Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҮҘЕБЕҘГӘ АЛМАШ ӘҘЕРЛӘЙЕК
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ижтимағи хәрәкәтендә 1995 йылдан әүҙем ҡатнашам, инде урта быуын йәшенә еткән кеше булараҡ, шуны әйтер инем: һәр ойошма йәштәргә таянғанда ғына көслө. Ул заманда Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова кеүек апайҙар беҙгә үрнәк булып, эшкә йәлеп итеп нисек үҫтерһә, беҙ ҙә шулай үҙебеҙгә алмаш әҙерләүҙе, улай ғына ла түгел, был тәңгәлдә үҙ мәктәбебеҙҙе булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ.

Ижадта ла, фәндә лә, спортта ла, техника өлкәһендә лә ал­дынғы йәштәребеҙ күплегенә һоҡланам һәм һәр ваҡыт уларға терәк булырға тырышам. Шуға ла заманында республика кимә­лендә “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” милли спортты үҫтереү программаһын ойош­торҙом. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡағы­лышлы конкурстарыбыҙ – “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Һылыуҡай” баш­ҡорт гүзәлдәре бәйгеһенә матди һәм ойоштороу яғынан ярҙам итәм, “Башҡорт асыҡ КВН-ы”, төрлө йөкмәткеле этнофорумдар кеүек сараларҙы үткә­реүҙә лә үҙ өлөшөмдө индерәм.
Бөгөнгө йәмғиәттә халҡы­быҙҙың һау­лығын хәстәрләү – көнүҙәк проблема­ларҙың береһе. Дәүләт һәм төрлө ойошмалар тарафынан халыҡҡа хеҙмәттәр тейешле башҡарыламы, дарыуха­налар­ҙағы препараттар, сауҙа селтәрҙәрендә һатылған аҙыҡ-түлектең сифаты ниндәй ки­мәл­дә, һаҡланыу шарттары, ва­ҡыты боҙолмағанмы – был пробле­маларҙы тикшереүгә һәм хәл итеүгә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Халыҡ контроле” проекты етәксеһе булараҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итәм.
Бөгөн милләтебеҙ ҡатындары ҙур әүҙемлек күрһәтә: ағинәйҙәр хәрәкәтендә, халыҡ ижады түңәрәктәрендә, йәки Башҡорт­остан ҡатын-ҡыҙҙар союзы советтарында, йә беҙҙең ойошмаға ҡушылып, йәшәйеште яҡтыр­тырға тырыша. Граждандар институтының бер күсе булараҡ, улар халыҡтың аһ-зарын дәүләт власы органдарына еткерергә ярҙам итә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йән ата, рухиәтте үҫтереү өҫтөндә эшләй. Был йәһәттән ярышыу ҙа яҡшы, ярашыу ҙа, йәғни ҡайһы бер проекттарҙы бергә бойомға ашырыу ҙа, минеңсә, файҙалы.
Заман башҡа – заң башҡа, һәр йыйын үҙ ваҡытының үткер проблемаларын күтәреп, ойош­ма­ның тарихына инә. Алдағы беҙҙең съезд йәмғиәт уңғандарын ижади һәм айыҡ эштәргә әйҙәй торған ҡотло көс йыйыны булһын ине. Респуб­ликабыҙҙың район һәм ҡалаларынан килеүсе де­легаттарыбыҙҙың эшлекле тәҡдимдәрен көтөп ҡалабыҙ. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйып бергә атлайыҡ.

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Ирәмәл” комплексының генераль директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 358

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306