Эшҡыуарлыҡ ойошмалары берекмәһе үткәргән тикшеренеүҙән күренеүенсә, бәләкәй бизнес теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә законһыҙ алымдарҙы ярайһы уҡ йыш ҡуллана. Ошо туралағы һорау бирелгән йүнселдәрҙең өстән ике өлөшө (67 %) һуңғы йылда ғына коррупцияла ҡатнашыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта һәр икенсе эшҡыуар (49 %), был күренеш ике яҡ өсөн дә – түрәгә лә, бизнесҡа ла – файҙалы, тигән фекерҙә.
Элегерәк “Рәсәй таянысы” берекмәһе милли эшҡыуарлыҡтың хәле, уға коррупцияның йоғонтоһо тураһында даими отчет бирә ине. Тикшеренеүҙә меңдәрсә йүнсел ҡатнашты, шуларҙың ни бары 13 проценты ришүәт биреүен таныны.
Быйыл да айырым ентекле тикшереү ойошторорға ҡарар ителгәйне. Эш ғинуар – июндә һигеҙ федераль округта барҙы. Һәр береһендә ике төбәк һайлап алынды, 128 йүнселгә һорау бирелде. Сара барышында түрәләрҙең үҙҙәре үк ришүәт биреүгә этәргән хәл-шарттар тыуҙырыуы асыҡланды. Респонденттарҙың 56 проценты был һорауға “ярайһы уҡ йыш” (35 %) һәм “даими” (21 %) тип яуап биргән. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙарҙың тәҡдиме нигеҙендә мәсьәләне законһыҙ юл менән хәл итеү осраҡтары аҙыраҡ – 27 һәм 13 процент.
Дефицит ресурстарға эйә булырға, дәүләт заказын алырға тырышыу йүнселдәрҙе власть вәкилдәренә ришүәт тәҡдим итергә этәрә. Бынан тыш, эшҡыуарҙар законды боҙған өсөн язанан ҡотолоу сараһын да ошонан эҙләй. Һорау бирелгәндәрҙең 60 проценты, ҡануниәт талаптарын тулыһынса үтәп булмай, сөнки закондарҙың күбеһе камил түгел, өҫтәүенә бик йыш үҙгәрә, тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта 40 проценты, үҙҙәренең хоҡуҡи белемһеҙлеге коррупцияның таралыуына булышлыҡ итә, тигән фекерҙә. Күпселек (60 % самаһы), чиновниктарға бирелгән ҙур контроль вәкәләттәр ришүәтселеккә сәбәпсе, тип иҫәпләй. Респонденттарҙың тағы ла 45 проценты власть органдарының яуапһыҙлығын билдәләй. Уларҙың әйтеүенсә, суд реформаһы йәки ҡануниәтте либералләштереү түгел, ә түрәләрҙе хөкөмгә тарттырыу сараһын көсәйтеү дәүләттең коррупцияға ҡаршы көрәшендә тәүге аҙым булырға тейеш. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр мәнфәғәттәрҙең суд аша яҡланыуына әллә ни ышанып етмәй.
– Судта ришүәт биреүҙе иҫбатлау бик ҡыйын, – ти “Рәсәй таянысы” берекмәһенең вице-президенты Владислав Корочкин. – Был эште атҡарып сығыу өсөн Прокуратураға йәки Эске эштәр министрлығы подразделениеһына барып, ришүәтте уларҙың күҙәтеүе аҫтында биреү тураһында һөйләшергә кәрәк. Тамғалы купюралар, камералар, диктофондар әҙерләү, күрше бүлмәгә Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәрен ултыртыу шарт. Дәлилһеҙ судҡа барыу файҙаһыҙ.
Эксперттар билдәләүенсә, бәләкәй бизнес вәкилдәренең был күренешкә мөнәсәбәте аңлашыла. Эшҡыуарлыҡ субъекты ҡиммәтле адвокат хеҙмәтенә аҡса түгеүгә һәм һөҙөмтәһе шикле булған суд эше менән шөғөлләнеүгә ҡарағанда ришүәт биреүҙе өҫтөн күрә, әлбиттә.
Коррупцияға ҡаршы милли комитет рәйесе Кирилл Кабанов әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡтың ике төрө (легаль һәм коррупциялы) бар.
– Власть органдарының саманан тыш функциялары һәм административ кәртәләр бизнеста коррупция тыуҙыра. Административ ғәмәлдәр шундай ҡатмарлы, инстанциялар буйлап йөрөп бер белешмәне алғансы, әүәлгеләре ғәмәлдән сыға, – ти Кирилл Кабанов.
АКИГ компаниялар төркөмөнөң төп юрисы Антон Мокин билдәләүенсә, законға ике төрлө аңлатма биреүгә юл ҡуймау, судтарҙың бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу ришүәтселеккә кәртә ҡуясаҡ.
Transparency International төҙөгән Коррупцияны үҙләштереү индексы буйынса рейтингта Рәсәй былтыр 177 ил араһында 127-се урынды биләгән. Был исемлектә Азербайжан, Пакистан, Никарагуа, Мали, Мадагаскар, Ливан, Гамбия һәм Комор утрауҙары беҙгә яҡын урынлашҡан.