Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Коррупция һөжүмен йүнселдәр ҙә тоя
Эшҡыуарлыҡ ойошмалары берекмәһе үткәргән тикшеренеүҙән күренеүенсә, бәләкәй бизнес теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә законһыҙ алымдарҙы ярайһы уҡ йыш ҡуллана. Ошо туралағы һорау бирелгән йүнселдәрҙең өстән ике өлөшө (67 %) һуңғы йылда ғына коррупцияла ҡатнашыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта һәр икенсе эшҡыуар (49 %), был күренеш ике яҡ өсөн дә – түрәгә лә, бизнесҡа ла – файҙалы, тигән фекерҙә.


Элегерәк “Рәсәй таянысы” берекмәһе милли эшҡыуарлыҡтың хәле, уға коррупцияның йоғон­то­һо тураһында даими отчет бирә ине. Тикше­ренеүҙә меңдәрсә йүнсел ҡатнашты, шуларҙың ни бары 13 проценты ришүәт биреүен таныны.
Быйыл да айырым ентекле тикшереү ойошторорға ҡарар ителгәйне. Эш ғинуар – июндә һигеҙ федераль округта барҙы. Һәр береһендә ике төбәк һайлап алынды, 128 йүнселгә һорау бирелде. Сара барышында түрәләрҙең үҙҙәре үк ришүәт биреүгә этәргән хәл-шарттар тыуҙырыуы асыҡланды. Респонденттарҙың 56 проценты был һорауға “ярайһы уҡ йыш” (35 %) һәм “даими” (21 %) тип яуап биргән. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙарҙың тәҡдиме нигеҙендә мәсьәләне законһыҙ юл менән хәл итеү осраҡтары аҙыраҡ – 27 һәм 13 процент.
Дефицит ресурстарға эйә булырға, дәүләт заказын алырға тырышыу йүнселдәрҙе власть вәкилдәренә ришүәт тәҡдим итергә этәрә. Бынан тыш, эшҡыуарҙар законды боҙған өсөн язанан ҡотолоу сараһын да ошонан эҙләй. Һорау бирелгәндәрҙең 60 проценты, ҡануниәт талаптарын тулыһынса үтәп булмай, сөнки закондарҙың күбеһе камил түгел, өҫтәүенә бик йыш үҙгәрә, тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта 40 проценты, үҙҙәренең хоҡуҡи белемһеҙлеге коррупцияның таралыуына булышлыҡ итә, тигән фекерҙә. Күпселек (60 % самаһы), чиновниктарға бирелгән ҙур контроль вәкәләттәр ришүәтселеккә сәбәпсе, тип иҫәпләй. Респонденттарҙың тағы ла 45 проценты власть органдарының яуапһыҙлығын билдәләй. Уларҙың әйтеүенсә, суд реформаһы йәки ҡануниәтте либе­ралләштереү түгел, ә түрәләрҙе хөкөмгә тарттырыу сараһын көсәйтеү дәүләттең коррупцияға ҡаршы көрәшендә тәүге аҙым булырға тейеш. Бәләкәй эшҡы­уарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр мән­фәғәттәрҙең суд аша яҡланыуына әллә ни ышанып етмәй.
– Судта ришүәт биреүҙе иҫбатлау бик ҡыйын, – ти “Рәсәй таянысы” берек­мәһенең вице-президенты Владислав Корочкин. – Был эште атҡарып сығыу өсөн Прокуратураға йәки Эске эштәр ми­нистрлығы подразделениеһына барып, ришүәтте уларҙың күҙәтеүе аҫтында биреү тураһында һөйләшергә кәрәк. Тамғалы купюралар, камералар, диктофондар әҙерләү, күрше бүлмәгә Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәрен ултыртыу шарт. Дәлилһеҙ судҡа барыу файҙаһыҙ.
Эксперттар билдәләүенсә, бәләкәй бизнес вәкилдәренең был күренешкә мөнәсәбәте аңлашыла. Эшҡыуарлыҡ субъекты ҡиммәтле адвокат хеҙмәтенә аҡса түгеүгә һәм һөҙөмтәһе шикле булған суд эше менән шөғөлләнеүгә ҡарағанда ришүәт биреүҙе өҫтөн күрә, әлбиттә.
Коррупцияға ҡаршы милли комитет рәйесе Кирилл Кабанов әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡтың ике төрө (легаль һәм коррупциялы) бар.
– Власть органдарының саманан тыш функциялары һәм административ кәр­тәләр бизнеста коррупция тыуҙыра. Административ ғәмәлдәр шундай ҡатмарлы, инстанциялар буйлап йөрөп бер бе­лешмәне алғансы, әүәлгеләре ғәмәлдән сыға, – ти Кирилл Кабанов.
АКИГ компаниялар төркөмөнөң төп юрисы Антон Мокин билдәләүенсә, законға ике төрлө аңлатма биреүгә юл ҡуймау, судтарҙың бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу ришүәтселеккә кәртә ҡуясаҡ.
Transparency International төҙөгән Коррупцияны үҙләштереү индексы буйынса рейтингта Рәсәй былтыр 177 ил ара­һында 127-се урынды биләгән. Был исемлектә Азербайжан, Пакистан, Никарагуа, Мали, Мадагаскар, Ливан, Гамбия һәм Комор утрауҙары беҙгә яҡын урынлашҡан.


Автор: Татьяна ШИРМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә