Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ! Сая холоҡло, ҡыйыу ҡарашлы, үткер һүҙле, Ватан яҙмышы өсөн янып йә­шәгән бик күп ялҡынлы ҡыҙ­ҙарыбыҙ ил тарихын, Башҡорт­остан йылъяҙ­ма­һын биҙәп то­ра. Шулар ара­һында хөрмәтле курс­та­шыбыҙ, илһөйәр заман­дашыбыҙ, айы­рылмаҫ әхирә­тебеҙ, тоғро дуҫыбыҙ Рәшиҙә Искән­дәр ҡыҙы СОЛТАНОВА тигән аҫыл зат айырым урын биләй. Хөрмәтле Рәшиҙәбеҙ! Иң элек һин беҙҙе, 1964 йылда БДУ-ның филология факультеты башҡорт-рус бүлегенә уҡырға ингән төркөмдәштәреңде, нур сәсеп торған күҙле, оҙон толомло, алһыу йөҙлө сибәр ҡыҙ булып һоҡландырҙың. Унан, имтихандарға иң элгәре килеп, гел “бишле”гә яуап биргән уҡыу алдынғыһы булып танылдың. Артабан инде беҙҙе генә түгел, тотош университет студенттарын һәм уҡытыусыларын батырлығың менән арбап, әүҙемлегең менән таң ҡалдырып, комсомол, профсоюз тормошоноң уртаһында ҡайнап, өсөнсө курста уҡ ВЛКСМ өлкә комитеты ағзаһы итеп һайландың. Артабан инде “ҡыҙыл” дипломлы йәш белгес иңенә яуаплы вазифалар йөкмәнеләр. Еңел булмаған тормош баҫҡыстары буйлап атлап, бәҫле юбилейыңа килтереп еткергән һиммәтле, мәрхәмәтлелек менән тулы хеҙмәт юлы үттең, һанап бөткөһөҙ эштәр башҡарҙың һәм әле лә дауам итәһең.
Нимәгә генә тотонһаң да, тик үҙеңә хас бөтмөрлөк, таһыллыҡ менән атҡара беләһең, шуға ла берәй сетерекле мәл тыуһа, халыҡ араһында “уны Рәшиҙә генә хәл итә ала” тигән ҡотло һүҙ таралды. Был һинең көслө, ғәҙел, аҡыллы, абруйлы етәксе булыуыңа дәлил. Улай ғына ла түгел, сит тарафтарға сыҡһаң, Рәсәй тигән киң илдә башҡорт тигән матур, киң күңелле милләт барлығын күрһәтеп, телебеҙҙең моңон, йолаларыбыҙҙың күркәмлеген танытаһың, ҡумыҙ сиртеп, көйҙәребеҙҙе ишеттереп, халҡыбыҙҙы һәр яҡлап балҡытырға тырышаһың. Милләтеңде күтәргән өсөн үҙеңде төрлө яҡтарҙа ла таныйҙар, беләләр, шуға үҙебеҙҙең генә түгел, Рәсәйҙең, шулай уҡ байтаҡ сит илдәрҙең етәк­селәре, сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре араһында һине ололоҡлаусы дуҫтарың бик күп. Бөгөн дә илебеҙ етәкселеге алға ҡуйған маҡсаттың төп өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ғаиләнең, шулай уҡ ирҙәребеҙҙең әүҙемлеген, рухиәтен, мәҙәниәтен көсәйтеүҙә икәнлеген аңлап, күңел торошона, эске булмышыбыҙға, асылыбыҙға тура килгән саралар үткәрәһең һәм бындай ауыр йөк тик һинең генә ҡулыңдан килә.
Хөрмәтле үә зиннәтле Рәшиҙә әхирәтебеҙ! Һин үҙеңдең оһолло юбилейыңды башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының иң олпат, иң ырыҫлы, иң хөр­мәтле Ағинәйе дәрәжәһендә ҡаршы­лайһың, исеме республика­быҙҙың һәм Рәсәйебеҙ тарихына уйылып яҙылыр шәхес булып танылдың. Һинең бай­рамың беҙҙең өсөн дә бик ҡәҙерле. Дуҫ була белеүең, күңел­дәребеҙгә ҡояш кеүек йылы нур һибеп, йондоҙ кеүек балҡып йәшәргә көс өҫтәүең, ярҙам­сыл­лығың, хәстәрсел, егәрле һәм көслө рухлы әсә булыуың өсөн яратабыҙ. Беҙҙең ҡотлау һәм яратыу һүҙҙәребеҙ алдағы ғүмер юлыңда таяныс һәм бәхет ҡапҡаларына алтын асҡыс булып хеҙмәт итеүен теләйбеҙ!

Фәүзиә һәм Абдулла ЛАТИПОВтар, Зөһрә һәм Вәкил ФӘЙЗУЛЛИНдар, Хариса һәм Ғәзим УСМАНОВтар, Фәриҙә БӘХТЕЙӘРОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә