Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Халыҡ медицинаһында элек-электән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәр төрлө сирҙән, бигерәк тә аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, үпкә шешеүе һәм плеврит, гипертония, яман шеш ауырыуҙарынан дауаланғанда файҙаланалар. Уны үҫемлек менән дауалаусыларҙың барыһы ла тәҡдим итә, әммә нисек ҡулланыу хаҡында бер ерҙә лә әйтелмәй тиерлек. Киреһенсә, һуттың килешмәүен ауырыуҙарҙан йыш ишеткән бар. Ул уҡшыта, ҡоҫҡоно килтерә, организмдың торошон насарайта, сөнки яңы һығып алынған сөгөлдөр һутын эскәндә ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла. Эш шунда: унда организмды ағыулаусы зарарлы матдәләр була. Бер стакан һут эскәндә — ә яман шеш менән сирлеләргә тәүлегенә кәмендә өс стакан кәңәш итәләр — сирҡаныу, ҡоҫҡо килеү генә түгел, хатта хәлһеҙлек, пульстың кәмеүе һәм артерия баҫымының түбәнәйеүе ихтимал. Былай булмаһын өсөн сөгөлдөр һутын 4-5 сәғәт ҡараңғы, һалҡын урында, иң ҡулайы һыуытҡыста, тоторға кәрәк. Тик шул саҡта ғына ул ҡиммәтле дарыуға әйләнә, һәм организм тарафынан ыңғай ҡабул ителә. Тик уны сүпрәле ризыҡтар, кеүәҫ, газлы эсемлектәр, һәр төрлө әсе һуттар менән бергә тәғәмләргә ярамай. Сөгөлдөр һутына яңы ғына әҙерләнгән кишер һуты ҡушыу уғата файҙалы. Аҙ ғына йылымысландырып, ашарҙан 10-15 минут элек ас ҡарынға эсергә кәрәк. Ә инде ашҡаҙан ҡеүәтһеҙ икән, саҡ ҡына һоло киҫәктәрен ҡатнаштыраһың.Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......