ВИЧ бар ул17.10.2017
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, ВИЧ-диссиденттарҙың хәүефле эшмәкәрлеген тыясаҡ документтың йыл тамамланғансы ҡабул ителеүе ихтимал. Әгәр чиновниктарҙың башланғысы власть органдарында раҫлау тапһа, ҡурҡыныс сирҙән дауаланмауҙы пропагандалаған кешеләр хөкөм ителәсәк.
Унан тыш, закон проекты авторҙары Енәйәт кодексына ла ошоға бәйле үҙгәрештәр индерергә, ВИЧ-инфекциялы балаларҙы дауалау ҡағиҙәләрен үҙгәртергә ниәтләй.
Яза кемдәргә янай? Белеүебеҙсә, йәмғиәттә ВИЧ-инфекцияһын инҡар итеүселәр, анализ тапшырыуҙан, уны дауалауҙан баш тартырға өндәүселәр бар. Ундайҙарға административ штраф һалынасаҡ, унан тыш, социаль селтәрҙәрҙә “ВИЧ юҡ!”, “СПИД – уйлап сығарылған сир”, “Вирусты кем күргән?” тигәнерәк лозунгтар аҫтында әүҙем эшмәкәрлек алып барғандарға ла сара табыласаҡ. Ул ғына түгел, һәр һүҙ өсөн яуап бирергә тура киләсәк: сирҙе инҡар итеп яҙылған бәләкәй генә комментарий ҙа, вирус тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан ҙур текстар ҙа иҫәпкә алынасаҡ. Ғөмүмән, социаль селтәрҙәр аша кешеләрҙең башын бутаған әҙәмдәр генә түгел, матбуғат сараларында ошо темаға баҫылған, күрһәтелгән мәғлүмәт тә күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Ҡайһы бер йәмәғәтселәрҙең фекеренсә, яҡынса тиҫтә йыл самаһы элек тап эре федераль телеканалдарҙың башланғысы менән халыҡ араһында ВИЧ хаҡында ялған мәғлүмәт таратыла башланған. Абруйлы журналист “ВИЧ – фармацевтик компанияларҙың маркетинг алымы” тигән фекерҙе еткергән, был мәғлүмәткә бихисап кеше ышанған.
Сирҙе инҡар итеү – кешенең ҡурҡыу реакцияһы һәм проблеманы ҡабул итеүҙең беренсе стадияһы. Беҙҙең илдә күптәр, ВИЧ йоҡторғанын белгәс, ошо стадияла байтаҡ йылдарға туҡтап ҡала, һөҙөмтәлә бер нисә йылдан үлеп тә китә, ти белгестәр. Сит илдәрҙә иһә был хәлгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү ойошмалары бар. Беҙҙә иһә ундай ойошмалар йәмәғәт башланғысында ғына эшләй.
Тәҡдим ителгән яңылыҡтарҙың тағы береһе – ВИЧ-инфекциялы балаларҙы мәжбүри дауалау. Әлеге ҡағиҙәләр буйынса, баланың ата-әсәһе йәки опекуны медицина ярҙамы күрһәтеүгә яҙма рөхсәт бирергә тейеш. Әммә ҡайһы бер осраҡта диссидент ата-әсәләр дауалау түгел, анализ тапшырыуҙан да баш тарта, бының менән сабыйҙы күрәләтә һәләкәткә дусар итә. Яңы ҡанун ҡабул ителгән осраҡта, был хәлде күпкә еңеләйтәсәк.
Башланғыстың авторҙары белә тороп йоғошло сир таратҡандарҙы ла яуаплылыҡҡа тарттырырға, язаны ҡатыраҡ итергә саҡыра.