ҮҘЕБЕҘГӘ АЛМАШ ӘҘЕРЛӘЙЕК01.12.2017
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ижтимағи хәрәкәтендә 1995 йылдан әүҙем ҡатнашам, инде урта быуын йәшенә еткән кеше булараҡ, шуны әйтер инем: һәр ойошма йәштәргә таянғанда ғына көслө. Ул заманда Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова кеүек апайҙар беҙгә үрнәк булып, эшкә йәлеп итеп нисек үҫтерһә, беҙ ҙә шулай үҙебеҙгә алмаш әҙерләүҙе, улай ғына ла түгел, был тәңгәлдә үҙ мәктәбебеҙҙе булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ.
Ижадта ла, фәндә лә, спортта ла, техника өлкәһендә лә алдынғы йәштәребеҙ күплегенә һоҡланам һәм һәр ваҡыт уларға терәк булырға тырышам. Шуға ла заманында республика кимәлендә “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” милли спортты үҫтереү программаһын ойошторҙом. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡағылышлы конкурстарыбыҙ – “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Һылыуҡай” башҡорт гүзәлдәре бәйгеһенә матди һәм ойоштороу яғынан ярҙам итәм, “Башҡорт асыҡ КВН-ы”, төрлө йөкмәткеле этнофорумдар кеүек сараларҙы үткәреүҙә лә үҙ өлөшөмдө индерәм.
Бөгөнгө йәмғиәттә халҡыбыҙҙың һаулығын хәстәрләү – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Дәүләт һәм төрлө ойошмалар тарафынан халыҡҡа хеҙмәттәр тейешле башҡарыламы, дарыуханаларҙағы препараттар, сауҙа селтәрҙәрендә һатылған аҙыҡ-түлектең сифаты ниндәй кимәлдә, һаҡланыу шарттары, ваҡыты боҙолмағанмы – был проблемаларҙы тикшереүгә һәм хәл итеүгә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Халыҡ контроле” проекты етәксеһе булараҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итәм.
Бөгөн милләтебеҙ ҡатындары ҙур әүҙемлек күрһәтә: ағинәйҙәр хәрәкәтендә, халыҡ ижады түңәрәктәрендә, йәки Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы советтарында, йә беҙҙең ойошмаға ҡушылып, йәшәйеште яҡтыртырға тырыша. Граждандар институтының бер күсе булараҡ, улар халыҡтың аһ-зарын дәүләт власы органдарына еткерергә ярҙам итә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йән ата, рухиәтте үҫтереү өҫтөндә эшләй. Был йәһәттән ярышыу ҙа яҡшы, ярашыу ҙа, йәғни ҡайһы бер проекттарҙы бергә бойомға ашырыу ҙа, минеңсә, файҙалы.
Заман башҡа – заң башҡа, һәр йыйын үҙ ваҡытының үткер проблемаларын күтәреп, ойошманың тарихына инә. Алдағы беҙҙең съезд йәмғиәт уңғандарын ижади һәм айыҡ эштәргә әйҙәй торған ҡотло көс йыйыны булһын ине. Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан килеүсе делегаттарыбыҙҙың эшлекле тәҡдимдәрен көтөп ҡалабыҙ. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйып бергә атлайыҡ.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Ирәмәл” комплексының генераль директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты.