Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

18 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы, Республика перинаталь үҙәге, Сибайҙың үҙәк ҡала дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге баш табиптарына 21 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы асҡыстарын тапшырҙы.

Автомобиль паркын яңыртыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 122 миллион һум бүленгән.

«Ошо көндәрҙә табиптарыбыҙға рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ. Беҙ республика бюджеты аҡсаһына тағы 21 ашығыс ярҙам машинаһы һатып алыу мөмкинлеген таптыҡ. Республикала һәр ваҡыт 330 ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы дежурҙа тора. Экипаждар һанаулы минуттар эсендә, көндөҙ ҙә, төнөн дә ярҙамға килә. Бөгөн водителдәргә лә, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эшегеҙ бик ауыр, беҙ быны аңлайбыҙ һәм ҡәҙерен беләбеҙ. Барыһын да медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн һәр саҡ рәхмәтлебеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренең береһен ҡараны. Түбәнге Новгород автомобиль заводының Gazelle NEXT базаһындағы реанимация һәм фельдшер комплекстары үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, дефибрилляторҙар, электрокардиографтар менән йыһазландырылған.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, бөгөн ашығыс ярҙам бригадалары уртаса 18 минутта килеп етә, был федераль нормативҡа (20 минут) тура килә.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың 32 иң яҡшы табиптары наградалар алды.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»


Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4