Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үжәтлек бәләһе

Совет заманы. Төпкөлдәге ауыл. Бөтә нәмә лә бар, газ ғына юҡ. Бер заман ауылдан алыҫ түгел урында газ үткәргес торба һала башлайҙар. Әлбиттә, һәр кем үҙ йортонда “зәңгәр яғыулыҡ” булыуын теләй. Хәмиҙулла ағай эшселәр эргәһенә килә лә:
— Йәшертен генә минең йортҡа газ индерһәгеҙ, күп итеп аҡса бирәм, — ти.
— Һин нимә, ағай, нимә һорағаныңды беләһеңме?! Был бит магистраль газ үткәргес! Ундағы баҫым һинең йортоңдо йыһанға осорасаҡ!
Әммә Хәмиҙулла ағай бик үжәт кеше булып сыға. Бер аҙна буйы башын ҡатыра тегеләрҙең.
— Ярай, эшләрбеҙ, — тип, ниһайәт, риза була эшселәр. — 1500 һумыңды түлә лә, вәссәләм! Һин — беҙҙе, беҙ һине күрмәнек.
1500 һум — ул осорҙа бик ҙур аҡса. Хәмиҙулла ағай, мал-тыуарын һатып, эшселәр менән иҫәпләшә. Уның ҡарауы, өйөндә газ пәйҙә була. Әммә бер айҙан ул юҡҡа сыға. Хәмиҙулла абзый, зарланып, урындағы газ контораһына юл тота.
— Ниндәй газ?! Һиндә ул юҡ һәм булманы ла! — тип ғәжәпләнәләр тегендә.
— Әйҙәгеҙ, газ торбаһын күрһәтәм улайһа!..
Килеп тикшергәндән һуң шул асыҡлана: эшселәр, был үжәт әҙәмдән ҡотолоу өсөн, ергә газ баллоны күмгәндәр ҙә өйгә торба үткәргәндәр... Шул бер айға еткән...
Эшселәр ныҡ көлгән унан, ә күршеләре иһә уларҙан да нығыраҡ көлгән.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, янда ғына магистраль газ үткәргес була тороп, ауыл кешеләренең “зәңгәр яғыулыҡ”тан мәхрүм йәшәүе ысынлап та көлкө ләһә!

Янғын һүндереүсе шайтандар

Был мәрәкә хәл ихтилалға ҡәҙәр Һамар ҡалаһында булған. Циркта эшләүсе бик һылыу бер артистканың тыуған көнөндә күңелле тамаша күрһәтергә ҡарар иткәндәр. Сценарий буйынса бында бер көтөү “шайтандар” ҙа ҡатнашырға тейеш икән. Әммә циркта бының өсөн буш артистар юҡ, ҡайҙан “шайтандар” табырға? Артистка губернаторға мөрәжәғәт иткән. Был сибәргә үлеп ғашиҡ кеше булараҡ, губернатор уның үтенесен кире ҡаҡмаған, әлбиттә. Шайтандар роленә ҡаланың янғын һүндереүселәрен йәлеп итергә ҡушҡан.
Циркта “ялҡынлы артистарға” шайтан кейемдәре кейҙергәндәр, уларҙың тимер башлыҡтарына мөгөҙ беркеткәндәр. Тамаша башланған. “Шайтандар” һикергеләп, сабышып, төрлөсә ҡыланып, тамашасыларҙы көлдөрөргә тотонған. Әммә шул саҡ саң ҡаҡҡан тауыш яңғырамаһынмы?! Тревога! Ҡайҙалыр янғын сыҡҡан!..
“Шайтандар”, үҙ ролдәрен онотоп, янғын һүндереү бинаһына ҡарай сығып сапҡан. Кейем алыштырып торорға ваҡыт юҡ. Урам буйлап йөнтәҫ тәнле, ҡара мөгөҙлө, оҙон ҡойроҡло шайтандар сабышыуын күреп, халыҡ ҡурҡып ҡаса башлаған. Ул саҡта янғын һүндереү машиналары булмаған әле. Ат егергә тип йүгән тотоп килеп ингән шайтандарҙы күреп, аттар, стенаға менерҙәй булып, үрә баҫҡан... Аттарын егеп, ут сыҡҡан урынға табан саптырған саҡта ғына “шайтандар” әҙәм ҡиәфәтенә ингән.

Ҡыҙғаныс ҡыҙыҡ

Был да үткән быуат башында булған хәл. Лондон табибы Джон Монро йүләрҙәр дауаханаһында обход үткәргән саҡта саҡ теге донъяға китеп бармай.
Кухня ишеге янынан уҙып барғанда, һис көтмәгәндә, бер нисә ауырыу табипҡа ябырыла, уны ҡул-аяҡтарынан эләктерәләр ҙә ҡайнап торған ҡаҙанға табан өҫтөрәйҙәр. “Бөттө баш! Ысҡыныу юҡ быларҙан!” — тип ҡото алынған Монроға ҡапыл шәп кенә бер уй килә.
— Сабыр! Сабыр! Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ! Бер һүҙ әйтәм! — тип ҡысҡыра ул. — Башта миңә сисенергә рөхсәт итегеҙ. Итектәремде лә һалайым. Юғиһә, ашығыҙ тәмһеҙләнә бит! — ти.
Тегеләр ҡулдарын ысҡындырыуға, Монро йәшен тиҙлеге менән ишеккә ташлана, үлем тырнағынан иҫән-аман ҡотола.
Рәдиф ТИМЕРШИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576