Ҡыҙыл сөгөлдөр дауаһы11.07.2014
Ҡыҙыл сөгөлдөр дауаһы Халыҡ медицинаһында элек-электән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәр төрлө сирҙән, бигерәк тә аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, үпкә шешеүе һәм плеврит, гипертония, яман шеш ауырыуҙарынан дауаланғанда файҙаланалар. Уны үҫемлек менән дауалаусыларҙың барыһы ла тәҡдим итә, әммә нисек ҡулланыу хаҡында бер ерҙә лә әйтелмәй тиерлек. Киреһенсә, һуттың килешмәүен ауы­рыу­ҙар­ҙан йыш ишеткән бар. Ул уҡшыта, ҡоҫҡоно килтерә, организмдың торошон насарайта, сөнки яңы һығып алынған сөгөлдөр һутын эскәндә ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла. Эш шунда: унда организмды ағыулаусы зарарлы матдәләр була. Бер стакан һут эскәндә — ә яман шеш менән сир­ле­ләргә тәүлегенә кәмен­дә өс стакан кәңәш итәләр — сир­ҡа­ныу, ҡоҫҡо килеү генә түгел, хатта хәлһеҙлек, пульстың кәмеүе һәм артерия баҫымының түбәнәйеүе ихтимал. Былай булмаһын өсөн сөгөлдөр һутын 4-5 сәғәт ҡараңғы, һалҡын урында, иң ҡулайы һыуытҡыста, тоторға кәрәк. Тик шул саҡта ғына ул ҡиммәтле дарыуға әйләнә, һәм организм тарафынан ыңғай ҡабул ителә. Тик уны сүпрәле ризыҡтар, кеүәҫ, газлы эсемлектәр, һәр төрлө әсе һуттар менән бергә тәғәмләргә ярамай. Сөгөлдөр һутына яңы ғына әҙерләнгән кишер һуты ҡушыу уғата файҙалы. Аҙ ғына йылымысландырып, ашарҙан 10-15 минут элек ас ҡарынға эсергә кә­рәк. Ә инде ашҡаҙан ҡеүәтһеҙ икән, саҡ ҡына һоло киҫәктәрен ҡатнаш­тыра­һың.
Сөгөлдөр организ­м­дың кальций үҙләште­реүен тотҡарлай, шуға күрә остеопороз менән сир­лә­гәндә ул хәүефле. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: юға­ры асылыҡлы гастрит, шәкәр диабеты, эс китеү, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүҙән бәүел һелтеле булғанда ярым беш­кән, бешкән сөгөл­дөр ашарға ярамай.




Вернуться назад