Үжәтлек бәләһеСовет заманы. Төпкөлдәге ауыл. Бөтә нәмә лә бар, газ ғына юҡ. Бер заман ауылдан алыҫ түгел урында газ үткәргес торба һала башлайҙар. Әлбиттә, һәр кем үҙ йортонда “зәңгәр яғыулыҡ” булыуын теләй. Хәмиҙулла ағай эшселәр эргәһенә килә лә:
— Йәшертен генә минең йортҡа газ индерһәгеҙ, күп итеп аҡса бирәм, — ти.
— Һин нимә, ағай, нимә һорағаныңды беләһеңме?! Был бит магистраль газ үткәргес! Ундағы баҫым һинең йортоңдо йыһанға осорасаҡ!
Әммә Хәмиҙулла ағай бик үжәт кеше булып сыға. Бер аҙна буйы башын ҡатыра тегеләрҙең.
— Ярай, эшләрбеҙ, — тип, ниһайәт, риза була эшселәр. — 1500 һумыңды түлә лә, вәссәләм! Һин — беҙҙе, беҙ һине күрмәнек.
1500 һум — ул осорҙа бик ҙур аҡса. Хәмиҙулла ағай, мал-тыуарын һатып, эшселәр менән иҫәпләшә. Уның ҡарауы, өйөндә газ пәйҙә була. Әммә бер айҙан ул юҡҡа сыға. Хәмиҙулла абзый, зарланып, урындағы газ контораһына юл тота.
— Ниндәй газ?! Һиндә ул юҡ һәм булманы ла! — тип ғәжәпләнәләр тегендә.
— Әйҙәгеҙ, газ торбаһын күрһәтәм улайһа!..
Килеп тикшергәндән һуң шул асыҡлана: эшселәр, был үжәт әҙәмдән ҡотолоу өсөн, ергә газ баллоны күмгәндәр ҙә өйгә торба үткәргәндәр... Шул бер айға еткән...
Эшселәр ныҡ көлгән унан, ә күршеләре иһә уларҙан да нығыраҡ көлгән.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, янда ғына магистраль газ үткәргес була тороп, ауыл кешеләренең “зәңгәр яғыулыҡ”тан мәхрүм йәшәүе ысынлап та көлкө ләһә!
Янғын һүндереүсе шайтандарБыл мәрәкә хәл ихтилалға ҡәҙәр Һамар ҡалаһында булған. Циркта эшләүсе бик һылыу бер артистканың тыуған көнөндә күңелле тамаша күрһәтергә ҡарар иткәндәр. Сценарий буйынса бында бер көтөү “шайтандар” ҙа ҡатнашырға тейеш икән. Әммә циркта бының өсөн буш артистар юҡ, ҡайҙан “шайтандар” табырға? Артистка губернаторға мөрәжәғәт иткән. Был сибәргә үлеп ғашиҡ кеше булараҡ, губернатор уның үтенесен кире ҡаҡмаған, әлбиттә. Шайтандар роленә ҡаланың янғын һүндереүселәрен йәлеп итергә ҡушҡан.
Циркта “ялҡынлы артистарға” шайтан кейемдәре кейҙергәндәр, уларҙың тимер башлыҡтарына мөгөҙ беркеткәндәр. Тамаша башланған. “Шайтандар” һикергеләп, сабышып, төрлөсә ҡыланып, тамашасыларҙы көлдөрөргә тотонған. Әммә шул саҡ саң ҡаҡҡан тауыш яңғырамаһынмы?! Тревога! Ҡайҙалыр янғын сыҡҡан!..
“Шайтандар”, үҙ ролдәрен онотоп, янғын һүндереү бинаһына ҡарай сығып сапҡан. Кейем алыштырып торорға ваҡыт юҡ. Урам буйлап йөнтәҫ тәнле, ҡара мөгөҙлө, оҙон ҡойроҡло шайтандар сабышыуын күреп, халыҡ ҡурҡып ҡаса башлаған. Ул саҡта янғын һүндереү машиналары булмаған әле. Ат егергә тип йүгән тотоп килеп ингән шайтандарҙы күреп, аттар, стенаға менерҙәй булып, үрә баҫҡан... Аттарын егеп, ут сыҡҡан урынға табан саптырған саҡта ғына “шайтандар” әҙәм ҡиәфәтенә ингән.
Ҡыҙғаныс ҡыҙыҡБыл да үткән быуат башында булған хәл. Лондон табибы Джон Монро йүләрҙәр дауаханаһында обход үткәргән саҡта саҡ теге донъяға китеп бармай.
Кухня ишеге янынан уҙып барғанда, һис көтмәгәндә, бер нисә ауырыу табипҡа ябырыла, уны ҡул-аяҡтарынан эләктерәләр ҙә ҡайнап торған ҡаҙанға табан өҫтөрәйҙәр. “Бөттө баш! Ысҡыныу юҡ быларҙан!” — тип ҡото алынған Монроға ҡапыл шәп кенә бер уй килә.
— Сабыр! Сабыр! Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ! Бер һүҙ әйтәм! — тип ҡысҡыра ул. — Башта миңә сисенергә рөхсәт итегеҙ. Итектәремде лә һалайым. Юғиһә, ашығыҙ тәмһеҙләнә бит! — ти.
Тегеләр ҡулдарын ысҡындырыуға, Монро йәшен тиҙлеге менән ишеккә ташлана, үлем тырнағынан иҫән-аман ҡотола.
Рәдиф ТИМЕРШИН.