Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Илле булыу — азатлыҡ ул”
БУРАН

Аҡман-тоҡман... Болара ҡыш.
Бер тегеләй, бер былай
Бәргеләнә, һуҡҡылана...
Буран тулай ҙа тулай.
Йәшермәй ул тойғоларын,
Ул ҡарына ышана,
Үҙен тыуҙырған инәһен
Әйләндермәй дошманға.
Тапшыра ул уға үҙен,
Эскерһеҙ бер халәтен,
Юғалтмағас, үҙең була
Алыу тигән һәләтен.
Сабый кеүек ярһып илай,
Хистәренән оялмай.
Бурандарҙы ярата ҡыш,
Яратҡанға буранлай.

ИМШЕҮ

Ҡыштың еле эстәренән
Яҙ еҫе сығып китте,
Туңып киткән йөрәгемде
Йом(о)шартты, имшетте.
Мәжбүр итте күнегелгән
Ҡатыуҙан яҙылырға,
Теләр-теләмәҫтән генә
Тормошҡа наҙланырға.
Епшеп киткән аяҡ аҫты,
Аҡ юлдар ҡараланған.
Ҡотоп һыуыҡлығы бөткән,
Селләһе тамамланған.
Тыны иркенәйә төшкән
Икән дәһә һауаның!
Күкрәк тултырып һулайым
Елдең иркә, шаянын.
Ҡаҡһыған ҡыш, ҡуры өтмәй –
Көсһөҙләнгән, иҫкергән.
Яҙ һулышы бурандарҙы
Ғәйрәтенән сиктергән.
Ҡайҙа булған ҡатҡыллығым?
Әкренләй кәмей кеүек,
Теләр-теләмәҫтән генә
Имшегән йәнем кеүек.

ҮҘМӘЛ

Таңдар кистән атмай инде,
Ҡояш сыға иртәнсәк.
Керпек асһам, таң нурынан
Сәселә суҡлы сәсәк.
Керпек йомһам, ҡараңғыға –
Төн өңөнә өңөләм.
Ай көндөҙөн ҡалҡмай инде
Күктең тәрән төбөнән.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты,
Беҙҙең теләктән тормай.
Йыһан, донъя уйланышын,
Юҡ-юҡ, үҙгәртеп булмай!
Бер нимә лә ғәмәлләшмәй
Ваҡыты етмәҫ әүәл.
Ҡанундарҙы аңлар өсөн
Кешегә кәрәк ғаләм.
Көндөң, төндөң үҙ сираты,
Тура килә көтөргә.
Үҙ мәлендә урынында
Кәрәк һүҙҙе әйтергә!
Кисекмәйем, мөмкинлекте
Файҙаланмай ҡалмайым.
Таң нурҙары биттән һөйһә,
Йоҡлап ята алмайым.

БАШҠОРТЛОҠ

“Кем булаһың? Ниндәй заттан?” —
Үҙемдән һорайым гел.
Ҡанбабаңдарҙы белмәһәң,
Һин инде башҡорт түгел!
Ҡайтып ауа торған илең –
Тупрағың бармы һинең?
Һин инде башҡорт түгелһең,
Булмаһа батыр күлең.
Халҡың һинән йөҙөн борһа,
Үҙеңдән үҙең төңөл.
Милләтенә тоғролоҡһоҙ –
Ул инде башҡорт түгел.
Хөрмәт итә әсәләрҙе,
Ҡәҙерләй изге күңел.
Әсәң телен ятҡа һатһаң,
Һин инде башҡорт түгел!
Алтын микән, көмөш микән,
Был донъяның тине ни?
Бер тин тормаған бәндәләр
Башҡорт була тиме ни?
Ололарҙы ололоҡлай,
Кесене кесе итә,
Әҙәмлектән сыҡмағандар
Башҡортто кеше итә.
Нәҫелең кем? Бармы тамғаң?
Минең оран — “Аҡтайлаҡ!”
Ғүмер маҡсатын белмәгән
Башҡорт тиеп аталмаҫ.
Ҡоромаған, япраҡ ярған,
Тамырлы минең ырыу.
Тәрән мәғәнәгә эйә
Башҡорт вәкиле булыу.
Ҡайтып ятыр урыным бар –
Билдәле минең тупраҡ.
Илле булыу – азатлыҡ, тип
Һүҙемде ҡуя ослап.

ХӘТЕР

“Берҙән-бер көн бар ерҙә
Күк-күмгәк һыу эркелгән”.
“Урал батыр” эпосынан.

Һәләкәтле туфандарҙы иҫләй
Оҙон-оҙон башҡорт хәтере.
Ҡарһүҙҙәрендә, ҡобайырҙа
Әйтеп ҡалдырылған әйтере.
Аһ, ул һүҙҙәр! Күҙҙәр күргәндәрҙе
Һөйләп торған бөйөк көсө бар,
Йөрәк теле булған йән йәштәрен
Илап күрһәтерлек хисе бар!
Боҙло океандың һыуҙарылай,
Күңел туфаныбыҙ күк-күмгәк!
Афәт төҫөн һаман онотмағас,
Хәтерлебеҙ әле беҙ, тимәк.
Дерһелдәтеп беҙҙе, күңелдәрҙә
Яңғырап тора утлы гөрһөлдәк.
Ерҙең тетрәнеүен онотмағас,
Намыҫыбыҙ әле бар, тимәк!
Ҡоро ергә аяҡ баҫҡан һайын
Әйләнеп тә бағам һыуҙарға,
Сүллектәрҙә үҫкән сәскәләргә,
Йәншишмәле урман-ҡырҙарға.
Һәләкәтле туфандарҙы иҫләй –
Ҡобайырҙар әйтә әйтерен.
Имен ерҙән китһен
дошманлыҡтар —
Талап итә быны хәтерем.

БУЛДЫ МИКӘН?

Диңгеҙҙәрҙең төптәренән
Ҡоро ер ҡалҡҡан саҡта,
Йәннәт кеүек был донъябыҙ
Йәйрәп ятҡан саҡта,
Ерҙә әле бер төрлө лә
Һуғыш булмаған саҡта,
Кеше әле яу сапмаған,
Ҡандар ҡоймаған саҡта,
Барымталар, ҡарымталар
Әле тыумаған саҡта,
Илбаҫарҙар, юлбаҫарҙар
Баштар ҡыймаған саҡта,
Әҙәм заты был донъяны
Һөйөп туймаған саҡта,
Мөхәббәттә йәшәргә тип
Ихлас уйлаған саҡта,
Яуызлыҡты бер кеше лә
Әле ҡылмаған саҡта,
Ҡайғы йәше яңаҡтарҙы
Әле йыумаған саҡта,
Донъябыҙҙың күктәрендә
Туптар осмаған саҡта,
Ҡалаларҙы, ауылдарҙы
Һөрөм йотмаған саҡта,
Балаларҙы, ҡарт-ҡороно
Бер кем ҡырмаған саҡта,
Кешелектең баш осонда
Ҡорал тормаған саҡта
Булды микән ер ожмахы,
Булды микән был баҡса?
Ер тамуғы тағы күпме
Дауам итер, йә, ҡанса?
Ҡасҡым килә ерҙәге был
Йәһәннәмдән йыраҡҡа,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Алыҫ-алыҫ бер яҡҡа...

БӘХЕТ

Иҫләйем мин, бер ҙә онотмайым
Минең быуынымдың атайҙарын:
Сабыр ғына йөрөш-атлауҙарын,
Бер ҡасан да күкрәк ҡаҡмауҙарын.
Хәтерләйем изге итеп күреп
Үҙебеҙҙең ауыл әүлиәләрен:
Ҡайтмаҫ ерҙәрҙән дә урап ҡайтҡан
Тыуған ерҙең ысын эйәләрен.
Ысын бәхет үҙе булған икән
Атайлы ла булған мәлдәребеҙ.
Болотланған саҡта, яндарында
Ҡояшлана ине йәндәребеҙ.
Иҫтә һаман улар сабырлығы,
Артыҡ һүҙҙәр һис бер әйтмәүҙәре...
Бәхет булғандыр бит улар өсөн
Ашын ашап, йәшен йәшәүҙәре.
Күрәһен күреп китте улар,
Татып ерҙең тамуҡ, ожмахтарын.
Китте улар васыяттар итеп
Кешелектең ғүмер һабаҡтарын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 334

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 358

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 166

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 280

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 248

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 132

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 123

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 307

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 704

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 149

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 459

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 109