Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, ВИЧ-диссиденттарҙың хәүефле эшмәкәрлеген тыясаҡ документтың йыл тамамланғансы ҡабул ителеүе ихтимал. Әгәр чиновниктарҙың башланғысы власть органдарында раҫлау тапһа, ҡурҡыныс сирҙән дауаланмауҙы пропагандалаған кешеләр хөкөм ителәсәк.


Унан тыш, закон проекты авторҙары Енәйәт кодексына ла ошоға бәйле үҙгәрештәр индерергә, ВИЧ-инфекциялы балаларҙы дауалау ҡағиҙәләрен үҙгәртергә ниәтләй.
Яза кемдәргә янай? Белеүебеҙсә, йәмғиәттә ВИЧ-инфекцияһын инҡар итеүселәр, анализ тапшырыуҙан, уны дауалауҙан баш тартырға өндәүселәр бар.  Ундайҙарға административ штраф һалынасаҡ, унан тыш, социаль селтәрҙәрҙә “ВИЧ юҡ!”, “СПИД – уйлап сығарылған сир”, “Вирусты кем күргән?” тигәнерәк лозунгтар аҫтында әүҙем эшмәкәрлек алып барғандарға ла сара табыласаҡ. Ул ғына түгел, һәр һүҙ өсөн яуап бирергә тура киләсәк: сирҙе инҡар итеп яҙылған бәләкәй генә комментарий ҙа, вирус тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан ҙур текстар ҙа иҫәпкә алынасаҡ. Ғөмүмән, социаль селтәрҙәр аша кешеләрҙең башын бутаған әҙәмдәр генә түгел, матбуғат сараларында ошо темаға баҫылған, күрһәтелгән мәғлүмәт тә күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Ҡайһы бер йәмәғәтселәрҙең фекеренсә, яҡынса тиҫтә йыл самаһы элек тап эре федераль телеканалдарҙың башланғысы менән халыҡ араһында ВИЧ хаҡында ялған мәғлүмәт таратыла башланған. Абруйлы журналист “ВИЧ – фармацевтик компанияларҙың маркетинг алымы” тигән фекерҙе еткергән, был мәғлүмәткә бихисап кеше ышанған.
Сирҙе инҡар итеү – кешенең ҡурҡыу реакцияһы һәм проблеманы ҡабул итеүҙең беренсе стадияһы. Беҙҙең илдә күптәр, ВИЧ йоҡторғанын белгәс, ошо стадияла байтаҡ йылдарға туҡтап ҡала, һөҙөмтәлә бер нисә йылдан үлеп тә китә, ти белгестәр. Сит илдәрҙә иһә был хәлгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү ойошмалары бар. Беҙҙә иһә ундай ойошмалар йәмәғәт башланғысында ғына эшләй.
Тәҡдим ителгән яңылыҡтарҙың тағы береһе – ВИЧ-инфекциялы балаларҙы мәжбүри дауалау. Әлеге ҡағиҙәләр буйынса, баланың ата-әсәһе йәки опекуны медицина ярҙамы күрһәтеүгә яҙма рөхсәт бирергә тейеш. Әммә ҡайһы бер осраҡта диссидент ата-әсәләр дауалау түгел, анализ тапшырыуҙан да баш тарта, бының менән сабыйҙы күрәләтә һәләкәткә дусар итә. Яңы ҡанун ҡабул ителгән осраҡта, был хәлде күпкә еңеләйтәсәк.
Башланғыстың авторҙары белә тороп йоғошло сир таратҡандарҙы ла яуаплылыҡҡа тарттырырға, язаны ҡатыраҡ итергә саҡыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бер ирҙең балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республиканың  киң мәғлүмәт саралары иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республиканың киң мәғлүмәт саралары иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә