхүәлен белергә тип Әлшәй районының Ҡармыш ауылына юл тоттом. Яңы ҙур өй туйлаған Мөнир менән ҡатыны Зилә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.
– Ни өсөн һарыҡ аҫрарға булдың? Башҡортостанда был кәсепте һайлаған эшҡыуарҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
– Электән башҡорт туйҙарында кеше йәштәргә инселәп һарыҡ бүләк итә торғайны. Һуңғы ваҡытта был йола урынына аҡсалата бүләк менән сикләнә башланылар. Ауыл хужалығы белгесе булараҡ, халҡыбыҙҙың йолаһының мәғәнәһен яҡшы аңлай инем: алыҫ төбәктәрҙән алып киленгән һарыҡ малы генетик яҡтан урындағы тоҡомдоң сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Иғтибар иткәнһеңдер, шәхси хужалыҡтағы һарыҡ малы бик ваҡланды, перәник ҙурлыҡ ҡына – уҙа барһа, бер 15-20 килограмм ит сыға. Сәбәбе – генофонд яңырмау. Ошо тармаҡта уңышҡа өлгәшергә иҫәп тотоп, тәүәккәлләнем дә инде. Халыҡ юҡҡа ғына “Йылҡы – данлыҡ, ҡуй – байлыҡ”, “Арыҡ булһа ла, һарыҡ аҫра” тип әйтмәгәндер.
– Яҡшы тоҡомло һарыҡты ҡайҙан таптың? Ғөмүмән, эште нимәнән башланың?
– Бынан бер нисә йыл элек ҡәйнешем ҡаҙаҡ һарыҡтары алып ҡайтҡайны. Интернеттан Өфө районындағы Шемәк ауылында тексель тоҡомло шәп һарыҡ һатып алыу мөмкинлеген белештем. Ҡулда аҡса булмағас, дәүләт тарафынан булдырылған махсус программаға инеү маҡсатында район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттем. Унда бизнес-план төҙөргә ҡуштылар. Районда бер белгес табып, уға ике мең һум түләп, эшләтеп алғайным, уныһы сифатһыҙ булып сыҡты. Аптырап торманым, үҙем ултырып, бер ағай ярҙамында төҙөнөм. Район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафинға рәхмәт – башланғысымды хуплап, 250 мең һум субсидия бүлделәр. Шул аҡсаға 30 баш һарыҡ алып ҡайттым, улар өсөн ҡура төҙөнөм.
– Бизнес-планға килгәндә, бөгөнгө күҙлектән уның ниндәй етешһеҙлектәрен әйтерһең?
– Күп сығым талап иткән ҡайһы бер нәмәләр күрһәтелмәгән булып сыҡты. Быныһы тәжрибә етешмәүҙән инде. Мәҫәлән, һарыҡтарға даими вакцинация үткәреп тороу, талпан, төрлө эсәк паразиттарынан укол яһау, бәрәстәргә витамин-фәлән алыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк булды.
– Был саралар мотлаҡмы ни?
– Әлбиттә. Шул талпандарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Ауыл халҡы улар менән көрәшмәй тиерлек. Ә бит талпан йәй буйы һарыҡтарҙың ҡанын һурып, йонсотоп бөтөрә. Минекеләр, йылына ике тапҡыр укол алып, был талпандарҙан ҡотолғас, көр, һимеҙ була. Төрлө паразит ҡорттар менән дә шул уҡ хәл. Былтыр, мәҫәлән, 15 йәш бәрәсем үлде. Ярҙырып ҡарағас, рационда көкөрт етешмәү сәбәпле, улар башҡа һарыҡтарҙың йөнөн ашарға мәжбүр булыуы асыҡланды. Ошо йөн уларҙың ашҡаҙанына уҡмашып, тегеләрҙе үлтергән. Шунлыҡтан составында көкөрт булған концентраттар һатып алырға тура килде. Был нескәлектәрҙең бизнес-планда ҡаралмауына аптырарға кәрәкмәй.
– Ишетеүемсә, һинән был кәсепкә өйрәнергә теләгән халыҡ өҙөлмәй. Бизнеста коммерция сере тигән төшөнсә бар. Был серҙәрҙе йәшереп тотоу һинең холҡоңа тап килмәй түгелме?
– Өйрәнергә төрлө төбәктән киләләр. Бер нәмәне лә йәшермәй өйрәтергә тырышам. Тоҡом яҡшыртыу маҡсатында миңә бындай кешеләрҙең күберәк булыуы отошлораҡ та. Малсылыҡта яҡшы уңыш өсөн ҡанды даими алмаштырып тороу бик мөһим. Минең үҙемдең дә ике тоҡом һарыҡтары үҙ-ара ҡатнашып тора. Ҡаҙаҡ һарыҡтары ҡойроҡ майы, тексель тоҡомлоһо үҙенең мәрмәр ите менән айырыла. Тәкәләрҙең уртаса ауырлығы 90-140, инәләренеке 65-125 килограмм тәшкил итә. Бәрәстәр ошо ауырлыҡҡа йыл ярымда етә. Һарыҡ йылына уртаса 1,5-2,3 бәрәс бирә. Йөнө лә арыу ғына сыға. Ике тоҡом да беҙҙең һауа шарттарына һәйбәт яраҡлашҡан.
– Табышты башлыса нимә килтерә?
– Төрлө байрамдарға – ҡорбан, бала туйлау, әрме хеҙмәтенә оҙатыу, туй, тыуған көн һ.б. – халыҡ үҙе килеп, башлыса тереләй һатып ала. Стәрлетамаҡ, Раевка баҙарҙарына ла алып барып һатам. Үрсетергә тип алғандар ҙа күбәйә. Пермь крайынан быйма баҫырға тип йөн килеп алалар.
– Һинең крәҫтиән (фермер) хужалығыңдың башҡа йүнәлештәрендә эш нисек бара һуң?
– Ауылда беренсе булып һинд өйрәктәрен үрсетә башланым. Инкубаторҙа тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре сығарып һатам. Автосервис өсөн гараж төҙөп, ҡорамалдар алып ҡуйғайным – эшләргә кеше табып булмай. Һарыҡтарҙы тағы ла ишәйтһәм – 100 баштан артып киттеләр инде – ҡарашырға кемделер ялларға тура киләсәк. Ауылда малды яратҡан, уны ҡәҙерләп ҡараған кеше етмәүе бәкәлгә һуға. Эсмәгәндең үҙенең дә эше күп, ә эскәне шешә төбөнә ҡарап малды онота. Яҙ ҡырҡҡан йөндө быйма баҫыу өсөн ярамай тип алмайҙар. Ул әрәм булмаһын өсөн, уны эшкәртеп, түшәк эшләү, тула баҫыу юлдарын өйрәнәм.
Берәүҙең мең ҡуйы булһа, икенсенең мең уйы була. Тынғы белмәгән Мөнир Самат улы һарыҡтарына сөгөлдөр һығындыһы (жом) бирергә ашыҡты.