Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙҙең дә йоҡоғоҙ киләме?
Ҡыҙыҡ, донъяла “әүен баҙары” көнө лә була икән. Рәсми телдә ул Бөтә донъя йоҡо көнө тип йөрөтөлә. Ул көндө бөтә ғаләм йоҡоға тала, эшкә лә, ашҡа ла халыҡ йөрөмәй, тигән һүҙ түгел, ә бөтә иғтибар дөрөҫ һәм сәләмәт йоҡоно пропагандалауға йүнәлтелә. Йоҡоноң боҙолоуын иҫкәртергә лә, дауаларға ла була, тип иҫәпләй табиптар.

Был иҫтәлекле көн һәр йыл йома һайын көндөң төн менән тигеҙләнеү мәле алдынан билдәләнә. Быйыл ул 15 мартҡа тура килә.
Ғүмеребеҙҙең өстән бер өлөшөн йоҡоға сумып, татлы төштәр күреп үткәрәбеҙ. Тик, үкенескә ҡаршы, уның сифаты хаҡында хәстәрлек күргән кеше аҙ, баш мейеһен ял иттерер урынға йәшәү өсөн көрәшеп, мулыраҡ аҡса, карьера хаҡында күберәк уйлайбыҙ. Йоҡо артҡы планға күсә бара.

Йоҡоһоҙлоҡ, хроник формаға күсеп, кешенең сәләмәтлеген һиҙ­ҙермәй генә ҡаҡшата. Ғалимдәрҙең әйтеүенсә, тәүлегенә ете сәғәттән дә кәм йоҡлаған сүрәттә кеше ваҡытынан алда ҡартая башлай, айырыуса ҡатын-ҡыҙға ҡағыла (хәтер насарлана, иғтибарһыҙлыҡ көсәйә, йөрәк сирҙәре үҙен һиҙҙерә). Хатта сәләмәтлегеңә бындай яуап­һыҙ мөнәсәбәт шәкәр диабетына, гипертония сиренә юлыҡтырыуы мөмкин. Был хаҡта үҙебеҙҙең участка терапевты М. Дәминова менән әңгәмәләшкәндә әллә нисә тапҡыр “шелтә” алған да булды. “Йоҡо туймағас, эшкә һәләтлек кәмей, баш ауырта. Эш урынына йоҡо уйлап ултырғас, һеҙ ниндәй яҡшы хеҙмәткәр инде?” – тип әйтеүе менән һис килешмәй булмай.

Табиптың кәңәше буйынса, киске аш ваҡытында нервы системаһын ҡуҙғытыусы аҙыҡтар (кофе, шоколад, какао) ашауҙан тыйылырға кәрәк. Үҙегеҙҙе ниндәй психотипҡа индерһәгеҙ ҙә (“һабан турғайы”мы, әллә “өкө”мө), билдәле режим буйынса йәшәргә өйрәнегеҙ. Организм һеҙҙең был “бойороғоғоҙға” мотлаҡ буйһонор, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ тиҙ генә йоҡоға талырһығыҙ һәм ваҡытында уянырһығыҙ. Ҡағиҙәләр бик ябай: йоҡлар алдынан бүлмәгеҙҙе елләтергә онотмағыҙ, түшәк кәрәк-яраҡтары ғәҙәттәге мамыҡ туҡыманан булһын, синтетика, атлас, ебәк әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ.

Шуныһы ғәжәп: йоҡоноң файҙаһы тураһында күпме генә тылҡыһалар ҙа, ғилми эштәр яҙылып торһа ла, йоҡоноң нимә икәнен беҙгә асыҡлап аңлатҡан тикшеренеүселәр әлегә юҡ. Ә ни өсөн төш күрәбеҙ – быныһы ла асылмаған сер. Тик табиптарҙың беҙгә тыныс йоҡо теләүе, һаулығыбыҙҙы һаҡларға өндәүе менән һис тә килешмәй булмай.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне Фото: pixabay.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә