Сая холоҡло, ҡыйыу ҡарашлы, үткер һүҙле, Ватан яҙмышы өсөн янып йәшәгән бик күп ялҡынлы ҡыҙҙарыбыҙ ил тарихын, Башҡортостан йылъяҙмаһын биҙәп тора. Шулар араһында хөрмәтле курсташыбыҙ, илһөйәр замандашыбыҙ, айырылмаҫ әхирәтебеҙ, тоғро дуҫыбыҙ Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы СОЛТАНОВА тигән аҫыл зат айырым урын биләй. Хөрмәтле Рәшиҙәбеҙ! Иң элек һин беҙҙе, 1964 йылда БДУ-ның филология факультеты башҡорт-рус бүлегенә уҡырға ингән төркөмдәштәреңде, нур сәсеп торған күҙле, оҙон толомло, алһыу йөҙлө сибәр ҡыҙ булып һоҡландырҙың. Унан, имтихандарға иң элгәре килеп, гел “бишле”гә яуап биргән уҡыу алдынғыһы булып танылдың. Артабан инде беҙҙе генә түгел, тотош университет студенттарын һәм уҡытыусыларын батырлығың менән арбап, әүҙемлегең менән таң ҡалдырып, комсомол, профсоюз тормошоноң уртаһында ҡайнап, өсөнсө курста уҡ ВЛКСМ өлкә комитеты ағзаһы итеп һайландың. Артабан инде “ҡыҙыл” дипломлы йәш белгес иңенә яуаплы вазифалар йөкмәнеләр. Еңел булмаған тормош баҫҡыстары буйлап атлап, бәҫле юбилейыңа килтереп еткергән һиммәтле, мәрхәмәтлелек менән тулы хеҙмәт юлы үттең, һанап бөткөһөҙ эштәр башҡарҙың һәм әле лә дауам итәһең.
Нимәгә генә тотонһаң да, тик үҙеңә хас бөтмөрлөк, таһыллыҡ менән атҡара беләһең, шуға ла берәй сетерекле мәл тыуһа, халыҡ араһында “уны Рәшиҙә генә хәл итә ала” тигән ҡотло һүҙ таралды. Был һинең көслө, ғәҙел, аҡыллы, абруйлы етәксе булыуыңа дәлил. Улай ғына ла түгел, сит тарафтарға сыҡһаң, Рәсәй тигән киң илдә башҡорт тигән матур, киң күңелле милләт барлығын күрһәтеп, телебеҙҙең моңон, йолаларыбыҙҙың күркәмлеген танытаһың, ҡумыҙ сиртеп, көйҙәребеҙҙе ишеттереп, халҡыбыҙҙы һәр яҡлап балҡытырға тырышаһың. Милләтеңде күтәргән өсөн үҙеңде төрлө яҡтарҙа ла таныйҙар, беләләр, шуға үҙебеҙҙең генә түгел, Рәсәйҙең, шулай уҡ байтаҡ сит илдәрҙең етәкселәре, сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында һине ололоҡлаусы дуҫтарың бик күп. Бөгөн дә илебеҙ етәкселеге алға ҡуйған маҡсаттың төп өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ғаиләнең, шулай уҡ ирҙәребеҙҙең әүҙемлеген, рухиәтен, мәҙәниәтен көсәйтеүҙә икәнлеген аңлап, күңел торошона, эске булмышыбыҙға, асылыбыҙға тура килгән саралар үткәрәһең һәм бындай ауыр йөк тик һинең генә ҡулыңдан килә.
Хөрмәтле үә зиннәтле Рәшиҙә әхирәтебеҙ! Һин үҙеңдең оһолло юбилейыңды башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң олпат, иң ырыҫлы, иң хөрмәтле Ағинәйе дәрәжәһендә ҡаршылайһың, исеме республикабыҙҙың һәм Рәсәйебеҙ тарихына уйылып яҙылыр шәхес булып танылдың. Һинең байрамың беҙҙең өсөн дә бик ҡәҙерле. Дуҫ була белеүең, күңелдәребеҙгә ҡояш кеүек йылы нур һибеп, йондоҙ кеүек балҡып йәшәргә көс өҫтәүең, ярҙамсыллығың, хәстәрсел, егәрле һәм көслө рухлы әсә булыуың өсөн яратабыҙ. Беҙҙең ҡотлау һәм яратыу һүҙҙәребеҙ алдағы ғүмер юлыңда таяныс һәм бәхет ҡапҡаларына алтын асҡыс булып хеҙмәт итеүен теләйбеҙ!
Фәүзиә һәм Абдулла ЛАТИПОВтар, Зөһрә һәм Вәкил ФӘЙЗУЛЛИНдар, Хариса һәм Ғәзим УСМАНОВтар, Фәриҙә БӘХТЕЙӘРОВА.