Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағирҙың алтын донъяһында...
Шағирҙың алтын донъяһында... Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури 1880 йылдың 2 авгусында Өфө губернаһына ҡараған Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуа. Ете йәштә үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Артабан Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылының мәҙрәсәһендә белем ала.
Буласаҡ шағир 1898 йылда Троицк ҡалаһындағы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон өйрәнә, төрлө заводта, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләй. Һуңынан ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡытып, ул халыҡтың фольклорын өйрәнә, урыҫ әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.
1904 йылда Ҡазандағы “Мөхәммәдиә”, 1906 – 1909 йылдарҙа Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Коммуна” гәзиттәре редакцияһында эшләй. 1934 йылдың 28 октябрендә Мәжит Ғафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.


Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант эйәһе. Мәғри­фәтселек, революцион-демократик идеялы шиғырҙары, поэма­лары, реалистик прозаһы ме­нән бергә, мәҫәл жанрында, публицистика өлкәһендә, башҡорт фольк­лорын йыйыуҙа һәм өйрә­неүҙә әүҙем эшләгән, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад иткән. Уның ижады тыуған илде сикһеҙ һөйгән яңы кеше тәрбиәләү идеялары менән һуға­рылған. Ғафури халыҡ тор­мошоноң ҡатламдарына үтеп, үҙ заманының етди мәсьәләләрен күтәреп сыҡҡан.
Әҙиптең XX быуаттың 20-се йыл­дарындағы ижадында проза жанры ҙур урын биләй. Рево­люцияға тиклем «Фәҡирлектә үткән тереклек», «Аслыҡ йыл йәки Һатлыҡ ҡыҙ», «Ярлылар йәки Өйҙәш ҡатын», «Үгәй балалар», «Онотолған енәйәт», «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» кеүек реалистик хикәйәләрен ижад иткән. Ә инде артабанғы йылдарҙағы про­заһы тәрән эпик дөйөм­ләштереүҙәр, тулы мәғәнәле художество образдары тыуҙырыу, халыҡ тормошон киңерәк күрһәтеү менән айырыла. Әйтәйек, «Ҡара йөҙҙәр», «Шағирҙың алтын приискыһында», «Тормош баҫҡыстары» повестары башҡорт прозаһын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Был әҫәрҙәрҙең күбеһенең нигеҙендә тормошта булып үткән, шағир үҙе кисергән ваҡиғалар ята.
Мәжит Ғафури башҡорт мәҙә­ниәте үҫешендә әһәмиәтле урын тота. Халыҡсанлыҡ, гуманизм һәм патриотизм менән һуғарылған тәрән йөкмәткеле, юғары художестволы әҫәрҙәре уҡыусыларҙы эстетик тәрбиәләүҙә ҡорал ролен үтәй, ижадының иң яҡшы традициялары башҡорт әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә көслө йоғонто яһай.
Шағирҙың мөхәббәт лирикаһы, дуҫ­тарына арнап яҙылған ижад емеш­тәре, ғәжәйеп пейзажды һүрәт­ләгән әҫәрҙәре, психологизм менән һуғарылған тормош күренештәре ифрат күп. Уның ижадында XX быуат башындағы тормош ҡына һү­рәтләнмәй, халыҡ, ил яҙмышы, йә­шәү мәғәнәһе, донъяла кешенең тотҡан урыны тураһында фәлсәфә сағыла.
XXI быуат башында ла Мәжит Ғафури әҫәрҙәре әһәмиәтен юғалт­маны, сөнки әҙиптең ижадында намыҫ, ышаныс, мөхәббәт кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙәктә тора.
Әлбиттә, әҙәбиәт белгестәре, яҙыу­сылар тарафынан Мәжит Ға­фуриҙың ижады төплө өйрәнелгән. Айырым монографиялар баҫылып сыҡҡан, бик күп мәҡәлә яҙылған, уҡытыусылар өсөн ҡулланмалар бар, биобиблиографиялары донъя күргән, фотоальбомы төҙөлгән, интернет селтәрендә айырым сайт бул­дырылған. Ләкин, нисек кенә булмаһын, шағирҙың ижадына бөгөнгө уҡыусы күҙлегенән сығып ҡараш ташлау талап ителә, сөнки үлемһеҙ әҫәрҙәр һәр заманда үҙенә генә хас нурҙары менән балҡый. Киләсәктә лә шағирҙың алтын донъяһында табыласаҡ хазиналар күңел күҙҙәрен ҡамаштырыр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566