Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына
Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына...Бәй, Татарстан сигенә килеп тә еткәнбеҙ, имеш. Башҡортостандан бер төркөм әҙипте татар милли кейемендәге һыуһылыуы кеүек ҡыҙҙар сәк-сәк тәмләтеп ҡаршыланы. Ике республика сигендә туғандарса ҡолас йәйеп күрешкән кешеләргә ҡарап, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәримдең ҡанатлы юлдарын иҫкә төшөрҙөм: “Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына...” Эйе, башҡорт әҙиптәре йыр-моң бүлешергә, дуҫлыҡ хистәрен арттырырға тип килде ут күршеләргә. Уйлап ҡараһаң, уртаҡлашыр нәмәбеҙ юҡ та кеүек: күптән инде башҡорттоҡо — татарҙыҡы, татарҙыҡы башҡорттоҡо булып бөткән; йырҙарыбыҙ ҙа, аштарыбыҙ ҙа бер. Ҡыҫҡаһы, Ҡазанда һыҙғырған Өфөлә ишетелә, Өфөлә ҡысҡырған Ҡазанда яңғырай...

Күренекле яҙыусыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың: “Автобуста ойоп киткәнмен. Күҙҙе асып ебәрһәм, Риф Тойғондо татар ҡыҙҙары уратып алған. Мостай Кәримдең “Бер ҡырмыҫҡа тоғон йөкмәп, сығып бара Европанан Азияға” тигән шиғри юлдарындағы кеүек, сик аша үтеүе рәхәт кенә икән ул. Йөрәктәрҙә генә сиктәр булмаһын”, — тип кинәйәле әйтеп ҡуйыуы юҡҡа түгел.
Замандың ҡорос аттары беҙҙе иң башта Яр Саллы ҡалаһының 74-се балалар баҡсаһына алып осто. Унда башҡорт милли кейемендәге балалар йыр-моң менәнДуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына ҡаршыланы. Баҡһаң, был баҡсала башҡорт төркөмө эшләй икән. Унда 19 бала. Тәрбиәселәре — Салауат районының Ташауыл ауылында тыуып үҫкән Салауат рухлы апай Рая Шәрипова.
Әҙиптәр балаларҙың башҡорт телендә шиғыр һөйләүҙәрен кинәнеп тыңланы, өҙҙөрөп бейеүҙәренә һоҡланды. Ысынлап та, йән кинәнесе ине уларҙың тамашаһы. Тыуған Ватаныңдан алыҫта уҡ булмаһа ла, үҙ телеңде ишетеү ниндәй танһыҡ!
Һуңынан әҙиптәр икегә бүленде. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, шағирҙар Фәниә Ғәбиҙуллина, Нәжибә Әминева һәм мин — Мулланур Вәхитов исемендәге 2-се татар гимназияһына, ә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, яҙыусылар Азат Мағазов, Миҙхәт Әбделмәнов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин 52-се дөйөм урта белем биреү мәктәбенә юлланды.
Беҙҙе гимназияның директоры Хәлимә Ниғмәтуллина ихлас йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы. Белем усағының музейын ҡарағандан һуң, уҡыусылар менән осрашыу булды.
Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғынаАртабан ике төркөм бергә ҡушылып Яр Саллы пединститутына һуғылдыҡ. Осрашыу студенттарҙың хоры менән башланып китте. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Флүрә Андреева хакимиәт башлығы Вәсил Шайхразиевтың сәләмен еткерҙе. “Татар менән башҡорт — игеҙәк халыҡ. Яр Саллыла алты меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Ҡалаға нигеҙ һалынып, төҙөлөш башланғас та, иң беренсе башҡорт халҡы ярҙамға килде, — тине ул. — Ошондай күркәм осрашыуҙар йышыраҡ булһын, туғанлыҡ ептәре нығынһын”.
Татарстандың Дәүләт Советы депутаты, шағир Рәзил Вәлиев: “Был изге йортта осрашыу юҡҡа түгел, — тип башланы һүҙен. — Беҙ был йортто рухиәт Мәккәһе кеүек ҡабул итәбеҙ. Бында Туфан Миңнуллин ағай кеүек рухиәт пәйғәмбәрҙәре йыш туҡтай торғайны. Һеҙҙең килеүегеҙ ике халыҡ араһына дуҫлыҡ күпере булып ятһын. Беҙ бергә булғанда ғына көслөбөҙ. Халыҡтарҙы йыйып бер өҫтәл артына ултыртып булмай, ә бына шағирҙарҙың күңеленә тотош халыҡ һыя. Тимәк, шағирҙарҙың осрашыуы — халыҡтар осрашыуы ул”.
Татарстандың Яҙыусылар союзы рәйесе Рәфис Ҡорбанов: “Беҙ һәр саҡ башҡорт дуҫтарыбыҙ менән аралашып йәшәйбеҙ. Риф Тойғон да беҙгә һуғылып тора. Күптән түгел Арҡайымда, Шүлгәнташта булдыҡ”, — тип “Башҡорт дуҫыма” тигән шиғырын уҡыны.
Дуҫтарса һуҙылған ҡуш усҡа шағир РифТойғон да яуапһыҙ ҡалманы, студент йылдарындағы бер көләмәсте иҫенә төшөрҙө: “Бер башҡорт егете урыҫ ҡыҙына ғашиҡ булып йөрөй икән. Тик ҡыҙҙы ҡосаҡларға ҡыймай. Үҙенән һорар ине, “ҡосаҡлау” һүҙен урыҫса әйтә белмәй. Шулай ҙа юғалып ҡалмай, былай ти: “Можно Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғынавас кругом взять?” Һөйөү теле өсөн тәржемәләр кәрәкмәй. Бигерәк тә башҡорт менән татар халҡы өсөн”.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иһә: “Башҡорт һәм татар әҙәбиәте кеүек бер-береһен байытҡан әҙәбиәтте башҡа белмәйем”, — тип күршеләргә үҙенең “Ҡубрат хан” исемле китабын бүләк итте.
Ғөмүмән, әҙиптәрҙең һәр сығышын тәмләп “йотоп” ултырҙы, ихлас алҡышланы татар тамашасыһы. “Энергетика” мәҙәниәт һарайында барған концертта Яр Саллының “Гөлнәзирә” башҡорт ансамбле, Рауил Ғәлиев, Артур Ғиниәтуллин, Флүрә Талипова, Ғәбиҙулла Хөрмәтуллин һәм башҡалар йыр-моң менән һөйөндөрҙө.
Шулай итеп, ут күршеләребеҙгә барып, рухи утыбыҙға ҡеүәт, йөрәгебеҙгә йылылыҡ алып ҡайттыҡ.
Ошо усаҡты ҡабыҙыусы, йәғни башҡорт һәм татар халҡы араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыусы Яр Саллы яҙыусылар ойошмаһының рәйесе, “Майҙан” гәзитенең баш мөхәррире Вәхит Имамовҡа рәхмәт әйтке килә. Имамовтың изге башланғысы ике халыҡ араһында иман нурын һипһен ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576